Эстәлеккә күсергә

Саңғы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Лыжи битенән йүнәлтелде)
Саңғы
Рәсем
Исем Schneeschuh
Спорт төрө саңғы спорты
Код MCN 9506.11.00
 Саңғы Викимилектә
Быймалы һунар саңғыһы.
Беркеткесе — йомшаҡ күндән

Саңғы — кешенең ҡар өҫтөнән йөрөй торған ҡулайламаһы. Ике оҙон (150—220 сантиметр) ағас йә пластик планканан ғибәрәт, алғы остары ослайып бөткән һәм өҫкә ҡарай бөгөлгән. Саңғы аяҡҡа беркеткес менән беркетеп ҡуйыла. Хәҙерге саңғыларҙы файҙаланыу өсөн махсус ботинка ла алырға кәрәк. Саңғы ҡар өҫтөнән шыуып йөрөү өсөн хеҙмәт итә.

Ҡаяға төшөрөлгән боронғо саңғысы һүрәте. Швеция, беҙҙең эраға тиклем 1050 йыл самаһы (Böksta Runestone)
Альталағы ҡаяға төшөрөлгән саңғысы һүрәте (уңда аҫта), беҙҙең эраға тиклем 1000 йыл самаһы[1]
Нанай һунарсыһының саңғыһы, ҡамус (болан ботоноң тиреһе) менән көпләнгән. Амурск ҡалаһы музейының экспонаты
Мәскәү Русы ғәскәре яу юлында, XVI быуат. С. В. Иванов картинаһы. 1903

Рәсәйҙәге һәм Скандинавиялағы ҡаяларҙа табылған һүрәттәр беҙҙең эраға тиклем меңдәрсә йыл элек үк унда йәшәгән кешеләрҙең саңғы файҙаланғанын дәлилләй[2]. Рәсәйҙәге Залавруга йылғаһы (Выг йылғаһының ҡороған ҡушылдығы) буйында табылған һүрәт, мәҫәлән, беҙҙең эраға тиклем 2000—1500 йылдарҙа төшөрөлгән, унда саңғылы кешеләрҙең һунар итеүе һүрәтләнә, саңғы эҙҙәре йәнәшендә түңәрәк төрткөләр килә, улар, моғайын, саңғы таяғы эҙҙәрелер тип фараз ителә[1]. Псков өлкәһендә Сенница күле буйында Дубокрай тигән ауыл бар, ул бик боронғо археологик табылдыҡтар менән билдәле. Күл төбөндә 1982 йылда А. М. Микляев һәм башҡа Ленинград археологтары тарафынан боронғо саңғы табылған, ул беҙҙең эраға тиклем 2620—2160 йылдар тирәһендә ҡарама ағасынан эшләнгән, тигән һығымта яһалған[3][4].

Кола ярымутрауының көньяғында ҡулланылған саңғы ике аяҡҡа ике төрлө оҙонлоҡта итеп эшләнгән. Ҡыҫҡаһы менән этәрелгәндәр, тигеҙлек һаҡлар өсөн бер таяҡ тотҡандар. Ә Скандинавияның боронғо кешеләре бер иш оҙонлоҡтағы саңғы кейеп йөрөгән. Норвегияға нигеҙ һалған легендар Нор фьордтарға «һәйбәт саңғы юлы» буйлап килгән[5].

Саңғыны һалҡын климатлы, оҙон ҡышлы төбәктәрҙә йәшәгән төньяҡ халыҡтары уйлап тапҡан. Кешегә йыш ҡына ҡар өҫтөнән, ҡайһы берҙә бик бейек көрттәр буйлап хәрәкәт итергә тура килгән. Моғайын, тәүҙә табандың ҡарға баҫыу майҙанын ҙурайтып, ҡарға батыртмай торған ҡулайлама — ҡарҙа атлағыс уйлап тапҡандарҙыр. Тикшеренеүселәр ҡарҙа атлағыс менән файҙаланған, әммә саңғының ни икәнен дә белмәгән төньяҡ халыҡтарын асҡаны билдәле. Был ҡулайламаны камиллаштыра барып, саңғы уйлап сығарылғандыр, моғайын. Археологик табылдыҡтарға ҡарап фекер йөрөткәндә, Алтайҙа һәм Байкал күле тирәһендә барлыҡҡа килгән ҡарҙа атлағыстар беҙҙең эраның XVI быуатына тиклем киң ҡулланылған. Ләкин был ваҡытҡа саңғы ла барлыҡҡа килгән булған.

