Тубыл губернаһы
Тубыл губернаһы | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 12 (23) декабрь 1796[1] |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Рәсәй республикаһы Совет Рәсәйе Рәсәй дәүләте (1918—1920) |
Административ үҙәк | Тобольск |
Административ-территориаль берәмек | Сибирское генерал-губернаторство[d], Көнбайыш-Себер генерал губернаторлығы[d], Рәсәй империяһы, Рәсәй империяһы, РСФСР, Рәсәй дәүләте (1918—1920), РСФСР һәм Сибирская республика[d] |
Халыҡ һаны | 2 012 536 кеше |
Сиктәш | Пермь губернаһы |
Алмаштырылған | Төмән губернаһы[d] һәм Акмолинская область[d] |
Алыштырған | Тубыл наместниклығы[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 21 апрель 1920[1] |
Тубыл губернаһы Викимилектә |
Тубыл губернаһы — Рәсәй империяһы, Рәсәй республикаһы һәм РСФСР-ҙың Урал һәм Себерҙәге административ-территориаль берәмеге. 1796 йылдан алып 1920 йылға тиклем ғәмәлдә була. Губерна ҡалаһы — Тубыл.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат аҙағындағы мәғлүмәттәр буйынса губернаның майҙаны яҡынса 1385 мең кв. километрға тиң. Губерна түбәндәге 10 өйәҙгә (1898 йылға тиклем — округтарға) бүленә: Берёзовка (688 мең кв. км), Ишем, Ҡурған, Сорғот (251 мең кв. км), Тар, Тубыл, Турин, Төкәле, Төмән (18мең кв. км), Ялотор (22 мең кв. км).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуаттың 2-се яртыһындағы рәсми документтарҙа Тубыл губернаһы атама булараҡ йыш ҡына Себер губернаһынбилдәләү өсөн ҡулланыла. Себер губернаһы был мәлдә йәшәйешенең һуңғы этабын (1764—1782) кисергән була[2].
Ғәли йәнәптәре Екатерина Икенсенең 1782 йылдың 19 (30 ғинуарындағы Указы менән Тубыл наместниклығы барлыҡҡа килә. Ул Пермь һәм Тубыл генерал-губернаторлығы составына ингән ике өлкә (Тубыл һәм Томск) составында булдырыла.
Губернаны төҙөү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Император Павел I тәхеткә ултырғас та үҙенең әсәһе үткәргән реформаларҙың күбеһен ҡайтанан ҡарай, шул иҫәптән генерал-губернаторлыҡ институтынан баш тарта. Ошо айҡанлы 1796 йылдың 12 декабрендә Сенатҡа бирелгән «Дәүләтте яңынан губерналарға бүлеү тураһындағы» (1796 йыл, 12 декабрь, № 17634)[3] Исемле указ нигеҙендә Рәсәйҙең үҙаллы административ берәмеге булараҡ Тубыл губернаһы ойошторола. Тубыл губернаһына Колыванский губернаһы[2] ҡушыла.
Сенаттың 1797 йылдың 2 ноябрендәге доклады буйынса губерна 16 өйәҙҙән тора: Кузнецкий, Семипалатинск, Красноярск, Ишем, Ялуторовский, Ҡурған, Березовский, Тарск, Турин, Төмән, Тубыл, Сорғот, Томск, Нарымский, Енисей, Турухтан (Сенаттың 1797 йылдың 2 ноябрендә 18233-сө «Тубыл губернаһындағы ҡалалар исемлеге тураһындағы» ғәли йәнәптәре тарафынан раҫланған доклады).[4]
Артабанғы үҙгәртеп ҡороуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
XII Карта с границами на 1821 год |
Үҙ сиратында, Павелды алмаштырған яңы император Александр I үҙ атаһының күп кенә реформаларын ҡайтанан ҡарай, шуға бәйле 1802 йылда Тубыл губернаһы, Иркутск губернаһы менән бергә, Себер генерал-губернаторлығы составына инә. 1822 йылда Себер генерал-губернаторлығы Көнбайыш-Себер һәм Көнсығыш-Себер генерал-губернаторлығына бүленә. Тубыл губернаһы Көнбайыш-Себер генерал-губернаторлығы составына инә һәм 1882 йылға тиклем ғәмәлдә була.
1804 йылдың 26 февралендә (9 март) губерна биләмәһенең бер өлөшө Томск губернаһына бүлеп бирелә[5]. Тубыл губернаһы составында түбәндәгеләр ҡала: Берёзовский, Ишем, Ҡурған, Омск, Тарск, Тубыл, Турин, Төмән һәм Ялуторовский өйәҙҙәре.
