Эстәлеккә күсергә

Маҡтымһылыу (эпос)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маҡтымһылыу
Рәсем

Маҡтымһылыу — башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, тормош-көнкүреш эпосы. Шиғри-сәсмә формала йәшәй.

С. Галин 1962 йылда Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Сабаҡлы ауылында 85 йәшлек, грамотаһыҙ Даянов Һибәтулланан яҙып алған. Информант был әҫәрҙе иртәк тип атай. Уныңса — «иртәк — ул боронғо ил батырҙарының башынан үткәнде һөйләү, ғәҙәттә, йыр менән аралашып килә». Ғалим С. Ғалин фекеренсә, заманында Маҡтымһылыу образы халыҡ араһында киң таралған. Ырымбур яҡтарында яҙып алынған «Ҡара юрға»[1] эпосының 7-се вариантындағы сюжетта ла Маҡтымһылыу исемле герой хәрәкәт итә. Эпосҡа Дауыт Юлтый ҙа иғтибар итә һәм шул нигеҙҙә драма әҫәре яҙа. Эпостың башҡа варианттары ҡағыҙға теркәлмәгән[2].

Сюжет ҡоролошо менән «Маҡтымһылыу» эпосы башҡа тормош-көнкүреш хикәйәттәренән айырылып тора. Ваҡиғаларҙың үҙәгендә ир-батыр түгел, ә Маҡтымһылыу исемле Һарыбай хан ҡыҙы тора.

Уның берҙән-бер мөғжизәле сифаты — сибәрлеге, өс саҡрымдан уҡ балҡып торған нурлы йөҙө. Ана шул нуры менән ул хатта нағыш теккән, тиелә эпоста. Ул башҡа эпостарҙағы ҡатын-ҡыҙҙар кеүек батырлыҡтар ҡылмай, дан яуламай.

Йәй һайын ағаһы менән бер утрауҙа туғыҙ тирмә ҡороп, иркенлектә һәм тыныслыҡта көн үткәрә. Был турала Таймаҫ тигән хан белеп ҡала һәм Маҡтымһылыуҙы көс менән үҙенә кәләшлеккә алып китергә уйлай.

Ошо мәлдә Маҡтымһылыу төш күрә. Ул төшөн ағаһына һамаҡлай:

Бөгөн төндә бер төш күрҙем, ағай,

Уң сәсемде мин иштем, ағай,

Һул сәсемде ишә алманым, ағай,

Һөҙөлөп яуға мин төштөм, ағай,

Мин төштөм.

Быны ишеткәс, ағаһы уҡ юна ла йөнләй, уҡ юна ла йөнләй. Таймаҫ хан яу менән килеп төшә. Был мәлде Маҡтымһылыу сәс ишеп ултырған була. Ул һул сәсен ишеп өлгөрмәй ҡала. Таймаҫ хан уны тирмәнең аҡ кейеҙенә урап алып китә.

Артабан ағаһының Таймаҫ менән аяуһыҙ алышы тасуирлана. Сабып килгәндә, Маҡтымһылыуҙың үрелмәй ҡалған һул яҡ сәсе ҡарағайға урала, ярһыған ҡола айғырҙы туҡтатып булмауын белеп, ағаһы Маҡтымһылыуҙы ҡулынан ыскындыра. Ҡыҙ йәнә баҫҡынсылар ҡулына төшә. Ағаһы ла бирешмәй, ҡайтанан баҫҡынсылар өҫтөнә ташлана. Яу бик каты була. Маҡтымһылыу өс мәртәбә ҡулдан ҡулға күсә, ағаһы хәлдән тая. Таймаҫ хан ҡыҙҙы үҙе менән алып китә.

Эпостың икенсе өлөшөндә Маҡтымһылыуҙы ҡотҡарыуҙы үҙ өҫтөнә алған ярлы егеттең эшмәкәрлеге тасуирлана. Һарыбай ҡарт ҡыҙын ҡотҡарыуҙы һорап, хан балаларына ла, бей балаларына ла, бай балаларына ла мөрәжәғәт итә. Тик ярлы ҡатлам вәкиле генә уның теләген тормошҡа ашыра һәм дан ҡаҙана.

