Литовченко Никита Васильевич
Литовченко Никита Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1918 |
Вафат булған көнө | 1992 |
Вафат булған урыны | Липецк, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | Магнитогорск дәүләт техник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Литовченко Никита Васильевич (30 май 1918 йыл — 1992 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, техник фәндәре докторы, профессор.
Прокат етештереү теорияһы, техникаһы һәм технологияһы өлкәһендә белгес. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 6 монография, шулай уҡ бер нисә уйлап табыу авторы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың 30 майында СССР-ҙың Акмолинский өлкәһе Новопетропавловка (һуңыраҡ — Каражар ауылы, хәҙер юҡ) ауылында тыуған.
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1942 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын (МГМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) «металдарҙы баҫым менән эшкәртеү» һөнәре буйынса тамамлай. 1958 йылда Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтында Литовченко «Исследование процесса прокатки периодических профилей арматурной стали» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[2]. 1969 йылда уға фәнни хеҙмәттәре йыйылмаһы буйынса техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһе бирелә. Ошо уҡ йылда профессор дәрәжәһе ала. Н. В. Литовченко академик И. М. Павловты, шулай уҡ профессорҙар М. И. Бояршиновты һәм Н. Е. Скороходовты үҙенең остаздары тип һанай.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Никита Васильевич Литовченко 1946 йылдан алып Магнитогорск тау-металлургия институтында эшләй: тәүҙә ассистент вазифаһында, һуңынан доцент һәм 1963 йылдан — металды баҫым менән эшкәртеү кафедраһы профессоры вазифаһында (1975—1976 йылдарҙа был кафедраның мөдире була)[3]. 1976 йылда Липецк политехник институтына (ЛПИ, хәҙер Липецк дәүләт техник университеты) эшкә саҡырыла һәм ғүмеренең аҙағына тиклем металды баҫым менән эшкәртеү кафедраһы профессоры булып эшләй[4]
Үҙенең фәнни-техник эшмәкәрлеге осоронда ҡалын ҡорос табаҡ прокатлау, прокат стандарын көйләү, прокатлау һәм өҙлөкһөҙ ваҡ сортлы һәм сым стандары эшенең техник-иҡтисади күрһәткестәрен анализлау технологиялары, арматура ҡоросоноң төрлө киҫемдәрен прокатлау технологиялары мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Уның тикшеренеүҙәре нигеҙендә бер нисә прокатлау станы проектлана, был стандар ил эсендә — Магнитогорск, Кривой Рог, Череповец һәм Силәбе заводтарында, шулай уҡ сит илдәрҙә — Польша, Ҡытай, Болгария һәм Һиндостан заводтарында урынлаштырыла. Бер нисә тапҡыр сит илдә командировкала була, Болгарияла Кремиковский металлургия комбинатында (1965), ГДР һәм Чехословакияла металлургия заводтарында (1968), шулай уҡ Швецияла (1970)[4]. КПСС ағзаһы була.
1992 йылда Липецк ҡалаһында вафат була.
«Почет билдәһе» ордены һәм миҙалдар, шул иҫәптән «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Изобретатель ЛИТОВЧЕНКО НИКИТА ВАСИЛЬЕВИЧ
- ↑ Автореферат диссертационной работы на соискание ученой степени кандидата технических наук
- ↑ История кафедры ОМД(недоступная ссылка)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Исторический очерк о развитии и достижениях кафедры «ОБРАБОТКА МЕТАЛЛОВ ДАВЛЕНИЕМ»(недоступная ссылка) Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «stu» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- 1918 йылда тыуғандар
- 1992 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- Техник фәндәр докторҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 30 майҙа тыуғандар