Эстәлеккә күсергә

Ли Бо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ли Бай битенән йүнәлтелде)
Ли Бо
李白
Тыуған көнө:

701({{padleft:701|4|0}})

Тыуған урыны:

Суяб, Тан

Вафат булған көнө:

762({{padleft:762|4|0}})

Вафат булған урыны:

Данту, Тан

Эшмәкәрлеге:

Шағир

Жанр:

Шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Ҡытай теле

Ли Бо (хәҙерге әйтелеше Ли Бай) йәки Ли Тай-бо (ҡыт. 李白; 李太白; 701—762/763 г.) — Тан династияһы осорондағы Ҡытай шағиры. Шиғриәттең үлемһеҙ генийы (ҡыт. 詩仙, тәржемә варианттары — «илаһи шағир», «бөйөк шағир») исемдәре менән дә билдәле. Ли Бо Ҡытай әҙәбиәтенең иң арҙаҡлы әҙиптәренең береһе. Ә донъя шиғриәтендә ул Данте һәм Петрарка, Низами һәм Фирҙәүси, Пушкин һәм Шекспир менән бер кимәлдә торған оло шағир булып һанала. Уның ижади мираҫында 1100-гә яҡын әҫәр булһа, уларҙың 900-гә яҡыны — шиғыр.

1930 йылдарҙан әҙәбиәт тарихсылары Ли Бо бай саүҙагәр ғаиләһендә тыуған тип һанаһа ла, күптәр был фекерҙе яҡламай. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр билдәләүенсә, шағирҙың атаһы хеҙмәткә әллә ни тартылмаған. Уның сауҙа менән ҡасандыр мәжбүри шөғөлләнеүе мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, үҙ-үҙенә бикләнеп булһа ла, әммә мәшәҡәтһеҙ тормошта оло йәшкә тиклем ғүмер итеүе уның мал-мөлкәтле һәм хәлле булыуын дәлилләй. [1] Тарихта ул Ли Кэ исеме менән билдәле. Уның исем-шәрифендәге «кэ» киҫәксәһе, тәү сиратта, «килмешәк, илгиҙәр, мосафир; күскенсе; ҡунаҡ» тип тәржемәләнә, (русса «пришелец, странник; переселенец; гость»), шулай уҡ «саүҙагәр», тауарҙар алып килгән «сауҙа ҡунағы» мәғәнәһен дә бирергә мөмкин (русса «купец», «торговый гость», который привозит товары).[1]

Шағирҙың әсәһе хаҡындағы мәғлүмәт тағы ла наҡыҫыраҡ: уның исеме лә, фамилияһы ла билдәһеҙ. Бары тик уның сығышы менән танғуттарға яҡын торған цян ҡәбиләһенән тигән нигеҙле фаразлау ғына бар. Был ырыуҙаштар Ли ғаиләһе көнбайыш төбәктән күсеп килгән Шу ҡалаһында йәшәгән булған. Күҙаллауҙарса, Ли Боның үҫмер йылдары нәҡ ошо мөхиттә уҙа, һәм был уның артабанғы булмышына, донъяны образлы таныуына һәм хисле тәбиғәтенә нигеҙ була.[1]

Сычуань провинцияһындағы Эмэйшань тауҙары.

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шағирҙың ҡайһы төбәктә тыуғанлығы тураһында ла күп кенә юрауҙар бар. Тикшеренеүселәрҙең бер өлөшө ул элекке Төркөстандың (Төрки ҡағанлығының) бер өлкәһендә, хәҙерге Ҡырғыҙстандың төньяғындағы Чуй өлкәһенең административ үҙәге булған Тоҡмаҡ ҡалаһы янында тыуғанлығын әйтә. Икенселәр иһә уның тыуған ере тип Үҙәк Ҡытайҙың төньяғындағы Ганьсу провинцияһын атай, сөнки уның ата-бабаларының нәҡ шунан икәне билдәле. Ли Боға биш йәш булғанда, уларҙың ғаиләһе Цинляньсянға күсенә (Ҡытайҙың көньяҡ-көнбайышындағы Сычуань провинцияһының хәҙерге Цзянъю ҡалаһы). Бында ғаилә батшалыҡ итеүсе «Ли» йортоноң фамилияһын ала. Ли Бо ниндәйҙер рәсми дәүләт мәктәбендә уҡымай, ә өйҙә белем ала. Ун йәшендә шиғырҙар яҙа башлай. Уның ирек һөйөүсән һәм буйһонмаҫ холҡо йәшлек йылдарында уҡ беленә: ун һигеҙе тулғас, Чэнду ҡалаһы янындағы Миншань тауҙарына китә һәм унда даосизм остазы Дун Яньцзы ҡулы аҫтында шөғөлләнә башлай. Был уның феодаль дәүләттең конфуцианлыҡҡа нигеҙләнгән тәртипкә һалынған һәм ҡанунлаштырылған рәсми тормошонан ҡасыуы була: ул дәүер зыялыларының (интеллигенция вәкилдәренең) күпселеге илдәге дәүләт тормошонда ҡатнашыу йәһәтенән үҙҙәренә бирелгән мөмкинлек менән файҙалана һәм түрә (чиновник) вазифаларына имтихан тапшыра.

