Эстәлеккә күсергә

Мальцева Евгения Елисеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мальцева Евгения Елисеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 24 декабрь 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Волосникова[d], Ҡурған өйәҙе, Тубыл губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 февраль 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (94 йәш)
Вафат булған урыны Ҡурған, Рәсәй
Биләгән вазифаһы мәктәп директоры
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Евгения Елисеевна Мальцева (24 декабрь 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}), Волосникова[d], Тубыл губернаһы21 февраль 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (94 йәш), Ҡурған) — рус совет уҡытыусыһы, 1914—1934 йылдарҙа — Ҡурған өйәҙендә ауыл уҡытыусыһы, 1935—1957 йылдарҙа — Ҡурған ҡалаһының 29-сы мәктәбе директоры, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ҡурған ҡалаһының почетлы гражданы (1967).

Евгения Мальцева 1898 йылдың 24 декабрендә, Тобольск губернаһының Ҡурған өйәҙе Усть-Суерское улусы Волосниково ауылында (хәҙер ауыл Ҡурған өлкәһенең Памятное ауыл советына инә) тыуған.

1914 йылда Введенское ике класлы ҡатын-ҡыҙҙар училищеһын тамамлай, Ҡурған өйәҙе Падеринское улусы Галкинское башланғыс мәктәбендә (хәҙер Кетово районында), һуңынан Ҡурған өйәҙе Сычево улусы Шепотково ауылында (хәҙер Ҡурған ҡалаһы эсендә) уҡытыусы булып эшләй.

Граждандар һуғышы йылдарында балаларҙы грамотаға өйрәтеүен дауам итә.

1920 йылда Ҡурған ҡалаһына күсерелә, уҡытыусы, һуңынан район халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы булып эшләй.

1920—1924 йылдарҙа Ҡурған өйәҙе уҡытыусылар профсоюзы идараһы составына инә.

1934 йылда ситтән тороп Ҡурған педагогия техникумын тамамлай.

1935—1957 йылдарҙа — Ҡурған ҡалаһының 29-сы тимер юл мәктәбе директоры. Магнитогорск уҡытыусылар институтының ситтән тороп уҡыу бүлегенә инә, әммә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уҡыуын туҡтата.

Һуғыш йылдарында Мальцева етәкселеге аҫтындағы мәктәп 1729-сы эвакуацияланған госпиталь өҫтөнән шефлыҡ итә, йылы әйберҙәр һәм яугирҙар өсөн бүләктәр йыйыуҙа, тимер юлда воскресниктар үткәреүҙә ҡатнаша.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ҡурған ВКП(б) ҡала комитеты ағзаһы, өлкә партия ойошмаһының ревизия комиссияһы ағзаһы итеп һайлана.

1961—1963 йылдарҙа Ҡурған ҡалаһында Балалар паркы директоры була[1]. Аҙаҡ хаҡлы ялға сыға.

Евгения Елисеевна Мальцева 1993 йылда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- «РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме, 1955 йыл[2] йәки 1960 йыл

- «Курган ҡалаһының почетлы гражданы» исеме, 1967 йыл

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

- «Почет Билдәһе» ордены

- миҙалдар