Эстәлеккә күсергә

Маргарян Тарон Андраникович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маргарян Тарон Андраникович
әрм. Տարոն Անդրանիկի Մարգարյան
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Әрмәнстан
Тыуған көнө 17 апрель 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР
Атаһы Андраник Маргарян[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Эш урыны Q16368812?
Биләгән вазифаһы мэр Еревана[d] һәм депутат Национального собрания Армении[d]
Уҡыу йорто Национальный аграрный университет Армении[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Республиканская партия Армении[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль «За заслуги перед Отечеством» 2-й степени медаль «За заслуги перед Отечеством» 1-й степени медаль Анании Ширакаци медаль «Гарегин Нжде» медаль «Андраник Озанян» медаль «За заслуги перед Отечеством»
Рәсми сайт margaryan.am
 Маргарян Тарон Андраникович Викимилектә

Маргарян Тарон Андраникович (әрм. Տարոն Անդրանիկի Մարգարյան, 17 апрель 1978 йыл, Ереван, Әрмәнстан) — Андраник Маргаряндың улы, Әрмәнстандың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. Ереван ҡалаһының Әрмәнстандың бойондороҡһоҙлоҡ осорондағы 11-се мэры.

Иртә карьераһы һәм административ район менән етәкселеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

20012003 йылдарҙа Әрмәнстан хөкүмәте ҡарамағындағы Күсемһеҙ милек кадастры дәүләт комитетының Нор Норк территориаль бүлегендә тәүҙә әйҙәүсе белгес, һуңынан бүлек етәксеһе булып эшләй.

2003 йылда Әрмәнстан Республикаһының Тәбиғәтте һаҡлау министрлығының биоресурс менән идара итеү буйынса агентлыҡ начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

2005 йылда, 27 йәшендә, Аван административ районы башлығы итеп, ә 2008 йылда шул уҡ вазифаһына ҡабаттан һайлана.

Административ район менән етәкселек итеү осоронда Аван ике йыл рәттән Еревандың иң яҡшы районы тип таныла[1].

2009 йылда ҡала советы ағзаһы итеп һайлана, шул уҡ йылда мэрҙың беренсе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә[2].

2011 йылдың 15 ноябрендә Ереван ҡала советы Тарон Маргарянды мэр итеп һайлай[3]. Был вазифала ул отставкаға киткән Карен Карапетянды алмаштыра[4].

2013 йылда Ереван ҡалаһы муниципаль һайлауҙарында Әрмәнстандың республика партияһы исемлеге башында тора[5].

2013 йылдың 5 майындағы һайлауҙарға йомғаҡ яһап, Әрмәнстан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы, аҡһаҡалдар советы ағзалары тарафынан түбәндәгеләр һайланды, тип белдерә:

  • Әрмәнстан республика партияһы исемлегенән — Еревандың аҡһаҡалдар советының 42 ағзаһы;
  • «Сәскә атыусы Әрмәнстан» партияһының һайлау исемлегенән — Еревандың аҡһаҡалдар советының 17 ағзаһы;
  • «Һаумы, Ереван» партиялар альянсының һайлау исемлегенән — Еревандың аҡһаҡалдар советының 6 ағзаһы.

Төп эшмәкәрлек йүнәлештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мэры вазифаһына һайланғандан һуң, Тарон маргарян ҡаланытигеҙ үҫтереү стратегияһы тураһында йыш белдерә[6]. Уның етәкселеге ваҡытында Еревандың барлыҡ административ райондарында ла спорт һәм художество мәктәптәре төҙөлә йәки реставрациялана[7], китапханалар ремонтлана, мәктәп һәм балалар баҡсаларында йылытыу системалары яңыртыла, ә Ереванда йәшәүсе балалар балалар баҡсаһына бушлай йөрөү мөмкинлегенә эйә була.

Тарон Маргарян инициативаһы буйынса 2013 йылдан Ереван зоопаркы реставрациялана башлай. Быға тиклем унда нигеҙләнгәндән алып бындай эштәр башҡарылмаған була. Зоопарк майҙаны 7 гектарҙан 16 гектарға тиклем арттырыла, ә ремонт эштәренә1 млрд драм самаһы аҡса тотонола[8][9][10]. Еревандың барлыҡ административ райондарында ла шәхси секторҙар менән хеҙмәттәшлек арҡаһында йәмәғәт парктары төҙөлә йәки реставрациялана[11].