1822 йылда Омск өйәҙе һәм ҡайһы бер башҡа биләмәләр Омск өлкәһенә (1838 йылға тиклем) тапшырыла; Тубыл губернаһы өйәҙҙәре округтар итеп үҙгәртелә, яңы Төкәле округы барлыҡҡа килә (1838 йылға тиклем)[2].
1838 йылда губерна составына округ ҡалаһы Омск инә, 1868 йылда ҡайтанан ойошторолған Аҡмола өлкәһенә тапшырыла. Шул уҡ йылда Березовский округынан бүлеп алынған Сорғот округы барлыҡҡа килә.
1876 йылда Омск округынан Төкәле округы барлыҡҡа килә. 1898 йылда губернаның округтары өйәҙҙәр итеп үҙгәртелә.
Тубыл губернаһы 1891—1892 йылдарҙағы аслыҡтан етди зыян күргән 17 төбәк араһында була.
1885 йылда Транссебер магистраленән Екатеринбург — Тура (Төмән ҡалаһы) һәм 1896 Силәбе — Омск — Новониколаевск тимер юлдары буйынса даими хәрәкәт асыла.
Артабанғы үҙгәртеп ҡороуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылда большевиктар власҡа килгәндән һуң губернаның илдең алыҫ көньяҡ-көнсығыш территорияһына идара итеү уңайлылығы өсөн Төкәле округының бер өлөшөнән Калачинский өйәҙен ойошторорға тырышып ҡарайҙар. Латыш шағиры, уҡытыусы Яков Мартынович Калнин Калачинский өйәҙенең Аҙыҡ-түлек комитетының тәүге ағзаһы була. 1917—1919 йылдарҙа, Граждандар һуғышының ығы-зығылы осоронда, төрлө властар тарафынан өйәҙ бер нисә тапҡыр бөтөрөлөп — ҡайтанан тергеҙелә, Тубыл губернаһынан алып, Аҡмулла (Омск) өлкәһенә тапшырыла.
1918 йылдың 1 (14) ғинуарында Совет Рәсәйенең НКВД бүлеге ҡарарына ярашлы Төкүле өйәҙенең Троицк олоҫо Аҡмулла өлкәһенең яңы ойошторолған Татар өйәҙе составына индерелә[6].
1918 йылдың 1-10 февралендә Тубыл губернаһы земство йыйылышының ғәҙәттән тыш Беренсе сессияһыбулып үтә, унда бер нисә кисекмәҫтән хәл итә торған мәсьәләләр ҡуйыла:
- Калачинский өйәҙен Төкәле өйәҙе составынан сығарыу тураһында(мәсьәлә ыңғай хәл ителә);
- Тарск һәм Төкәле өйәҙҙәрен, Тубыл губернаһы составынан сығарып, Аҡмулла өлкәһенә беркетеү тураһында (һуңғы ҡарар киләһе сессияға тиклем ҡалдырылып тора һәм губерна земский управаһының был мәсьәлә буйынса нигеҙле доклады булырға тейешлегенә күрһәтелә);
- Губернаның земство управаһын Тубылдан губернаның башҡа ҡалаһына күсереү тураһында (мотлаҡ Төнмәнгә күсерергә кәрәк тип таныла);
- Березеоский өйәҙенең алыҫ себер вәкилдәре күтәргән бер нисә мәсьәлә (мәсьәлә ыңғай хәл ителә).[7]
1918 йылдың июнендә Тубыл губернаһы аҡ ғәскәрҙәр ҡулына күсә[2].
1918 йылдың сентябрендә Омск Төкәле өйәҙенең һәм яңы хасил булған һәм Тубыл тарафынан танылмаған Калачинский өйәҙенең ситкә китеүе тураһындағы мәсьәләне ҡуҙғата.[8]
Әммә Чехословакия корпусының фетнәһе мәсьәләләрҙе элекке хәлендә ҡалдыра (статус-кво). Бары тик 1919 йылдың август — ноябрь айҙарында ғына, Көнсығыш фронттың һөжүм башлауы һөҙөмтәһендә, Тубыл һәм Төмән губерналары большевиктар ҡулына күсә һәм гурберна учреждениелары тулыһынса Төмәнгә күсенә.
