Луиджи Пиранделло

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Луиджи Пиранделло
итал. Luigi Pirandello
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][3]
Гражданлығы Flag of Italy (1861–1946).svg Италия короллеге[d]
Тыуған көнө 28 июнь 1867({{padleft:1867|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[2][3][…]
Тыуған урыны Сицилия[d], Агридженто[d][2][5]
Вафат булған көнө 10 декабрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[6][3][…] (69 йәш)
Вафат булған урыны Италия, Рим[6][5]
Үлем сәбәбе Пневмония
Хәләл ефете Maria Antonietta Portulano[d]
Балалары Fausto Pirandello[d] һәм Stefano Pirandello[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Итальян[d]
Һөнәр төрө драматург, яҙыусы, шағир, романист, сценарий яҙыусы, автор
Ойошма йәки клуб ағзаһы Compagnia del teatro d'arte di Roma[d][8]
Уҡыу йорто Боннский университет[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1936
Ҡултамға
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Нобелевская премия по литературе
Рәсми сайт pirandelloweb.com​ (итал.)
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Luigi Pirandello
Статус авторского права как автора срок действия авторских прав истёк[d]
Commons-logo.svg Луиджи Пиранделло Викимилектә

Луи́джи Пиранде́лло (итал. Luigi Pirandello; 28 июнь 1867 йыл, Джирдженти, хәҙер Агридженто — 10 декабрь 1936 йыл, Рим) — итальян яҙыусыһы һәм драматург. Әҙәбиәт буйынса 1934 йылғы Нобель премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1867 йылдың 28 июнендә Агриджентола бай ғаиләлә тыуа. Атаһы Стефано көкөрт ятҡылыҡтары тота, әсәһе Катэрина ла сығышы менән Агриджентолағы бай буржуа ғаиләһенән була[9]. Ике ғаилә лә монархияға ҡаршы көрәштә ҡатнаша.

Башланғыс белемде Луиджи өйҙә ала, ҡарт ҡына хеҙмәтселәре Мария Стелла һөйләгән әкиәттәр һәм легендалар уға ҙур йоғонто яһай. Атаһының өгөтөнә ҡарап, техникумға инә, ләкин тиҙҙән специализацияһын гуманитар яҡҡа үҙгәртә.

1880 йылда ғаилә Палермоға күсә. Унда Луиджи гимназия тамамлай. Нәфис әҙәбиәт уҡыуға әүәҫләшә, бигерәк тә XIX быуат шағирҙарын ярата. Үҙе лә шиғырҙар яҙа башлай, ике туған ҡәрҙәше Линаға ғашиҡ була. Ошо осорҙа атаһы менән мөнәсәбәттәре насарая, әсәһе менән, киреһенсә, яҡыная.

Линаның ғаиләһе тәүҙә ҡаршы булһа ла, аҙаҡ егеттән хатта уҡыуын ташлап, ҡыҙҙары менән ҡорасаҡ ғаиләһен аҫрау өсөн тиҙерәк эшҡыуарлыҡҡа тотоноуын талап итә башлай.

Палермола Луиджи Пиранделло бюсы

1886 йылда каникулда Пиранделло атаһының предприятияһында эшләй, әммә Лина менән никах барыбер кисектерелә, ул Палермо университетының юриспруденция һәм филология факультетына инә.

1887 йылда Пиранделло һөнәр һайлауҙа, ниһайәт, ҡәтғи ҡарарға килә һәм уҡыуын Римда филология факультетында дауам итә. Римдан күңеле ҡайта, уны ул башҡа төрлө итеп күҙ алдына килтергән була. Театрҙарға йөрөй.

Латынь профессоры Онорато Оччони менән ыҙғышып, Рим университетын ташларға һәм Боннға күсергә мәжбүр була. Боннда ике йыл тора, немец классиктары менән мауыға һәм уларҙың әҫәрҙәрен итальян теленә тәржемә итә.