Тарон етәкселегендәге йылдар шулай уҡ юл төҙөлөшө өлкәһендәге киң эшмәкәрлек менән иғтибарға лайыҡ. Азия үҫеш банкы менән берлектә Ереванды урап үтеүсе юл төҙөлә, ул ҡаланың юл траифгын көсөргәнештән бушатрыға ярҙам итәсәк. Уның етәкселеге ваҡытында шулай уҡ Лениградя урамы менән Адмирал Исаков урамын тоташтырыусы яңы автомагистарль, Ленинградян-Киевян районында төҙөлгән транспорт сиселеше, Улнеци һәм Рубинянц урамдарын тоташтырыусы яңы юл ҡулланыуға тапшырыла[12], урамдарҙағы совет заманынан ҡалған яҡтылыҡ сығанаҡтары модернизациялана һәм яҡтыртыуҙың LED системаһына күселә.

Ереван мэры вазифаһында булыуының беренсе йылынан башлап, Тарон Маргарян ҡала идаралығында мәғлүмәт технологияларын, электрон идара итеү системаларын актив ҡулланыу, фейсбук социаль селтәрендә үҙ профилен булдырыу[13], үҙ сәхифәһендә яҙмалар менән бүлешеү кәрәклеге өсөн сығыш яһай, ә 2016 йылдың мартында фейсбук социаль селтәрендә граждандар менән конференция үткәрә һәм тәүлек эсендә хәбәрҙәр һәм комментарийҙар рәүешендә 100 мөрәжәғәт ала.

2014 йылда Американың абруйлы Rutgers университетының йәмәғәтселек һәм административ идара итеү мәктәбенең электрон идаралыҡ институты комиссияһы Ереванды электрон идара итеү күҙлегенән баһалағанда иң тиҙ үҫешеүсе ҡала тип таный. Электрон идаралыҡтың дөйөм баһаһына ярашлы, донъяның алдынғы ҡалаһы булып Сеул һанала, унан һуң Нью-Йорк, Гонконг, Сингапур һәм Ереван тора[14].

Проблемалар һәм тәнҡит

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарон Маргарян етәкселеге ваҡытында бик йыш тәнҡит сәбәбе булып архитектура проблемалары, атап әйткәндә иҫке, мәҫәлән, Ябыҡ үҙәк баҙарҙы һәм 1-се типография бинаһын шартлатыу ярҙамында һүтеү тора[15]. Һуңғыһында бинаны хосусилаштырыу һәм төҙөлөш эштәрен башҡарыуға рөхсәт Тарон маргаряндың мэр вазифаһына айланыуына тиклем раҫланһа ла, йәмәғәтселек мэрияны шартлатыуға юл ҡуйғаны өсөн тәнҡитләй.

Тарон Маргарян бик йыш, 2013 йылда юл хаҡын 150 драм итеп билдәләү тураһындағы ҡарарҙың ғәмәле мэрҙың белдереүенән һуң туҡтатылыуға ҡарамаҫтан[16], йәмәғәт транспортына хаҡтар артыуға ҡаршы ойошторолған ҡаршылыҡ акцияһы ваҡытында йәмәғәт транспорты мәсьәләләрен хәл итмәгәне өсөн ҡала халҡының тәнҡит объекты булып тора

2013 йылдан Тарон Маргарян Ереван өсөн йылдар дауамында проблема булып торған көнкүреш ҡалдыҡтары проблемаһы буйынса ла тәнҡитләнә, әммә төп проблема[17] халыҡ-ара конкурс һөҙөмтәһендә хәл ителә: Унда еңеүсе Ливандың «Санитек» компанияһы Ереван ҡалаһының көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса йөкләмә ала[18]. «Санитек» компанияһы эшләй башлағас, иҫке сүп-сар контейнерҙары яңыларына алмаштырыла, сүп-сар таҙалау яңы техника ярҙамында һәм тәүлегенә 24 сәғәт башҡарыла. Көнкүреш ҡалдыҡтарын таҙартыуҙың икенсе этабы булып яңы сүп түгеү урынын төҙөү мәсьәләһе күтәрелә[19].

Тарон Маргаряндың һайланып ҡуйылыуының тәүге йылдарында 4-се дәрәжә авария торошондағы биналарҙа йәшәүселәрҙең ҡаршылыҡ акциялары бик йыш була, улар мэрия һәм хөкүмәт биналары алдында үҙ ихтыярын белдерә[20]. 2015 йылдың декабрендә ҡала мэры Тарон Маргарян Сисакян, 3, Яңы Ареш, 35 127/1 һәм, 4, Арцаха тыҡрығы 10/2 урамдарындаға ятаҡтарҙа йәшәүселәргә яңы фатир асҡыстары тапшыра. Программаны тормошҡа ашырыу барышында барлығы 650 ҡаилә яңы фатирға күсенә.

