Сура батыр (эпос)
Сура батыр | |
Сура батыр (рус. Шора батыр) — башҡорт халҡының һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос. Шулай уҡ шиғри-сәсмә формала башҡа төрки халыҡтарҙа: ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, Ҡырым һәм Волга буйы татарҙары һәм нуғайҙар араһында таралған, тарихи мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән.
Сюжетты йыйыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нуғай һәм ҡаҙаҡтарҙың «Шура батыр» эпик йыры өлгөһө буйынса Сура батыр тураһындағы башҡорт риүәйәттәре һәм сюжетһыҙ ҡобайырҙар нигеҙендә Ғ.Б.Хөсәйенов тарафынан төҙөлгән. Сура батыр тураһындағы сюжеттар төрлө ваҡытта Х.Ғ.Ғәбитов, К. М. Дияров, К.Мәргән, Р. Х. Насиров, Б.Ғ.Әхмәтшин тарафынан яҙып алынған. Шулай уҡ башҡорт шәжәрәләрендә лә Сура батыр исеме осрай. «Аҡбуҙат» эпосында ул — Һәүбәндең атаһы[1].
Йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйәләү хәл-ваҡиғаларҙың Нуғай хандары заманында барғанлығы, сығышы менән Ҡырымдан, нуғайлыларҙың аҫыл затынан булған Нарыҡбай исемле бик бай бей менән таныштырыуҙан башлана. Артабан Ҡырым ханының маллы, абруйлы Нарыҡ бейҙе үҙенә тағы нығыраҡ яҡынайтыр өсөн, сибәрҙәрҙән сибәр Миңһылыу исемле бер ҡыҙҙы димләп өйлөндерешкәне, туйҙа Миңһылыуҙы ханбикәләрҙән дә һылыу икәнен күреп, хан үҙе ғашиҡ булғаны, туй үткәндән һуң, хандың Нарыҡбай бейҙе Мәскәү кенәзлегенә илсе итеп ебәрергә күндереүе, Миңһылыуҙың шиккә төшөүе, ирен илсе итеп оҙатышып ебәргән кеше булып, йәшерен рәүештә кире ҡайтарыуы, хандың хәйләһе асылыуы тасуирлана:
Икенсе көндөң төнөндә үк Миңһылыу бейбикәнең ишеген шаҡыйҙар. Кем булһын — хандары, бейбикәнең асмай сараһы юҡ. Аса. Хандары яһанып-биҙәнеп килгән, затлы бүләктәр килтергән. — Әй, Миңһылыу, һин бейбикә түгел, ханбикә булырға лайыҡ, — ти хан. — Ханым, тәҡсир, үҙең баш ҡоҙа булып бейбикә иттең, мин үҙ бейемде ташламам вә хыянат итмәм! — ти Миңһылыу. — Нарыҡ бейеңдән ваз кис, уның башы хәҙер ҡайтмаҫ ергә олаҡтырылды, — ти хан. — Алланы уйла, ханым, Хоҙай язаһынан ҡурҡ! — Хоҙаның мин ерҙәге наибы*, гонаһ булһа, ярлыҡауы ла үҙемдә. Яратам үҙеңде, һис юғы яриәм бул! — Улайһа, бер һүҙемде тыңла. — Һөйлә һүҙеңде, һылыуым. — Януарҙар батшаһы арыҫлан бар, — тип башлаған һүҙен Миңһылыу. — Уға көн һайын йәш януарҙы ашарға биреп торғандар. Бер көндө әллә яңылышып, әллә һынамаҡ өсөн хеҙмәтселәре арыҫланға бүре яралаған ҡолондо кереткәндәр. Арыҫлан уны һоғоноуҙан баш тартҡан: «Бүре бүлтереген арыҫлан еймәҫ», — тигән. Миңһылыуҙың тел төбөн тиҙ төшөнгән, әлбиттә, хан. Ләкин нәфсеһен тыя алмайынса, «ханмы, бейме, әлегә барыбер, мин ир кеше», тип, бейбикәгә йомолған хан көсләмәк булып. Шул саҡ йәшеренгән урынынан Нарыҡ бей килеп сыҡҡан да ярһыуынан бер һелтәүҙә ханды ҡылысы менән сабып үлтергән[2].
