Эстәлеккә күсергә

Лившиц Константин Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лившиц Константин Александрович
Тыуған көнө

24 август 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (57 йәш)

Тыуған урыны

Ленинград, РСФСР

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар

Сайт

http://www.mobidok.ru/

Ливши́ц Константи́н Алекса́ндрович (24 август 1967 йыл) — Рәсәй социаль эшҡыуары, иҡтисад фәндәре кандидаты[1]. Тәүлек әйләнәһенә зәғифтәргә һәм өлкән йәштәге кешеләргә социаль ярҙам итеү хеҙмәте «Хәстәрлек системаһы» шәхси компанияһының генераль директоры һәм нигеҙләүсеһе, «Леге» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры, оло йәштәге кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуына булышлыҡ итеү «Оло быуын донъяһы» коммерция булмаған хеҙмәттәшлек идаралығының ағзаһы һәм ойоштороусыларының береһе булып тора.

Лившиц Константин Александрович Ленинград ҡалаһында тыуған. 1994 йылда Академик И. П. Павлов исемендәге беренсе Санкт-Петербург дәүләт медицина университетын «дауалаусы табип» һөнәре буйынса тамамлай[1]. 1997 йылда Санкт-Петербург медицина дипломдан һуң белем биреү академияһының курстарын тамамлай[2]. 2004 йылда Санкт-Петербург дәүләт сауҙа-иҡтисади университетында «Фармацевтика хеҙмәттәре системаһын камиллаштырыуҙа ойоштороу-иҡтисади механизмдар» (рус. «Организационно-экономические механизмы совершенствования системы фармацевтических услуг») темаһына диссертация әҙерләй[3]. 2005 йылда Стокгольм иҡтисад мәктәбен (Швеция) тамамлай[1].

Лившиц «Леге» һәм «Хәстәрлек системаһы» компанияларының нигеҙләүсеһе һәм етәксеһе булып тора. Стокгольм иҡтисад мәктәбе фекеренсә, 2003 йылда «Хәстәрлек системаһы» компанияһы иң яҡшы йыл бизнес-проекты була[1]. 2014 йылда Константин Лившицтың «Хәстәрлек системаһы» компанияһы «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды менән уҙғарылған «Социаль эшҡыуар-2014» бөтә Рәсәй конкурсының премияһы менән бүләкләнгән һәм биш йыл ваҡытҡа 2,5 миллион һум суммаға процентһыҙ займ ала[4].

Лившиц Яңы проекттарҙы үрләтеү буйынса стратегик инициативалар агентлығының эксперт советы ағзаһы һәм «Хэсэд Авраам» мәрхәмәтлелек үҙәгенең попечителлек советы ағзаһы булып тора[1].

Константин Лившиц өйләнгән, ғаиләһендә бер ул тәрбиәләнә[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Лившиц Константин Александрович. Некоммерческое партнёрство «Мир старшего поколения». Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йыл 16 июнь архивланған.
  2. Лившиц Константин Александрович. Агентство стратегических инициатив. Дата обращения: 13 июнь 2015.
  3. Организационно-экономические механизмы совершенствования системы фармацевтических услуг. Экономическая Библиотека. Дата обращения: 13 июнь 2015.
  4. Система «Забота». «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды (2014). Дата обращения: 14 май 2015.