Әҙәби эшмәкәрлек менән 1889 йылда шөғөлләнә башлай[9]. 1890 йылдан Римда йәшәй, күп яҙыусылар һәм журналистар менән таныша. 1891 йылда Агридженто диалектын тикшереп, роман филологияһы буйынса диссертация яҡлай. Нәфис әҫәрҙәр яҙа.

Ике туған ҡәрҙәше Лина уның менән никахтан баш тарта. Пиранделло атаһының кәңәше буйынса 1894 йылда хәлле ғаиләнән Антоньетта Портулано тигән бик баҫалҡы һәм тыйнаҡ ҡыҙға өйләнә. Бер аҙҙан ике улдары, ҡыҙҙары тыуа. Пиранделло әҙәбиәт һәм журналистика менән шөғөлләнеүен дауам итә.

1897 йылда Istituto Superiore di Magistero di Roma-ла эшмәкәрлек башлай, унда итальян телен уҡыта. 1898 йылда Итало Фальбо һәм Уго Флерес менән бергә «Ariel» журналын аса, шунда яҙмаларын баҫа.

1903 йыл Пиранделло ғаиләһе өсөн бик ҡатмарлы була. Бөтә аҡсаны көкөрт сығарыу предприятиеһына һалған булалар, әммә ул бөлә. Аҡсаһыҙ ҡалғанды белгәс, Пиранделлоның ҡатыны шаңҡыу кисерә, психик сәләмәтлегенә зыян килә.

Пиранделло үҙ-үҙенә ҡул һалыу тураһында уйланып ҡуя. Тик был ниәтенән баш тартып, финанс хәлен яҡшыртыу өсөн күп эшләй, итальян һәм немец телдәре буйынса күберәк дәрестәр бирә, «Новая антология» журналында әүәл гонорарһыҙ баҫтырған әйберҙәре өсөн түләү талап итә.

1909 йылдан ғаиләнең финанс хәле яҡшыра башлай, Пиранделлоның яҙыусы булараҡ даны үҫә, әммә Антоньеттаның ауыр психик хәле менән бәйле үтә ныҡ шикселлеге һәм көнсөллөгө арҡаһында ғаиләлә хәл насарлана.

Беренсе донъя һуғышы башланғас, Пиранделлоның Стефано тигән улы доброволец булып фронтҡа китә, әсирлеккә эләгә, һуғыш тамамланғас ҡына өйгә әйләнеп ҡайта.

Пиранделлоның ҡатынының психик хәле насарланыуын дауам итә. Өйәнәктәр һәм галлюцинациялар даими йонсота. Пиранделло психиатрия дауаханаһына мөрәжәғәт итергә мәжбүр була һәм 1919 йылда ҡатынын шунда һала. Антоньеттаны өйгә ҡатйтарып, үҙе тәрбиәләргә ынтылып-ынтылып ҡуя, әммә ҡатыны ғүмерлеккә психиатрия клиникаһында ҡала.

1925—1928 йылдарҙа Пиранделло Рим Художество театрының етәксеһе була, режиссёр булараҡ үҙенең пьесаларын, шулай уҡ замандаш итальян һәм сит ил авторҙарының (Массимо Бонтемпелли, Де Стефани, К. Паволини һ.б.) пьесаларын ҡуя. Был театр етәксеһе вазифаһын алыуҙа уға Муссолини ярҙамлаша. Улар электән таныш була һәм яҙыусы бер ни тиклем Италия фашистик партияһының ағзаһы ла була. Ләкин 1927 йылда фашистар менән мөнәсәбәттәре хөртәйә, ул халыҡ алдында ағзалыҡтан баш тарта һәм үҙенең сәйәсәткә ҡатнашмауы тураһында белдерә.

1929 йылда Пиранделло Италия Академик премияһы менән наградлана, 1934 йылда әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына лайыҡ була.

Луиджи Пиранделло 1936 йылдың 10 декабрендә Римдағы йортонда яңғыҙы вафат була.