Бер нисә йыл «тәбиғилекте» һәм У-вэй тәғлимәтен өйрәнгән Ли Бо өйәҙҙәге юғары түрә һәм ғалим Су Тиндан хакимлыҡ вазифаларының береһенә саҡырыу ала, әммә унан баш тарта һәм ил гиҙергә сығып китә.

Сәйәхәт йылдарын тыуған провинцияһында уҙғара. Тәбиғәт хозурлығы шағирҙы әсир итә, һәм ул әле лә күптәр һоҡланған күп кенә әҫәрҙәрен ижад итә: «Песня о луне в горах Эмей», «Навещаю отшельника на горе Дайтянь, но не застаю его», «Одиноко сижу в горах Цзинтиншань» һәм башҡалар. Сычуань провинцияһының хозур тәбиғәте менән тулыһынса ләззәтләнгәндән һуң, егерме биш йәшлек Ли Бо Ҡытай буйлап сәйәхәткә юллана.

Үҙенең 27 йәшен Ли Бо Хубэй провинцияһында ҡаршылай. Бында ул элекке император министрының ейәнсәренә өйләнә, улар Аньду тауҙарында йәшәй, балалары тыуа. Шулай ҙа ғаилә лә уны тотоп тора алмай, һәм Ли Бо тағы ла сәфәргә сығып китә. Шацюға барғас, шағир дуҫтары менән бергә «Бамбук үҙәненән алты бойомһоҙ» (русса «Шестеро беспечных из бамбуковой долины») тигән төркөм ойоштора. Йәштәр бер ҡайҙа ла эшләмәй, тормоштан рәхәтлек алып, үҙ күңелдәрен күреп, Цзулай тауҙарында ғүмер кисерә: шарап эсә, шиғырҙар яҙа һәм тәбиғәт менән һоҡлана. Үҙҙәрен хөр фекерле һәм үҙ һүҙле итеп тотоуҙары асыл һөйәк ир-аттарҙың конфуциан образына, әлбиттә, бер нисек тә тап килмәй.

Ил гиҙеү йылдарында Ли Бо йәмғиәттең бар ҡатламдарына ҡараған төрлө һөнәр һәм төрлө яҙмышлы һәм характерлы кешеләр менән осрашып аралаша. Уларҙың күптәренә, образдарын үҙ әҫәрҙәрендә мәңгелеккә сағылдырып, үлемһеҙлек бүләк итә. Халыҡ араһында йөрөгөн хәбәрҙәр буйынса, Ли Бо көсһөҙҙәр һәм ҡыйырһытылғандарҙы ҡурсалай, ярҙамсыл һәм кеше хәленә инеүсән, башҡаларҙың аһ-зарын аңлаусы була.

рус телендә баҫылған әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Книга о Великой Белизне. М., 2002 (сост. и пер. С. Торопцева)
  • Ли Бо. Дух старины. М., 2004 (сост. и пер. С. Торопцева)
  • Ли Бо. Пейзаж души. С-Пб., 2005 (сост. и пер. С. Торопцева)
  • Поэзия эпохи Тан (7 — 10 вв.): Перевод с китайского. /Ред. Р. Делюсин, Т. Редько, В. Сорокин и др.; сост. и вступ. ст. Л. Эйдлина. — М.: Худож. лит., 1987. — 479 с.
  • Чуский Безумец Ли Бо. М., 2008 (сост. и пер. С. Торопцева)
Китаптар
  • Сисаури В. И. Книга о Ли Бо. — СПб.: Гиперион, 2015. — 320 с. — ISBN 978-5-89332-251-4.
  • Сорокин В. Ф., Эйдлин Л. З. Китайская литература. — М., 1962.
  • Торопцев С. А. Жизнеописание Ли Бо. — М.: ИДВ РАН, 2009. — 286 с.
  • Фишман О. Л. Ли Бо. Жизнь и творчество. — М.: Издательство восточной литературы, 1958. — 50 с.
  • Cooper A. (1973). Li Po and Tu Fu: Poems Selected and Translated with an Introduction and Notes (Penguin Classics, 1973). ISBN 978-0-14-044272-4.
  • Waley A. (1950). The poetry and career of Li Po (MacMillan Co., New York, 1950).
Мәҡәләләр
  • Лисевич И. С. Поэты «Золотого века» Ли Бо и Ду Фу (рус.) // «Литературная учёба» : Журнал. — 1986. — № 6. — С. 195—202. — ISSN 0203-5847.
  • Федоренко Н. Т. Великий Ли Бо (рус.) // «Известия Академии наук СССР, Серия литературы и языка» : Сборник. — 1973. — Т. XXXII. — № вып. 3, май-июнь. — С. 237—241.
  • Эйдлин Л. З. Поэт великого народа (рус.) // «Иностранная литература» : Журнал. — 1962. — № 12, декабрь. — С. 255—257.

 день) — история)