Андаман диңгеҙе — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
("{{Море |Название = Андаман диңгеҙе |Изображение = LocationAndamanSea.png |…" исемле яңы бит булдырылған)
 
|Позиционная карта = Индия
}}
'''Андама́н диңгеҙе''' ({{lang-hi|अंडमान सागर}}, {{lang-my|မုတ္တမ}}, {{lang-th|ทะเลอันดามัน}}, {{lang2|ms|id|Laut Andaman}})  — [[Һинд океаны]]ның ярым ябыҡ диңгеҙе. Көнсығышта [[Һинд-Ҡытай]] һәм [[Малакка ярымутрауы|Малакка]] ярымутрауҙары, көньяҡта [[Суматра]] утрауы, көнбайышта ''Андаман'' һәм ''Никобар'' утрауҙары (улар [[Бенгал ҡултығы]] менән айыра) уратып алған. Төньяҡта материк буйлап [[Иравади]] йылғаһы дельтаһына тиклем дауам итә.
 
== Тауисирлама ==
[[Малакка боғаҙы]] аша [[Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе]] тоташа. Майҙаны  — 605 мең км², уртаса тәрәнлек  — 1043  м, максималь тәрәнлек  — 4507  м, һыуҙың уртаса күләме яҡынса 660 мең км³. Диңгеҙ төбө балсыҡ һәм ҡом менән түшәлгән, төньяҡтан көньяҡҡа табан әүҙем вулканлы дуға (һыу аҫты вулкандары, Баррен һәм Наркондам утрауҙары) киҫеп үтә.
 
Климаты дымлы муссонлы тропик. Өҫкө температураһы ҡышын 27,5 °C-тан алып йәйен 30 °C-ҡа тиклем була, ә тәрән ҡатламдарҙа (1600 метрҙан тәрәнерәк) һыуҙың температураһы 4,8—5 °C-ҡа тиклем түбәнәйә. Яуым-төшөмдәр йылына 3000 мм-ҙан ашыу була. Ҡышын ағымдар көньяҡ-көнбайышҡа һәм көнбайышҡа, ә йәйен  — көньяҡ-көнсығышҡа һәм көнсығышҡа йүнәлтелгән. Масштаблы эске тулҡындар менән айырылып тора. Һыуҙың уртаса температураһы февралдә 26 °C-тан алып 28 °C-ҡа тиклем булһа, майҙа 29 °C-ҡа тиклем күтәрелә.
 
Тоҙлолоғо йәйен 31,5—32,5  ‰, ҡышын 30,0—33,0  ‰. Диңгеҙҙең төньяҡ өлөшөндә йылғалар ағыҙылған һыуҙар һәм муссондар тәьҫире арҡаһында тоҙлолоҡ 20—25 ‰20—25‰-гә тиклем төшә.
 
Ярымтәүлекле һыу ҡалҡыуҙарының бейеклеге 7,2 метрға тиклем етә.

Навигация