Ханын үлтергән Нарыҡ бейгә бар мөлкәтен, байлығын, тыуған ерен ташлап Миңһылыуы менән бергә ҡасып китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Артабан улар шул уҡ «төндө юлға иң кәрәк-ярағын, аҙыҡ-түлеген төйнәп», йорт-ерҙәренән ҡасып сығып киткәндәре, юлда Миңһылыуҙың ир бала тапҡаны, Нарыҡ бейҙең үҙе кендек вазифаһын башҡарыуы бәйән ителә. Улдарына Сура тип исем ҡушалар. Яйыҡ үренәрәк тау буйҙарына төпләнеп, уллы булып, яңынан донъя көтөп алып китәләр. Башҡорттар Нарыҡты Яйыҡ буйының абруйлы бейе итеп таныйҙар, Миңһылыуҙы һылыуҙарҙан һылыу бейбикә тип йөрөтәләр. Хатта уға бағышлап маҡтау йырҙары сығаралар:
Ирәмәлкәй тауҙың аҡ таштары
Йәмләп ята Урал буйҙарын,
Миңһылыуҡай, кемде ғашиҡ итмәҫ,
Ҡыйғас ҡашың, зифа буйҙарың.
Һылыуҙарҙан һылыу күп Уралда,
Һиндәй һылыуҙарҙы күрмәнек.
Хоҙай һине беҙгә ебәргәндер,
Булһын тиеп фәрештә-күрмәлек.
Сура ете йәшендә атҡа менә, ун йәшенән суҡмар, уҡ-һаҙаҡ тотоп, һунарға йөрөй, 13-14 йәшенән ҡылыс тағып батыр булып китә.
Бер саҡ шулай ситтә шаҡтай оҙаҡ ҡына йөрөп ҡайтһа, ҡатайҙарҙың яуыз түрәһе Ғәли бей тамъяндарҙың йорт-ерен баҫып, мал-тыуарын алып, атаһы Нарыҡбайҙы ҡурҡытып, мыҫҡыллап китә. Нарыҡбай улына һамаҡлап шуларҙы һөйләй:
Әй уғылым, әй Сурам,
Үҙем-үҙем үҙ булып,
Исемем Нарыҡ бей булып,
Күпме донъялар күреп,
Мал-тыуарға бай булып,
Дуҫ-иштәргә иш булып,
Бындай хурлыҡ күргәнем
Бығаса һис юҡ ине,
Йорт-ерем бөтөн ине,
Донъялар имен ине.
Уғылым, һин юғында
Яуыз Ғәли бей килде лә
Ҡуйымдан һуғым һуйҙы,
Йылҡымдан аттар тотто.
Ҡарт атаң Нарыҡты Ҡамсы менән орҙо ла,
Әсәң Миңһылыуға
Күтәрмәҫ һүҙҙәр әйтте лә
Оло ғауға сығарҙы,
Йортобоҙға яу булды.
Уртаҡ тел тапмаҡ булып,
Һимеҙ ҡуйҙар һуйҙырҙым,
Һыуһынына эсмәгә Ҡымыҙ,
Балдар ҡуйҙырҙым.
Һыйым ҡабул ҡылманы.
Сура батыр алышта Ғәли бейҙе үлтереп, Ҡарайғырын үҙ йорттарына алып ҡайтһа ла, был ҡанлы көн уның башында ауыр уйҙар, күңелендә тәрөн яралар ҡалдыра:
Ҡатай бейе үлгән көн,
Ҡара дауыл килгән көн;
Баштан бүркем төшкән көн,
Күңелемдән бөлгән көн;
Һыныҡ күңел ҡарт атам
Йөҙө ҡарайып ҡатҡан көн
Шулай бошоноп йөрөгәндә Сура батыр бер төш күрә, төшөндә Сура батыр Ҡазанда, имеш. Сура батыр Ҡаҙанды һаҡлашырға яуға китергә йыйына. Был хаҡта атаһына былай тип аңлата:
Эй атам, әй атам,
Һаулыҡ теләп ҡал, атам,
Аҡташ бейен үлтерҙек,
Башҡа ҡайғы килтерҙек.
Ҡазан ҡалған ҡазаға:
Ят тейә, ти, маҙаға.
Уны яҡлау кәрәк, тип,
Киттем, атай, йөрәкһеп
Яуға барыр уйым бар.
Нарыҡбай:
Бар, бар, улым, бар, улым,
Барғанда, юлың асылһын,
Ҡазан тигән илдәрҙең
Ҡапҡаһы көнэлек асылһын.
Асмалы бишеккә таянған,
Ала таңдан уянған,
Төн йоҡоһон дүрт бүлгән,
Ике имсәгенән һөт биргән.
Миңһылыу атлы әсәңә
Һүҙең әйтеп, кит, балам.
Сура батыр әсәһенә барып:
Эй әсәм, әй әсәм,
Һаулыҡ теләп ҡал, әсәм,
Аҡташ бейен үлтерҙек,
Китмәҫ хурлыҡ килтерҙек.
Ҡазан тигән ил бар, тип,
Башты ташлар ер бар, тип,
Шунда юлға сыҡмаҡсым,
Фатихаңды бир, әсәм.
Миңһылыу:
Бар, бар, балам, бар, балам,
Барғанда, күңелең баҫылһын,
Ҡазан тигән ҡаланың
Ҡапҡалары асылһын.