Саңғы барлыҡҡа килеүҙең ихтимал булған юлдарының икенсеһе — сана өлгөһөнә эйәреп яһалыуы. Саңғы еңел сана табанына оҡшаған.

Тәүҙә саңғыны тура тәғәйенләнештә — ҡыш көнө һунар иткәндә, яуҙа ҡар ярып йөрөү өсөн ҡулланғандар. Саңғы парының нисбәте лә ошо маҡсаттарға бәйле булған — улар ҡыҫҡа (уртаса 150 сантиметр) һәм киң (15 — 20 сантиметр) итеп, аҙымлап йөрөүгә ҡарағанда, шыуып йөрөүгә уңайлы итеп яһалған. Бындай саңғыларҙы әле Рәсәй Федерацияһының көнсығышында осратырға була, уларҙы һунарсылар һәм балыҡсылар киң файҙалана. Ҡайһы берҙә ҡалҡыулыҡҡа үрләүҙе еңелләштереү өсөн саңғы табанын тире менән ҡамуслағандар.

XIX быуат аҙағы — XX быуат башында ял төрө булараҡ саңғы  спорты барлыҡҡа килә. Ул саңғыла тиҙлек менән йә кинәнес алыу өсөн йөрөүҙән ғибәрәт. Тиҙлек менән йүгереүгә яраҡлаштырылған нисбәтле — оҙонлоғо 170—220 сантиметр һәм киңлеге 5 - 8 сантиметрлы — саңғылар барлыҡҡа килә. Саңғы шулай уҡ армияла ла индерелә. Сама менән шул уҡ ваҡытта саңғы таяғы ла ҡулланыуға инә, ул саңғыла хәрәкәт итеүҙе күпкә еңелләштерә.

Тора-бара саңғы спорт инвентарына әүерелә һәм әлеге таныш ҡиәфәтен ала.

Материалдар һәм технологиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүҙә саңғы ағастан, бөтөн таҡтанан эшләнә. XIX—XX быуаттар сигендә,саңғы спорты үҫеү һәм техник революция менән бәйле, саңғы үҙгәрештәр кисерә. Нисбәттәре генә үҙгәреп ҡалмай, ул бер нисә өлөштән тора башлай, станоктарҙа яһала, саңғы фабрикалары барлыҡҡа килә. Пластиктар барлыҡҡа килгәнсе шулай дауам итә.

Ҡайһы бер пластик материалдар саңғы өсөн ҡулай сифаттарға эйә: еүешләнмәй, уға ҡар йәбешмәй, һәйбәт шыуа. Тәүҙә пластик менән көпләнгән саңғылар барлыҡҡа килә, шунан тотош пластиктан эшләй башлайҙар.

Әлеге ваҡытта саңғының эсе бик ҡатмарлы булырға мөмкин — спорт һәм спорт инвентары индустрияһы ғилми эҙләнеүҙәргә ҙур аҡсалар һала. Хәҙерге саңғыларҙа пластиктың, ағастың, композитлы материалдарҙың, иретмәләрҙең төрлө төрҙәре ҡулланыла.

Саңғының шыуа торған табаны өсөн төрлө майҙар файҙаланыла.

Шыуыу һәм табанды майлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Советтар Союзында етештерелгән «Висти» саңғы майы — ҡулланыу буйынса инструкция баҫылған фирма ҡабында

Саңғының шыуыусанлығына уның һығылмалылығы, профиле, һүрәт текстураһы, ҡарҙың температураһы һәм дымлылығы, боҙ кристалдарының рәүеше, ҡар өҫтөнөң үҙсәнлектәре йоғонто яһай. Саңғы табанына преслап йәбештерелгән полиэтилендың шыуғандағы ышҡылыу коэффициенты 0,02-0,05 диапазонына инә. Шыуыусы йөҙлөктә текстуралы һүрәт барлыҡҡа килә, уның ҡытыршылығы етештереүсе тарафынан билдәле бер һауа торошо шарттарына иҫәпләнә. Һалҡын көн өсөн саңғы табаны — нескә шлифовкалы, епшек ҡар өсөн тупаҫ итеп эшләнә. Маҡсат саңғы табанының йөҙө менән ҡар араһында күп тигәндә 10 мкм ҡалынлығындағы һыу ҡатламы хасил итеүҙән тора. Нормаль шарттарҙа был хәл иткес фактор була. Шлифовка ярҙамында ҡар менән саңғы табаны араһындағы тейешеү зонаһын 5—15 процентҡа тиклем үҙгәртеп була, был иһә һыу ҡатламының ҡалынлығына тәьҫир итә.

