Лоцмейстер посы (Дондағы Ростов)
Иҫтәлекле урын | |
Лоцмейстер посы (Дондағы Ростов)
| |
Ил | Россия |
Ҡала | Дондағы Ростов, Дон йылғаһының һул яры |
Нигеҙләнгән | 1890-сы йылдарҙа |
Лоцмейстер посы — Перебойный утрауынан ( Азов районының) күсереп һалынған бина Дон йылғаһының һул ярында урынлашҡан, Дондағы Ростов ҡалаһы Ростов тимер юл күпере янында тора.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лоцмейстер бинаһы (хәҙер яңынан төҙөлгән), радиоэлемтә уйлап табыусы Александр Попов етәкселегендә беренсе булып[1] Рәсәйҙәге радиостанция төҙөлгән.
Лоцмейстер посы Перебойный утрауында 1890-сы йылдар башында Егурча гирлаһының Таганрог ҡултығына сыҡҡан ерҙә барлыҡҡа килгән. Уның төп бурысы булып карап капитандарына Дон йылғаһының тәрәнлеге тураһында мәғлүмәт тапшырыу торған . Бының өсөн телеграф һәм мачта ҡуйғандар. Мачтаға цифрҙар менән визуаль сигналдар баҫтырып ҡуйғандар. Мачта ҡоролмалары оҙонлоҡҡа һуҙылған бер ҡатлы йорттоң ҡыйығына — ҡыйыҡ үҙәген ослаусы ротондала урынлаштырылған.
1901 йылда лоцпосҡа билдәле физик Александр Попов, килә. Уны Дон гирлалары комитеты ҡабул итеү-тапшырыу радио ҡоролмаларын ҡуйыу өсөн махсус саҡырғандар. Быға тиклем ундай радиостанцияларҙы ул Петербург һәм Кронштадта ҡуйған булған.
Лоцмейстер посында һәм йөҙөүсе маяҡта (12 км алыҫлыҡта) килтерелгән ҡорамалдар урынлаштырыла һәм 27 августа (1901 йыл) радиостанция эшләй башлай.
1902 йылдың авгусында Александр Степанович Попов Перебойный утрауында тағы ла бер тапҡыр була.
Һөҙөмтәлә радиоэлемтә лоцмейстер посы, йөҙөүсе [[Азов диңгеҙе|маяҡ менән Ростов порты һәм Азов диңгеҙ араһында аныҡ радио бәйләнеш]] урынлаштырыла. менән Был граждандар радиостанцияһы ун йылдан ашыу эшләй һәм Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында хәрби ведомствоға тапшырыла
1940-сы йылдар аҙағында Дон йылғаһының һул ярындағы ағас лоцмейстер посы бинаһы һүтелә һәм уның урынына , әҙерәк тышҡы күренешен үҙгәртеп, яңы бина төҙөлә. Ул Ростов тимер юл күпере янында тора һәм «Динамо» һыу биреү станцияһы ҡарамағына тапшырыла.
Лоцмейстер посы өсөн таш өй төҙөү бер нисә тапҡыр туҡталып торған. 1956 йылда йортта рус ғалимы А. С. Попов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Волошинова В. Ф., Волошинова Л. Ф. 100 уникальных мест Ростовской области: Иллюстрированный справочник. Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2011.-176 с., ил. ISBN 978-5-7509-0631-4