Тарон Маргарян ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларынан әрме хеҙмәтендә булмағаны өсөн дә тәнҡитләнә. Әммә ул хәрби хеҙмәттән университетта уҡыуын таммалағансы өс бала атаһы булыу сәбәпле азат ителә. Тарон Маргарян үҙ эшмәкәрлеге ваҡытында әрме-йәмғәтселек бәйләнешен нығытыу буйынса прграмма инициаторы була. Уға ярашлы хәрби хеҙмәткәрҙәргә ата-әсәләренең барыуы ойошторола. Шундай уҡ программаға ярашлы хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә һәм азатамартиктарға фатир бирелә.

Тарон Маргарян етәкселек иткән йылдарҙа Еревандың башҡа ҡалалар менән халыҡ-ара бәйләнеше нығына, туғандаш һәм партнер ҡалаларға ике яҡлы визиттар ойошторола. Ереван 24 ҡала менән туғандаш[21]. Улар менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә иҡтисади, фәнни, мәҙәни, һаулыҡ һаҡлау, туристик, төҙөлөш һәм башҡа өлкәләр буйынса килешеүҙәр төҙөлгән.

  • Беренсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2016 йыл)
  • НКР президенты ? -«Месроп Маштоц» ордены (2016 йылда)
  • Әрмәнстан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының юғары наградаһы — «Алтын миҙалы» (2016 йыл).
  • «Покр Мгер» белем биреү комплексының «Айказунакан паркы» («Айказун даны») миҙалы (2016 йыл).
  • Әрмән дәүләт педагогия университетының «Хачатур Абовян» миҙалы (2015 йыл).
  • Ереван дәүләт кино һәм театр институтының «Сәнғәт меценаттары» Почёт миҙалы (2015 йыл).
  • Бөтә әрмән хәйриә союзының атын миҙалы (AGBU) (2015 йыл).
  • Әрмәнстан тәфтиш комитетының «Хеҙмәттәшлек өсөн» миҙалы (2015 йыл).
  • Сауҙа-сәнәғәт палатаһының алтын миҙалы (2015 йыл).
  • Әрмәнстан Республикаһы ауыл хужалығы минитсрлығының Алтын миҙалы (2015 йыл).
  • Аветик Исаакян исемендәге үҙәк китапхананың «Аветик Исаакян» иҫтәлекле миҙалы (2015 йыл).
  • Әрмәнстан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының "почётлы хеҙмәткәр" миҙалы (2014 йыл).
  • Әрмәнстан Республикаһы Юстиция министрлығыныңа «Шаамир Шаамирян исемендәге» иҫтәлекле миҙалы (2014 йыл).
  • НКР Оборона министрлығының «Яҡлау Армияһы» миҙалы (2014 йыл).
  • Халыҡ-ара музейҙар советының (ICOM) «Музейҙар үҫешенә индергән өлөшө өсөн» миҙалы.
  • Икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2013 йыл), Ананий Ширакаци миҙалы (2008 йыл),
  • Оборона министрлығының «Гарегин Нжда»(2008 йыл) һәм «Андраник Озанян» (2011 йыл) миҙалдары,
  • Әрмәнстан Республикаһы Милли йыйылышының Почёт миҙалы (2011 йыл).
  • Ереван мэрының алтын миҙалы (2008 йыл).
  • Әрмәнстан Аграр университетының алтын миҙалы.
  • Фритеф Нансендың иҫтәлекле алтын миҙалы һәм «Лернахайастани арцив» иҫтәлекле алтын миҙалы.
  • «Еркрап» ирекмәндәр союзының « Спарапет Вазген Саргсян» ордены.
  • Әрмәнстан территориаль структураларында демократия үҫешенә индергән шәхси өлөшө өсөн "Әрмәнстан йәмғиәттәре союзы"ның исемле иҫтәлекле алтын миҙалы.

Шәхси тормошо һәм ғаиләһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарон Маргарянин — Әрмәнстандың элекке премьер-министры Андраник Маргаряндың берҙән-бер улы.

Гоар Саргсянға, Милли Йыйылышы депутаты Роберт Саргсяндың һеңлеһенә өйләнә. 6 балаһы бар: 5 ҡыҙы, 1 улы. Ғаилә тормошо сит күҙҙәрҙән ябыҡ.