РСФСР-ҙың Бөтә Рәсәй Башҡарма Комитетының 1919 йылдың 27 август Ҡарары менән түбәндәге өйәҙҙәр Тубыл губернаһы составында ҡалдырыла: Обдорский, Березовский, Сорғот, Тубыл, Төмән һәм Ялуторовский. Ишем, Тарский һәм Төкәле өйәҙҙәре Омск губернаһына тапшырыла. Ҡурған өйәҙе губерна органы хоҡуҡтарында Силәбе район идаралығы составына инә[9].
Тубыл губернаһы РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының 1920 йылдың 2 марттағы махсус ҡарары нигеҙендә рәсми рәүештә Төмән гүбернаһы тип үҙгәртелә.
Символикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тубыл губернаһы гербы раҫланды 1878 йылдың 5 июлендә раҫлана.
-
Тубыл губернаһы гербы. Эске эштәр министрлығы баҫмаһынан, 1880 йыл
-
Тубыл губернаһы гербы. Сукачов баҫмаһынан, 1878 йыл
-
Тубыл губернаһының хәҙерге гербы
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1846 йылда губернала 831 151 кеше йәшәй. Губерна халҡының һаны буйынса Рәсәй империяһында 35-се урынды биләй.
1897 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса губернала 1 433 043 кеше йәшәй, шуларҙың 87 351-е ҡалала йәшәй.
1897 йылда милли составы[10]:
Красноярск | урыҫ | татарҙар | украиндар | ханты | коми | ненец | мансый | латыштар | ҡаҙаҡтар |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Губерна буйынса дөйөм алғанда | 88,6 % | 4,0 % | 2,6 % | 1,3 % | … | … | … | … | … |
Березовский | 17,5 % | … | … | 51,8 % | 9,4 % | 20,7 % | … | … | … |
Ишем | 93,8 % | … | 3,3 % | … | … | … | … | … | … |
Ҡурған | 98,8 % | … | … | … | … | … | … | … | … |
Сорғот | 27,8 % | … | … | 71,7 % | … | … | … | … | … |
Новосибирск | 85,7 % | 9,0 % | 2,9 % | … | … | … | … | … | … |
Тубыл | 77,0 % | 17,6 % | … | 1,8 % | … | … | … | … | … |
Турин | 93,2 % | … | … | … | … | … | 5,1 % | … | … |
Төкәле | 81,9 % | … | 9,5 % | … | … | … | … | 1,4 % | 2,5 % |
Төмән | 87,3 % | 10,1 % | … | … | … | … | … | … | … |
Ялуторовский | 94,8 % | 2,9 % | … | … | 1,3 % | … | … | … | … |
Дини йәһәттән күпселеге православие динендә — 89,0 %. 5,1 % һәм старообрядсылар «православиенан ситләшеүселәр», 4,5 % — мосолмандар[11]. Уҡый, яҙа белгәндәр 11,3 % (ир-егеттәр — 17,7 %, ҡатын — ҡыҙҙар- 5,0 %)[12].
Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуаттың Башында губерна составына 10 өйәҙ инә:
№ | Өйәҙе | Өйәҙ ҡалаһы | Өйәҙ ҡалаһы гербы | Майҙан, квн саҡрым |
Халыҡ һаны (1916), кеше |
---|---|---|---|---|---|
1 | Березовский | Березовый (1301 кеше) | 604 442,2 | 190 29 | |
2 | Ишем | Ишем (14 226 кеше) | 37 604,6 | 367 066 | |
3 | Ҡурған | Ҡурған (39 854 кеше) | 20 281,6 | 359 223 | |
4 | Сорғот | Сорғот
(1602 кеше) |
220 452,4 | 561 11 | |
5 | Тарский | Тарский (11 229 кеше) | 71 542,1 | 268 410 | |
6 | Тубыл | Тубыл (23 357 кеше) | 108 296,0 | 719 147 | |
7 | Туринск | Туринск (2821 кеше) | 67 008,6 | 942 96 | |
8 | Төкәле | Төкәле (2702 кеше) | 55 049,3 | 344 601 | |
9 | Төмән | Төмән (56 668 кеше) | 15 608,0 | 171 032 | |
10 | Ялуторовский | Ялуторовск (3835 кеше) | 18 944,9 | 792 216 |
Губернаһы етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе етәкселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Губернаторҙар (1796—1917)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ф. И. О. | Титул, чин, звание | Время замещения должности |
---|---|---|
Толстой Александр Григорьевич | действительный статский советник | |
Кошелев Дмитрий Родионович | статский советник | |
Гермес Богдан Андреевич | действительный статский советник | |
Корнилов Алексей Михайлович | действительный статский советник | |
Шишков Михаил Антонович | действительный статский советник | |
Брин Франц Абрамович | действительный статский советник | |
Осипов Александр Степанович | действительный статский советник | |
Тургенев Александр Михайлович | статский советник | |
Бантыш-Каменский Дмитрий Николаевич | действительный статский советник | |
Нагибин Василий Афанасьевич | статский советник, и. д. | |
Сомов Пётр Дмитриевич | статский советник | |
Вакансия | ||
Муравьёв Александр Николаевич | статский советник, председатель губернского правления, исполнявший обязанности губернатора |
|
Вакансия | ||
Копылов Василий Иванович | статский советник | |
Ковалёв Иван Гаврилович | действительный статский советник | |