Әҙәби эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәткә шағир булараҡ килә. «Һөйөнөслө һыҙланыу» (1889) тигән шиғыр йыйынтығы баҫтыра. Тәүге новеллалар йыйынтығын («Мөхәббәтһеҙ мөхәббәт» („Amori senza amore“) 1894 йылда сығара. «Йыллыҡ новеллалар» (1922) тигән йыйынтығында веризм традициялары «бәләкәй» кешенең эске донъяһын һәм донъя өмөтһөҙлөгөнә ҡаршы рухи фетнәһен яҡтыртыу менән берләшә. Новеллалары һуңынан Пиранделлоның ҡайһы бер пьесаларының нигеҙенә ята.

Тәүге эштәрендә Пиранделло Сицилия ауыл-ҡаласыҡтарын, ундағы кешеләрҙең тормошон һүрәтләй.

Ҡайһы бер әҫәрҙәре веризм традицияларынан ситләшһә лә, уның һыҙаттарын юғалтмай. Мәҫәлән, «Ҡара шәл» новеллаһында Пиранделло төп геройҙың (ҡарт ҡыҙ) психологияһына тоҫҡала. Ҡарт ҡыҙ йәмғиәттә нығынған фекерҙәргә ҡаршы сығып булһа ла үҙ тормошон ҡорорға тырыша. Автор шул уҡ ваҡытта кешеләре аҡса өсөн бөтәһенә һәләтле булған йәмғиәтте тәнҡитләй.

«Тығыҙ фрак» новеллаһында үҙе уҡытҡан ҡыҙҙың туйына барған профессор йәмғиәттә йәшәп килгән хөрәфәттәрҙең был ҡыҙҙың яҡмышын емерә яҙғанын күрә.

Йәмғиәт хөрәфәттәренә ҡаршы сығыуҙы автор «Поезд һыҙғыртыуы» новеллаһында ла һүрәтләй. Төп герой, счетовод, ҡапыл тормошонан ҡәнәғәт түгеллеген аңлай. Сәйәхәттәр тураһында хыяллана торғас, ысынбарлыҡтың өмөтһөҙлөгөнә бирелеп, ул аҡылдан яҙа, хыялдағы донъяһына күсә.

«Ғали йәнәптәре» һәм «Алйот» тигән новеллаларында әҙип сәйәси интригаларҙән көлә, уларҙың ни тиклем ваҡ һәм мәғәнәһеҙ булыуын һүрәтләй.

Ҡайһы бер новеллаларында автор ғөмүмән тормош тураһында һөйләй. Мәҫәлән, «Ҡунаҡханала үлде» новеллаһында тормош даими ығы-зығы хөкөм һөргән, өҙлөкһөҙ кешеләр килеп-китеп торған ҡунаҡхана кеүек итеп һүрәтләнә.

Социаль ҡаршылыҡтарҙы Пиранделло «Веер» новеллаһына тәнҡитләй. Унда балаһының атаһы тарафынан ташланған меҫкен крәҫтиән ҡатыны, таланған хужабикә үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙы берҙән-бер ҡотолоу сараһы тип иҫәпләй.

Пиранделло ижадына декаданс һәм пессимизм һыҙаттары хас булһа ла, ул гуманист булып ҡала, кеше хистәренең реаллеген тасуирлай.


Пиранделлоның алты романы, шул иҫәптән автобиографик «Ҡарттар һәм йәштәр» („I vecchi e i giovani“, 1909), «Кино төшөрөлә» („Si gira“, 1915) романдары бар.

«Ситләтелгән» (1901) романында автор йәмғиәтте һәм социаль хөрәфәттәрҙе тәнҡитләүен дауам итә, бында ул үҙаллылыҡ алырға, аяғына баҫырға тырышҡан һәм тирә-яғындағыларҙың мәсхәрәле көлөүенә дусар булған ҡатынды тасуирлай.