Саңғы өсөн ҡулланылған пластик үҙе үк ағасҡа ҡарағанда яҡшыраҡ шыуһа ла, майлау ярҙамында уны тағы ла яҡшыраҡ итергә мөмкин. Һыңар саңғының табанына, етештереүсе мәғлүм итеүенсә (CPS Austria Group), 110 °С температурала 1 грамм самаһы май һеңдерелә (UHMW-PE аморф структураһында һәм тултырғыста иретелә). Төрлө әҙерләүсе тиҫтәләрсә төрлө май эшләп сығара. Полиэтилендың өҫкө йөҙөнөң тарттырылыу коэффициенты — яҡынса 0,032 Н·м, ғәҙәти парафин майҙарының — 0,029 Н·м, фторлы өҫтәмәләр ҡушылған майҙарҙыҡы — хатта 0,017 Н·м; был өҫтәмәләр епшек ҡарлы саңғы юлында шыуыу һәләтен арттыра. Саңғының шыуыусанлығы өсөн иң һәйбәте — бер нисә градус һалҡынлыҡ (0-4 °С). Бындай шартта шыуыу, ышҡылыуҙан бигерәк, гидродинамика күренеше булып тора. Текстуралы һүрәттең аналогтары йәнле тәбиғәттә бар — мако акулаһы һөжүм итер алдынан кәүҙәһенең турбулентлығын арттырыу өсөн тәңкәләрен ҡабартып ебәрә. Әммә был эффект саңғысы ҙур тиҙлек менән барғанда ғына (20 км/сәғәттән артҡанда) эшләй башлай һәм 1-2 км/сәғәт өҫтәй. Һалҡыныраҡ һауала шыуыусанлыҡ та кәмей бара. Ниһайәт, температура −15 °С-тан түбәнерәк төшһә, саңғы табаны менән ҡар араһындағы һыу ҡатламы юҡҡа сыға. Ундай температураға май һайлау еңеләйә төшә: ул ни бары ҡарҙан ҡатыраҡ булырға тейеш.

Майҙы һылау — ҡатмарлы эш. Һәүәҫкәрҙәргә май ҡабының тышына яҙылған тәҡдимдәргә һуҡырҙарса эйәрергә һис ярамай. Мәҫәлән, майҙы үтек менән яғыу йә циклевкалау иремәй торған майҙы буяй алмағанда ғына мөмкин. Ә щетка менән «текстура һүрәте асылғансы» ышҡырға тигән кәңәш бары тик етештереүсенең маркетинг хәйләһе генә булып тора. Улай иткәндә майҙың 99 проценты табанға яғылмай; ә яғылып ҡалғаны 5—15 километрға ғына етә. Өҫтәүенә, һөҙөмтә профессионалдар ғына өлгәшә алған ҙур тиҙлектәрҙә генә күренә, әммә ныҡ һыуыҡта бөтөнләй күренмәй. Профессионалдар текстура һүрәтен һәм пластик төрөн (тиҫтәләрсә вариант) билдәле бер һауа торошона тоҫмаллап һайлай (ҡайһы берҙә улар ҙа яңылыша). Щетка менән ышҡымаһаң, шул уҡ эште ҡар ике километр үткәнсе башҡарып сыға.

Шыуыу сифатын баһалау өсөн иң ябай ысул — таяҡ менән этәрелмәйенсә ҡалҡыу урындағы саңғы юлынан шыуып төшөү. Саңғы үткән аралыҡ әлеге һауа торошона майҙың яраҡлылығы һәм уны буяу ысулы күрһәткесе булып тора ла инде.

Скиборд (тау саңғыһы)

Тау саңғыһы — бейек битләүҙәрҙән төшөү һәм тау саңғыһы спорты өсөн файҙаланыла торған саңғы төрө.

Тәүҙә тау битләүҙәренән спорт шыуыуы өсөн ярым ҡаты беркеткесле ҡәҙимге саңғылар ҡулланыла. Яйлап улар яҡшыртыла бара. Тәүге модификацияларҙың береһе саңғының ситтәренә тышҡы яғынан тар (4-5 мм) металл таҫма беркетеүҙән ғибәрәт. Металл саңғының тауҙарҙағы ҡаты ҡарға (фирнға) тейеп игәлеүен кәметә, саңғыға идара итеүҙе еңелләштерә.

Артабан тау саңғыларына тотороҡло үксәле махсус беркеткес, махсус ботинкалар эшләнә.

Пластик барлыҡҡа килгәс, саңғы төҙөлөшө тағы ла ҙурыраҡ үҙгәрештәр кисерә. Хәҙерге тау саңғылары — замандың фәнни һәм техник ҡаҙаныштары файҙаланылған юғары технологиялы продукт ул.