Повало-Швейковский Христофор Христофорович | статский советник, и. д. | |
Талызин Иван Дмитриевич | действительный статский советник | |
Ладыженский Михаил Васильевич | действительный статский советник | |
Энгельке Кирилл Кириллович | действительный статский советник | |
Прокофьев Тихон Федотович | действительный статский советник | |
Арцимович Виктор Антонович | камер-юнкер (действительный статский советник) | |
Виноградский Александр Васильевич | действительный статский советник | |
Деспот-Зенович Александр Иванович | действительный статский советник | |
Чебыкин Порфирий Васильевич | генерал-майор | |
Соллогуб Андрей Степанович | генерал-майор | |
Пелино Георгий Петрович | действительный статский советник (тайный советник) | |
Лысогорский Владимир Андреевич | действительный статский советник (тайный советник) | |
Тройницкий Владимир Александрович | действительный статский советник | |
Богданович Николай Модестович | статский советник, и. д. | |
Князев Леонид Михайлович | действительный статский советник | |
Лаппо-Старженецкий Александр Павлович | действительный статский советник | |
Гондатти Николай Львович | действительный статский советник | |
Гагман Дмитрий Фёдорович | статский советник | |
Станкевич Андрей Афанасьевич | действительный статский советник | |
Ордовский-Танаевский Николай Александрович | действительный статский советник |
Революция етәкселәре (1917—1919)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пигнатти, Василий Николаевич (1917—1918) Йәмәғәт тыныслығы комитеты рәйесе, губерна комиссары, (1918—1919) Тубыл губернаһы идарасыһы
- Хохряков, Павел Данилович (1918), губерна Советы рәйесе
Икенсе етәкселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вице-губернаторҙар (1796—1823)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ф. И. О. | Титулдар, чиндар, исеме | Вазифа ваҡытта |
---|---|---|
Дмитрий Родионович Кошелев | статский советник | |
Николай Михайлович Картвелин | статский советник | |
Бер Николай Михайлович | статский советник | |
Иван Фердинандович Штейнгель | статский советник | |
Мини Васильевич Гавриил | коллежский советник | |
Николай Евдокимович Расказов | коллежский советник | |
Непряхин Федор Петрович | коллежский советник (статский советник) |
Губерна идаралығы рәйестәре (1824—1895)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ф. И. О. | Титулдар, чиндар, исеме | Вазифа ваҡытта |
---|---|---|
Жуковский Николай Васильевич | коллежский советник | |
Серебренникова Григорий Степанович | коллежский советник | |
Петр Иванович Кирилов | коллежский советник | |
Василий Иванович Копылов | статский советник | |
Александр Муравьев | статский советник | |
Иван Игнатьевич Дейнеко | коллежский советник | |
Соколов | кәңәшсе хофрат | |
Иосиф Петрович Дубецкий | коллежский советник | |
Владимиров Александр Николаевич | коллежский советник | |
Виноградский Александр Васильевич | статский советник | |
Николай Петрович Милорд | тулы хоҡуҡлы статский советник | |
Соколов Михаил Григорьевич | коллежский советник | |
Курбановский Михаил Николаевич | статский советник | |
Петр Матвеевич Залесский | коллежский советник (ғәмәли статский советник) | |
Дмитриев-Мамонов Александр Ипполитович | кәңәшсе хофрат | |
Дмитрий Алексеевич Северцов | статский советник (ғәмәли статский советник) | |
Константин Платонович Фредерикс | барон, коллежский советник |
Вице-губернаторҙар (1895—1917)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ф. И. О. | Титулдар, чиндар, исеме | Вазифа ваҡытта |
---|---|---|
Константин Платонович Фредерикс | барон, статский советник | |
Николай Васильевич Протасьев | тулы хоҡуҡлы статский советник | |
Александр Николаевич Тройницкий | коллежский советник | |
Гаврилов Николай Иванович | статский советник (ғәмәли статский советник) |
Тубыл губерна комиссары ярҙамсылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 А. А. Благоволин, В С. Ланитин
1918 В. С. Ланитин, С С. Резан[13]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Тобольская губерния // Большая российская энциклопедия (урыҫ) — М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 ТОБОЛЬСКАЯ ГУБЕРНИЯ • Большая российская энциклопедия - электронная версия . Дата обращения: 3 октябрь 2020. 2021 йыл 14 ғинуар архивланған.