Пиранделлоның «Мәрхүм Маттиа Паскаль» („Il fu Mattia Pascal“, 1904) тигән иң билдәле романында хәҙерге заман йәмғиәтендә йәшәгән кешенең социаль «битлеге» менән ысын «йөҙө» араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ күрһәтелә. Романдың геройы, яңы тормош башламаҡ булып, үҙен үлгән тип уйлаһындар өсөн бөтәһен дә эшләй. Тик ул азатлыҡ алмай, сөнки йәмғиәттән башҡа йәшәй алмай, ә икенсе көбө уны эске үҙе менән ҡапма-ҡаршылыҡҡа килтерә.

«Әйләнә» романында автор кеше тормошоноң мәғәнәһеҙлеген уртаға сығара.

Италияла фашизм көсәйгән осорҙа Пиранделлоның ижады психологик темаларға бикләнә.

Драматургияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе пьесаһын 1910 йылда яҙа, шунан «Әгәр былай булмаһа…» (һуңынан «Башҡалар өсөн хоҡуҡ» тип атала) пьесаһын 1915 йылда ижад итә. Күп кенә пьесаларының сюжеттары Пиранделлоның элгәрге новеллаларына нигеҙләнә. Пиранделлоның 1910-сы йылдар драматургияһында сицилий диалектындағы көнкүреш комедиялары өҫтөнлөк итә («Лиола», 1916 һәм башҡалар). Уларҙан һуң итальян телендә парадокстар тулы фәлсәфәүи-психологик драмалар яҙа башлай.

Пиранделло ижадына веристик драматургия ҙур йоғонто яһай. «Алты персонаж автор эҙләгәндә» (Sei personaggi in cerca d’autore, 1921) тигән драмаһында сәнғәт менән тормош араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ кәүҙәләндерелә. Пьеса ике планға: фантастик һәм реаль өлөшкә бүленгән. Беренсе планда уйҙа ғына булған, әле яҙылмаған пьеса персонаждары был пьесаны яҙыуҙы талап итә, ә икенсеһендә пьеса персонаждарының фажиғәһе һүрәтләнә.

«Шәрәләр кейенә» пьесаһында реалистик сюжетта буржуаз ханжалыҡ тәнҡитләнә. Был пьесала ла битлектәр образы бар.

«Һәр кем үҙенсә» (1924) һәм «Бөгөн беҙ импровизациялайбыҙ» (1930) драмаларында әхлаҡтың субъективлығы һәм ысынбарлыҡ менән иллюзия араһында сик юҡлығы раҫлана. «Генрих IV» („Enrico IV“, 1922), «Мин һиңә биргән тормош» (1924) драмаларында ысынбарлыҡҡа һәм иллюзияларға ҡаршы протест темаһы күтәрелә.

Пьесалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Тиски» (1910, «Мета-стазио», Рим) театры
  • «Право для других» (1915, «Мандзони» театры, Милан)
  • «Лиола» (1916, «Арджентина» театры, Рим)
  • «Колпак с бубенчиками» (1917, «Национале» театры, Рим)
  • «Кувшин» (1917, шунда уҡ)
  • «Наслаждение в добродетели» (1917, «Кариньяно» театры, Турин)
  • «Прививка» (1917)
  • «Это так [если вам так кажется]» (1917, «Олимпия» театры, Милан)
  • Патент, «La patente», 1918
  • Игра сторон или Любовный треугольник, Il giuoco delle parti, 1919
  • «Человек, зверь и добродетель» (1919, «Олимпия» театры, Милан)
  • «Но это несерьёзно!», Ma non e' una cosa seria, 1919
  • «Как прежде, но лучше, чем прежде» (итал.)баш. (1920, Театр Гольдони (инг.)баш., Венеция)
  • «Шесть персонажей в поисках автора» (1921, «Балле» театры, Рим)
  • «Генрих IV» (1922, «Мандзони» театры)
  • «Обнажённые одеваются» (1922, «Квирино» театры)
  • «Дурак» (1922)
  • «Жизнь, которую я тебе даю» («Квирино» театры)
  • «Чужой сын», L’altro figlio, 1923
  • «Каждый по-своему» (1924)
  • «Джара», La giara, 1925
  • «Новая колония» (1928, «Арджентина» театры)
  • «Лазарь», 1929 («Ройял-театр», Хаддерсфилд ҡалаһы)
  • "Так чей же это всё-таки ребёнок?, O di uno o di nessuno?
  • «Когда ты стал знаменитостью», Quando si e' qualcuno, 1933
  • «Неизвестно как» , Non si sa come, 1934
  • «Легенда о подменённом сыне», 1934 («Ланд-тиэтр», гБрауншвейг ҡалаһы)
  • «Сегодня мы импровизируем» (1930, «Нойе шаушпильхаус» театры, Кёнигсберг)
  • «Горные великаны» (1936)