Финанс мөмкинлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары вазифалы шәхестәр этикаһы комитетының декларацияһына ярашлы, 2016 йылда 250 миллион драмға, 50 мең АҠШ долларына һәм 50 мең евроға эйә. Төрлө сығанаҡтарға ярашлТарон Маргарян Аван районында шәхси йортта йәшәй.

Йәмәғәт һәм хәйриә эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2005 йылдан футбол федерацияһының эшсе комитеты һәм киңкүләм футбол комитеты президенты булып тора.[22]

2010 йылда «Еркрап» (СДЕ) ирекмәндәр союзы идараһы ағзаһы итеп һайлана, 2012 йылдың 9 февралендә 9-сы съезда һәм 2014 йылдың 15 февралендә 10-сы съезда ҡабаттан һайлана.

2012 йылда ЕГУАС Советы рәйесе итеп һайлана. Шул уҡ университетта Андраник Маргарян исемендәге премия булдырып, уны йыл һайын тапшыра.

2014 йылдан Еревандың Шахмат федерацияһы президенты булып тора[23] һәм ҡаланың барлыҡ административ райондарында 11 шахмат мәктәбе төҙөтә.

  1. Аван, Армавир и Меграшен стали лучшими общинами. www.panorama.am.
  2. Тарон Андраникович Маргарян, https://www.yerevan.am. 24 февраль 2017 тикшерелгән.
  3. Тарон Маргарян поклялся с честью служить Еревану и ереванцам  (инг.), mediamax.am. 24 февраль 2017 тикшерелгән.
  4. Карен Карапетян: «Это решение далось мне с большим трудом»  (инг.), mediamax.am. 24 февраль 2017 тикшерелгән.
  5. «Жаманак»: Список РПА возглавил Тарон Маргарян. www.panorama.am.
  6. Тарон Маргарян: Основная цель политики мэрии Еревана - обеспечение пропорционального развития Еревана. https://www.yerevan.am.+Дата обращения: 24 февраль 2017.
  7. Строительство и благоустройство, https://www.yerevan.am. 24 февраль 2017 тикшерелгән.
  8. NewsamChannel. Երեւանի Կենդանաբանական այգու բացմանը նախագահը եկել էր դուստրերի եւ թոռնիկների հետ (1 июнь 2015). Дата обращения: 24 февраль 2017.
  9. ArTvAZDARAR. Կենդանաբանական այգին բացել է դռները 01.06.2015 (1 июнь 2015). Дата обращения: 24 февраль 2017.
  10. Президент присутствовал на открытии столичного кинотеатра «Айастан», посетил также ереванский зоопарк - Пресс релизы - Новости - Президент Республики Армения [официальный сайт]. www.president.am.
  11. После реконструкции вновь открыт парк имени Артура Карапетяна | Новости | Еркир Медиа (ru-ru), Yerkir Media. 24 февраль 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 25 февраль архивланған.
  12. Самое длинное шоссе города Ереван: Исаков- Ленинградян. 24 февраль 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 24 февраль архивланған.
  13. Необходима проверка безопасности. www.facebook.com. Дата обращения: 24 февраль 2017.
  14. Электронное управление: Ереван вошел в пятерку городов мира. news.am. Дата обращения: 24 февраль 2017.
  15. Sputnik. "Таинственное" исчезновение дома типографии в Ереване. ru.armeniasputnik.am. Дата обращения: 24 февраль 2017.
  16. Проезд в общественном транспорте не подорожает – мэр Еревана. arka.am. Дата обращения: 24 февраль 2017.
  17. Тендер по отбору операторов по уборке мусора в Ереване уже объявлен - мэрия. arka.am. Дата обращения: 24 февраль 2017.
  18. «Санитек» будет осуществлять уборку мусора по всему Еревану  (инг.), mediamax.am. 24 февраль 2017 тикшерелгән.
  19. Правительство Армении выделило территорию под новый полигон твердых бытовых отходов в Ереване. arka.am. Дата обращения: 24 февраль 2017.
  20. ԱՐՄՆՅՈՒԶ ARMNEWS Հեռուստատեսություն. 4-րդ կարգի վթարային հանրակացարանի բնակիչները բողոքում են, որ քաղաքապետարանի գործելաոճից (29 ғинуар 2014). Дата обращения: 24 февраль 2017.
  21. Ереван (рус.) // Википедия. — 2017-01-01.
  22. Комитеты. www.ffa.am. Дата обращения: 24 февраль 2017.
  23. Тарон Маргарян переизбран президентом Шахматной федерации Еревана. www.tert.am. Дата обращения: 24 февраль 2017. 2017 йыл 24 февраль архивланған.