- ↑ Полное Собрание Законов Российской Империи. Том 24 (6 ноября 1796—1797). ст. 229
- ↑ Полное Собрание Законов Российской Империи. Том 24 (6 ноября 1796—1797). ст. 789
- ↑ Указ Императора Александра I Именный, данный Сенату. — О раздѣленіи Тобольской Губерніи на двѣ части и объ учрежденіи Томской Губерніи.26 февраль (9 март) 1804 года
- ↑ Постановление Отдела по делам местного управления НКВД (Российской Советской Республики) от 18 (31) декабря 1917 года о сформировании из 20 волостей Каинского уезда, Томской губ., и Троицкой волости, Тюкалинского уезда, самостоятельного Татарского уезда, с созданием уездного центра в гор. Татарске с присоединением его в политическом, административном и экономическом отношениях к составу Акмолинской области 2021 йыл 5 сентябрь архивланған.
- ↑ Протоколы первой чрезвычайной сессии Тобольского губернского земского собрания (1 февраля-10 февраля 1918 года). Тобольская губернская земская управа. Губернская типография. Тобольск. 1918
- ↑ Сибирский вестник. № 33. 29 сентября 1918 год. Омск
- ↑ Постановление Всероссийского Центрального Исполнительного Комитета Советов «Об организации гражданского управления Сибири» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Демоскоп Weekly — Приложение. Справочник статистических показателей
- ↑ Демоскоп Weekly — Приложение. Справочник статистических показателей
- ↑ Демоскоп Weekly — Приложение. Справочник статистических показателей
- ↑ Сибирский вестник. № 42. Пятница 11 октября 1918 год. Омск
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное деление Тюменской области (XVII—XX вв.) / Под ред. В. П. Петровой. — Тюмень, 2003. — С. 13, 24-57. — 304 с. — 1,000 экз. — ISBN 5-87591-025-9.
- Адрес-календарь Тобольской губернии на 1900 год. — Тобольск, 1899.
- Атлас географических карт, статистических таблиц, видов и типов Тобольской губернии. Издание Тобольского губернского книжного склада. Типография епархиального братства. Тобольск. 1917.
- Губернии Российской империи. История и руководители. 1708—1917. 2014 йыл 28 октябрь архивланған. — М.: Объединённая редакция МВД России, 2003. — Часть 2. — С. 76-78.
- Губернии Российской империи. История и руководители. 1708—1917.(недоступная ссылка) — М.: Объединённая редакция МВД России, 2003. — Часть 3. — С. 78.
- Кауфман А. А., Латкин Н. В., Рихтер Д. И. Тобольская губерния // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Описание Тобольской губернии. — Петроград: Издание Переселенческого Управления, 1916. — С. 78.
- Тобольская епархия: Часть первая. Описание местности, занимаемой Тобольской епархией, в географическом и историко-этнографическом отношении. — Омск: Типография А. К. Демидова, 1892.
- Список населенных мест Тобольской губернии : составлен по сведениям на 15 июля 1909 года, полученным от уездных исправников и волостных правлений. — Тобольск: Тобольский губернский статистический комитет, 1912.
- Сибирские и тобольские губернаторы: Исторические портреты,документы / отв. за вып. И. Ф. Кнапик. — Тюмень: Тюменский издательский дом, 2000. — 576 с. — ISBN 5-928800-08-8.
Портал «Российская Империя» | |
Портал «Тюменская область» | |
Тобольская губерния Викимилектә |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЭСБЕ:Тобольская губерния
- Библиотека Царское Село, книги по истории Тобольской губернии XIX—XX века (Памятные книжки), PDF 2021 йыл 13 апрель архивланған.
- Библиография Тобольской губернии(недоступная ссылка)