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баҫмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Opere, v. 1—6, [Mil.], 1956—60;
  • Пиранделло Л. Обнажённые маски / Предисл. Г. В. Рубцовой. М.—Л., 1932.
  • Пиранделло Л. Новеллы / [Предисл. Н. Елиной]. М., 1958.
  • Пиранделло Л. Пьесы / Предисл. Н. Елиной. М., 1960.
  • Пиранделло Л. Покойный Маттиа Паскаль. — СПб.: Антология, 2005. — 223 с.
  • Пиранделло Л. Записки кинооператора Серафино Губбьо. М., Текст, 2011.

Тәнҡит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Н. Елина. Луиджи Пиранделло, 1958
  • Топуридзе Е. И. Философская концепция Луиджи Пиранделло. Тбилиси, 1971.
  • Молодцова М. Луиджи Пиранделло. Л.: Искусство, 1982. — 215 с.
  • Реизов Б. Г. Луиджи Пиранделло в России // Реизов Б. Г. Из истории европейских литератур. Л.: ЛГУ, 1970.
  • Рогозина Е. Традиции итальянской commedia dell’arte в творчестве Л. Пиранделло и Д. Фо // Ярославский педагогический вестник. 2002. № 4.
  • Фейгина Е. В. Значение категорий «жизни» и «смерти» в новеллистике Л. Пиранделло // Филология в системе современного университетского образования. Вып. 5. М., 2002. С. 85 — 89.
  • Storia della letteratura italiana, v. 9, Mil., 1969.
  • Gardair J.-M. Pirandello…, P., 1972.
  • Barbina A. Bibliografia della critica pirandelliana. 1889—1961, [Firenze, 1967].
  • Ferrante L. Pirandello, Firenze, 1958.
  • Puglisi F. L’arte di Luigi Pirandello, Messina-Firenze, [1958].
  • MacClintock L. The ago of Pirandello. Bloomington, 1951.

Экранлаштырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1926 — Покойный Маттиа Паскаль / Feu Mathias Pascal (реж. Марсель Л’Эрбье)
  • 1932 — Какой ты меня желаешь / As You Desire Me (адаптация, с Гретой Гарбо, по мотивам произведения Пиранделло «Come tu mi vuoi» о нашумевшем деле Брунери-Кастелла.)
  • 1937 — Человек ниоткуда / L’Homme de nulle part (экранизация романа «Покойный Маттиа Паскаль» реж. Пьер Шеналь)
  • 1971 — Кувшин (СССР, реж. Ираклий Квирикадзе)
  • 1972 — Как прежде, но лучше, чем прежде / Comme avant, mieux qu’avant (TV) (Франция, телевизионный фильм, реж. Ив-Андре Юбер (фр.)баш.; Фульвия Джелли — Магали Ноэль)
  • 1984 — Хаос (Италия, реж. братья Тавиани)
  • 1999 — Кормилица — La Balia (Италия, реж. Беллоккьо, Марко)
  • 2010 — Счастливое семейство (Италия, реж. Габриэле Сальваторес)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. OCLC. VIAF[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118594567 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. Person Profile // Internet Movie Database — 1990.
  5. 5,0 5,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
  6. 6,0 6,1 Елина Н. Г. Пиранделло Луиджи // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1975. — Т. 19 : Отоми — Пластырь. — С. 549.
  7. SNAC — 2010.
  8. Teatro di Torino — 1925.
  9. 9,0 9,1 Пиранделло Луиджи / Елина Н. Г. // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]