Иҫән-Һау йөрөп ҡайт,
Фатихамды бирәмен.
Сура батыр ҡатынына инеп:
Эй, әйелем, әйелем*,
Һаулыҡ теләп ҡал, әйелем,
Күрше бейҙе үлтерҙек,
Башҡа бәлә килтерҙек.
Ҡазан тигән ил бар, тип,
Башты ташлар ер бар, тип,
Ҡазан сыға бармаҡсым.
Ҡатыны :
Ай ни була көндән һуң,
Көн ни була айҙан һуң,
Батырҙарға ни ҡала,
Илгә яуҙар килгән һуң?
Ала кит, батырым, ала кит,
Ат ялына һала кит.
Алыҫ юлға сығаһың,
Тыуған ерең ҡала бит,
Атаң-әсәң, аялың (ҡатының),
Ҡала бит балаларың.
Миңһылыу:
Ирмен тигән ир кеше
Өйҙә ятып ҡалалмаҫ,
Ҡатын, балаларының
Ай-вайына ҡарамаҫ.
Ҡылған эшең хаҡ булһын,
Йөрөгән юлың таҡ булһын,
Хоҙай үҙе һаҡлаһын,
Имен-аман йөрөп ҡайт!
Юл кәрәк-ярағы, ҡоралы-ние менән яһанып, арғымағына атланып алған Сура батырҙы ата-әсәһе, ғаиләһе, бөтә ауыл халҡы оҙатып ҡалған. Шулай Сура батыр башҡорт иленән килгән нөгәрҙәрҙе туплап, Ҡаҙандың ҡапҡа төбөнә килеп еткән дошман ғәскәрҙәренә ҡаршы ҡаты яуҙарҙа ҡатнаша, ал-ял белмәй һуғыша. Ҡазан яуында ғәйрәтлек күрһәткән батыр тигән даны аҙаҡ бөтә Ҡазан, Нуғай илдәренә тарала[2].
Әҫәр һуғыштарҙың береһендә иң яҡын ярандары менән Сура батырҙың ҡапыл ғәйеп булыуы менән тамамлана. Сураның ғәйеп булыуы төрлөсә аңлатыла: берәүҙәр ул Иҙел һыуына батып, һәләк булды, яҡташтары, хан-ярандары, Сура — ят тип ситләткәнгә, тыуған иленә ҡайтып китте, тиҙәр. Үҙ илендә, Сура батыр иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан тигән риүәйәттәр йөрөй, маҡтау йырҙары бар.
Әҫәрҙең идеяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Сура батыр» эпосы башҡа тарихи эпостар менән бер үк уртаҡ фекер һәм бер үк идея уртаҡлығына эйә: ил намыҫын, ил иркен ҡурсалар ир-егеттәр генә ысын халыҡ батыры тигән исемгә лайыҡ. Ә ил ирке бөтәһенән дә өҫтөн, бөтәһенән дә ҡиммәт, һәр ваҡыт актуаль[2].
Йыр сәнғәтендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риүәйәттәр, дастандар буйынса Сура батыр сәсән һүҙле, йырсы, ҡурайсы булған. Башҡорттар Сура батыр сығарған марш көйөн уйнай-уйнай, Ҡазанға табан походҡа сығалар. Көй халыҡ араһында «Сура батыр сығарған Ҡазанды яу алған көй» исеме менән тарала, артабан «Ҡазанды алған көй» тип кенә йөрөтөлә[3].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2012 йылда Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылы эргәһендә, фараз ителеүенсә, Сура батыр ерләнгән урында стела ҡуйылған[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Маҡтымһылыу (эпос);
- Ҡарағөлөмбәт менән Аҡҡоломбәт (эпос);
- Күсәк бей (эпос);
- Алтыйәшәр Алпамыша;
- Ҡоблан батыр (эпос)
- Уҙаҡ менән Туҙаҡ - балабәшнәк ярсығы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт энциклопедияһы / Сура батыр
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Башҡорт халыҡ ижады. «Яҙма ҡисса һәм дастандар» 7-се том. — Өфө: «Китап», 2000. — С. 401—402.
- ↑ Кәрим Дияров. «Сал Уралдың моңдары» башҡорт халыҡ йырҙары һәм йыр-риәүйәттәре. — Өфө: «Китап», 1988 й. — С. 37—38.
- ↑ /Род Чуры Нарыкова часть 1,2,3 Фольклорные источники о Чура-батыре
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ ижады. «Яҙма ҡисса һәм дастандар» 7-се том. — Өфө: «Китап», 2000. — С. 401—402.
- / А. А. Черкесова «Героический эпос Шора батыр в музыкальном фольклоре ногайцев»
- /Башҡортостандың мәҙәни донъяһы «Легендар Сура батырға мәммәрҙән һәйкәл асылды»
- Сура батыр (эпос) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2023)