Донъялағы йүгереү саңғыһы етештереү буйынса иң эре биш компанияның иң һуңғы моделдәре. Һулдан уңға: Rossignol, Madshus, Salomon, Fischer, Atomic.

Йүгереү саңғыһы ике ҙур класҡа бүленә: пластик һәм ағас. Пластик саңғылар үҙ сиратында тағы ла ике төркөмгә бүленә: һырлы ҡалыплы (йәғни саңғы табанының урта өлөшө һырлы) һәм шыма ҡалыплы саңғы (йәғни саңғы табанының урта өлөшө шыма) . Шыма ҡалыплылар тағы ике төркөмгә бүленә: классик стилдә йөрөү (саңғылар саңғы юлында бер-береһенә йәнәш шыуҙырыла) һәм коньки стилендә йөрөү (саңғысы киң саңғы юлынан конькиҙа йүгергән кеүек хәрәкәт итә) өсөн.

Һырлы һәм һырһыҙ пластик саңғы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалыбында (ботинкалы урта өлөшөндә) һырҙары булған саңғылар һәүәҫкәрҙәр өсөн яҡшы, әммә профессиональ спортсылар ундайҙы ҡулланмай. Был саңғы Европала һәм Америкала күп һатыла.

Һырлы саңғыға тотҡарлау майы буяп тороуҙың кәрәге юҡ, шуға ул майлау техникаһы менән таныш булмаған һәм ара-тирә генә сығып йөрөгән тәжрибәһеҙ саңғысылар өсөн бик уңайлы.

Әммә һырҙар саңғының артҡа шыуып тороуын тотҡарлап ҡына ҡалмай, алға барыуҙы ла бер аҙ әкренәйтә. Шунлыҡтан һырлы ҡалыплы саңғы спортта бөтөнләй ҡулланылмай.

Шыма ҡалыплы пластик саңғыларҙың ботинка аҫты өлөшөн аяҡ алмаштырғанда артҡа шыуыуҙы тотҡарлай торған май менән майлайҙар. Яңы шөғөлләнә башлаған кешегә өс төрлө саңғы майы, пластик ҡырғыс һәм май буяғыстарҙан торған ябай ғына йыйылма етә.

Саңғы беркеткестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саңғы ботинкаға төрлө ҡатмарлылыҡтағы төрлө беркеткес менән нығытыла. Беркеткес төрҙәре:

  1. ябай
  2. фомшаҡ
  3. ярым ҡаты
  4. ҡаты
  5. тау
  1. 1,0 1,1 Øivind Kulberg From Rock Carvings to Carving Skis (инг.) // Skiing Heritage. — 2007. — Т. 19. — № 2. — P. 34—37. — ISSN 1082-2895.
  2. Лыжи // БРЭ. Т.18. М., 2011.
  3. Микляев А. Подводные археологические исследования озера Сенница в 1982-87 гг // Сообщения государственного Эрмитажа. — Л., 1990. — № 4. — ISSN 0132-1501.
  4. Валерий Кудрявцев, Жанна Кудрявцева. История двух деревянных подошв // Спорт мира и мир спорта. — Молодая гвардия, 1987. — С. 145. — 331 с.
  5. Зимние радости(недоступная ссылка). // The New Times, 17.12.2011
  • Лыжи // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
  • Why is ice and snow slippery? The Tribo-physics of skiing, L. Karlöf, L. Torgersen Axell, D. Slotfeldt-Ellingsen
  • Sliding Friction of Polyethylene on Snow and Ice, L. Bäaurle, Swiss Federal Institute of Technology, Zurich
  • Friction characteristics between ski base and ice — fundamental lab scale tests and practical implications, P. Sturesson, Uppsala Universitet
  • Performance Skiing: Training and Techniques to Make You a Better Alpine Skier, G. Thomas, ISBN 0-8117-3026-3
  • Teflon® Paraffin Low Friction Wax for All Snow Conditions, DuPont Technology
  • The complete quide to cross-country ski preparation, N. Brown, ISBN 0-89886-600-6
  • «Родителям подрастающих лыжников». Заслуженный мастер спорта России Иван Кузьмин рассказывает родителям, как правильно выбрать лыжи, лыжные ботинки и лыжные палки для ребёнка  (рус.).
  • Как намазать беговые лыжи? Главный редактор журнала «Лыжный спорт», мастер спорта СССР по лыжным гонкам Иван Исаев рассказывает о простых и дешёвых способах смазки беговых лыж лыжной мазью  (рус.).