Маннуров Рәшит Ниғмәтулла улы
Маннуров Рәшит Ниғмәтулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 8 июль 1926[1] |
Тыуған урыны | Яңы Таулар ауылы, Таулар ауыл советы, Бүздәк районы, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 21 июль 1993 (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXII съезы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Маннуров Рәшит Ниғмәтулла улы (8 июль 1926 йыл — 21 июль 1993 йыл) — БАССР-ҙың Дим станцияһы локомотив депоһының машинисы, машинист-инструкторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы. СССР-ҙың почетлы тимер юлсыһы (1967).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәшит Ниғмәтулла улы Маннуров 1926 йылдың 8 июлендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[2] Яңы Таулар ауылында тыуған[3]. Тулы булмаған урта белемле.
1943 йылда Куйбышев тимер юлының Дим станцияһы локомотив депоһында паровоз кочегары булып хеҙмәт юлын башлай. 1948 йылға тиклем паровоз депоһы машинисы ярҙамсыһы булып эшләй. 1948—1949 йылдарҙа Өфө ҡалаһының юл-техник мәктәбендә уҡый, уны 1949—1954 йылдарҙа тамамлағандан һуң, Өфө паровоз депоһы машинисы була. 1954—1955 йылдарҙа — Мәскәүҙең паровоз машинистары мәктәбе курсанты. 1955—1963 йылдарҙа — Дим станцияһы локомотив депоһы машинисы, машинист-инструкторы.
Р. Н. Маннуров етәкселегендәге бригада социалистик ярышта барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла даими беренселек яулай. Р. Н. Маннуров — ауыр поездарҙы экономияланған электр энергияһында йөрөтөү буйынса ярыш инициаторы. Оҫта йөрөтөү һәм рекуператив тормоздар ҡулланыу иҫәбенә поездарҙың ауырлығы 3 200 тоннанан 4000 тоннаға тиклем арттырыла.
Ете йыллыҡ план заданиеһын үтәүҙәге, тимер юлдарҙы техник реконструкциялау һәм үҫтереүҙәге уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 4 авгусындағы Указы менән Р. Н. Маннуровҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1989 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Өфө эксплуатация локомотив депоһында электровоз машинисы булып эшләй.
1993 йылдың 21 июлендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
- Ике Ленин ордены (1966, 1971)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957)
- миҙалдар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфөлә Р. Н. Маннуров йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Маннуров Рәшит Ниғмәтулла улы (Тикшерелеү көнө: 5 июль 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Маннуров Рәшит Ниғмәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 июль 2021)
- http://vechufa.ru/day/169-18-iyulya.html