Һарыбай хан нисек ҡыҙын ҡотҡарырға тип, уйға ҡала. Туғыҙ батман бал ҡойоп, туғыҙ тыу бейә һуйып, мәжлес үткәрергә була. Ат еткән ергә ат ебәреп, хат еткән ергә хат ебәреп, халыҡты йыя. Мәжлескә хан балаларын да, бей балаларын да, бай балаларын да, ярлы балаларын да саҡырта. — Ҡыҙымды яу менән алып ҡайтыусы булырмы, хәйлә менән алып ҡайтыусы булырмы? — тип, туғыҙ тыу бейә башын, ике тәгәс бал алып, хан балаларына килә. Тегеләре вәғәҙә бирмәй, Һарыбай артабан бей балаларына бара. Былары ла, баштарын баҫып, өнһөҙ кала. Бай балалары менән дә шул ук хәл ҡабатлана. Инде нишләһен, бер ҙә генә өмөтө булмаһа ла, ул ярлы балаларына һуғыла. Баяғы һорауын бирә. Ситтә генә ултырған таҙ егет тороп баҫа. — Мин ҡыҙыңды алып киләм. Яу менән түгел, хәйлә менән, — ти[2].

Ярлы егет аҡыл һәм хәйлә менән Маҡтымһылыуҙы Таймаҫ ҡулынан ҡотҡара, атаһына алып килеп тапшыра.

Ҡасып китер алдынан Маҡтымһылыу ике улын биленән ергә күмеп ултырта, мал-тыуарҙы юҡ итә.

Маҡтымһылыу ике балаһы Аҡай менән Күкәйҙе билбауҙан ергә күмеп ултырта, алдарына ярыҡ ҡалаҡ, ярыҡ табаҡ ҡуйып, ҡалдыҡ-боҫтоҡ аш һала. Унан һуң, йылҡы өйөрөнә барып, айғырҙы сәнсеп йыға, дөйә көтөүенә бара — атанын сәнсеп йыға, ҡуй көтөүенә бара — ҡусҡарҙы сәнсеп йыға, һыйыр көтөүенә бара — үгеҙҙе сәнсеп йыға ла таҙ егет менән ҡасып китә[2].

«Таҙ егет Маҡтымһылыуҙы атаһына алып барып тапшыра, Һарыбай ҡарт ҡыҙын шул егеткә бирә. Туғыҙ тыу бейә һуйып, туғыҙ батман бал әсетеп, ат еткән, хат еткән ерҙән кешеләр саҡыртып, барыһын ҡыуандырып, үҙе лә ҡыуанып туғыҙ көнлөк туй үткәрә. Туй һуңынан тегеләрҙе ике тирмә менән, бер өйөр йылҡы менән башҡа сығара. Таҙ егет менән Маҡтымһылыу бер күл буйында ҡартайғансы матур ғүмер иттеләр», — тип эпос тамамлана.

« Маҡтымһылыу башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас булмаған ҡаты бәғерлелек, мәрхәмәтһеҙлек күрһәтә. Әммә бында ҡасандыр ҡылынған яуызлыҡ (көслөк менән бисәлеккә алыу, илдән яҙҙырыу) үҙ язаһын алырға тейеш, тигән идеяны күрмәү мөмкин түгел. Йәнә лә илгә булған һөйөү тойғоһо барынан да өҫтөн булыуы ла һыҙыҡ өҫтөнә алына. Ғөмүмән, «Маҡтымһылыу» эпосы үҙенең эстәлеге менән дә, образдар яһалышы йәһәтенән дә, проблемаларҙың үҙенсәлекле хәл ителеше яғынан да иғтибарҙы йәлеп итерҙәй әҫәр[3]. »