Эстәлеккә күсергә

Маркобрунова Анна Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маркобрунова Анна Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 31 июль 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Псков өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 май 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Псков өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө һауынсы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Маркобрунова Анна Васильевна (31 июль 1927 йыл — 6 май 1992 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы хеҙмәткәре, малсы. 1961—1981 йылдараҙа Псков өлкәһенең Локня районы «Коммунар» колхозы һауынсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

1927 йылда Ленинград өлкәһенең (хәҙерге Псков өлкәһе) Локня районы Большой Бор ауылыда тыуған.

Тулы булмаған урта белемле. 1948 йылда тергеҙеүсе поезда, һуңынан «Коммунар» колхозында баҫыусы булып эшләй башлай, ә һуңғараҡ, 1960 йылдың ғинуарынан, һауынсы булып эшләй[1].

Эшләй башлауыныү тәүге йылында уҡ һәр беркетелгән һыйырҙан уртаса 2800 килограмм һөт һауа. Һауым йылдан-йыл үҫә. 1970 йылда 3420 килограмм, 1971 йылда — 3845 килограмм һөт һауа. Мәскәүҙә СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашып тора. 1972 йылда уртаса һәр һыйырҙан һөт һауыу буйынса дүрт мең сиген үтеп китә. 1973 йылда һөт һауыу буйынса рекордлы максимумға етә — 4185 килограмм.

СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1973 йылдың 6 сентябрендә Бөтә Союз социалистик ярышта өлгәшкән ҙур уңыштары, 1972—1973 йылдарҙағы ҡышҡы осорға малсылыҡ продукцияһы етештереү һәм әҙерләүҙа арттырыу буйынса ҡабул иткән йөкләмәләрен үтәүҙә күрһәткән фиҙакәрлеге өсөн Маркобрунова Анна Васильевнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

КПСС-тың XXV съезы делегаты (1976).

1981 йылдан хаҡлы ялда.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Иваньково ауылында йәшәй. 1992 йылдың 6 майында вафат була. Ауыл зыяратында ерләнә.


Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Псковский мир. pskovmir.edapskov.ru. Дата обращения: 29 май 2019.(недоступная ссылка)
  • Никитенко Н. Время выбрало их. Псковичи — Герои Социалистического Труда. Псков, 2003 г.
  • Псковская энциклопедия. Главный редактор — А. И. Лобачёв. Псков, Псковское региональное общественное учреждение — издательство «Псковская энциклопедия», 2007

Маркобрунова Анна Васильевна. «Герои страны» сайты.