Эстәлеккә күсергә

Любимов Григорий Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Любимов Григорий Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 июнь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 7 март 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим, физик
Эшмәкәрлек төрө механика[1], механика сплошных сред[d][1] һәм магнитная гидродинамика[d][1]
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Седов Леонид Иванович
Кемдә уҡыған Чёрный, Горимир Горимирович[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы медаль «В память 850-летия Москвы» Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Вики-проект Проект:Математика[d]

Григорий Александрович Любимов (23 июнь 1932, Мәскәү — 7 март 2023) — тотош мөхит механикаһы өлкәһендә СССР һәм Рәсәй ғалимы.

1942 йылдың июлендә хәрби кадрҙар ғаиләһендә тыуған[2], атаһы Бөйөк Ватан һуғышы фронтында һәләк була.

1950 йылда Мәскәүҙең урта мәктәбен алтын миҙал менән тамамлай. 1950 йылда В. Ф. Болховитинов йоғонтоһонда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә. Л. И. Седовтың һәм Г. Г. Черныйҙың уҡыусыһы. 1958—1960 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты гидромеханика кафедраһының кесе ғилми хеҙмәткәре. Физика-математика фәндәре кандидаты (1958) Диссертацияһының темаһы «Метод решения задач газодинамики и магнитогидродинамики о течениях с сильными ударными волнами».

1960 йылдың майынан Мәскәү дәүләт университетының Механика институтында эшләй (Дөйөм гидромеханика лабораторияһы мөдире (1960—2004), баш ғилми хеҙмәткәр (2004 йылдан). Физика-математика фәндәр докторы (1965), диссертацияһының темаһы «Магнитогидродинамические течения с узкими слоями резкого изменения параметров потока и поля», профессор (1973). Ионлаштырыусы һуҡма тулҡындар теорияһын төҙөүсе (1959, А. Г. Куликовский менән).

Газ динамикаһы, магнитлы гидродинамика һәм плазма динамикаһы, биомеханика буйынса 150-нән ашыу фәнни мәҡәлә баҫтырған[3]. 14 фән кандидаты әҙерләй.

Рәсәй Фәндәр академияһының биомеханика буйынса ғилми советы рәйесе, Рәсәйҙең теоретик һәм ғәмәли механика буйынса милли комитеты рәйесе урынбаҫары (2011 йылға тиклем), «Известия РАН. Механика жидкости и газа» журналы редакцияһының яуаплы мөхәррире.

Танылыуы һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем (2000) — ғилми эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн[4]
  • Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты (2003, авторҙашы менән) — «Нелинейные волны в сплошных средах, описываемые гиперболическими системами уравнений высокого порядка: разрывы и их структуры» хеҙмәте өсөн
  • СССР Фәндәр академияһының С. А. Чаплыгин исемендәге премияһы лауреаты (1973) «Магнитогидродинамические течения в каналах» монографияһы өсөн (авторҙашлыҡта)
  • МДУ-ның атҡаҙанған ғилми хеҙмәткәре (2003)
  • Магнитная гидродинамика Учебник. 1-е издание (1962, с А. Г. Куликовским)
  • Магнитогидродинамические течения в каналах (1972, с А. Б. Ватажиным, С. А. Регирером)