Эстәлеккә күсергә

Мерниси Фатима

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мерниси Фатима
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Марокко
Псевдоним Fatma Aït Sabah
Тыуған көнө 27 сентябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыны Фәс (ҡала), Марокко
Вафат булған көнө 30 ноябрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[6][7][8][…] (75 йәш)
Вафат булған урыны Рабат, Марокко[9]
Һөнәр төрө яҙыусы, эссеист, социолог, университет уҡытыусыһы, автор нехудожественной литературы, борец за права женщин, деятель феминизма
Эшмәкәрлек төрө эссе[d], гендерные исследования[d] һәм социология[10]
Эш урыны Университет Мухаммеда V[d]
Биләгән вазифаһы профессор[d]
Уҡыу йорто Сорбонна
Брандейский университет[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Мерниси Фатима Викимилектә

Фатима Мерниси (ғәр. فاطمة مرنيسي‎, франц. Fátima Mernissi, 1940, Фәс — 30 ноябрь 2015, Рабат) — Марокко яҙыусыһы, социолог, публицист, ислам феминизмы вәкиле. Ғәрәп, инглиз һәм француз телдәрендә яҙа. Мернисиҙың хеҙмәттәре донъяның күп телдәренә тәржемә ителгән. Ул Принц Астурийск (Принц Асту́рии) премияһы (2003), Эразм Премияһы (2004) лауреаты.

Бер нисә социологик ялан тикшеренеүҙәрен, шул иҫәптән ЮНЕСКО һәм Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы эгидаһы аҫтындағы тикшеренеүҙәрҙе ойоштороусы һәм ҡатнашыусы булып тора. Мосолман мәҙәниәтенең патриархаль нигеҙҙәренә ҡаршы сығыш яһаусы.

Фатима Мерниси Марокконың Фәс ҡалаһында 1940 йылда тыуған. Атаһы яғынан өләсәһенең һәрәмендә (гарем) үҫә. Бала сағында уны тик ҡатын-ҡыҙҙар һәм хеҙмәтселәр генә уратып алған. Башланғыс белемде милләтселәр нигеҙ һалған мәктәптә ала. Һуңынан француз протектораты аҡсаһына булдырылған ҡыҙҙар мәктәбендә уҡый. Бынан һуң Сорбоннала һәм Брандейск университетында уҡый, унда докторлыҡ дәрәжәһен яҡлай.

Университетты тамамлағандан һуң Мароккоға ҡайта. Мөхәммәт V университетында уҡыта. Ислам феминизмы вәкиле булараҡ халыҡ-ара билдәлелек ала. 2015 йылдың 30 ноябрендә Рабат ҡалаһында вафат була.[11]

Ислам феминизмы вәкиле булараҡ, Мернисси исламдың ҡатын-ҡыҙҙарға биргән роле менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына. Бының өсөн ул ислам фәлсәфәһе үҫешен анализлай. Мернисси Мөхәммәт пәйғәмбәргә ҡараған бер нисә хәҙисте, шулай уҡ уларҙан килеп сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙың буйһоноусанлығы тураһындағы раҫлауҙарҙы шик аҫтына ала.[12]. Мернисси фекеренсә, Ҡөрьәндә ҡатын-ҡыҙҙың буйһоноусанлығын дәлилләүсе раҫлауҙар юҡ. Мерниссиҙың күп кенә эштәре һәрәмдәге тормошҡа, гендер мөнәсәбәттәренә, шулай уҡ шәхси һәм йәмәғәт тормошона арнала.[13]

Шулай уҡ Мернисси Мароккола бер нисә социологик тикшеренеүҙәр үткәрә. 1970-80 йылдарҙа үткәрелгән тикшеренеүҙәре ҡатын-ҡыҙҙарҙың эште ҡабул итеүенә арналған. ЮНЕСКО, халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы, шулай уҡ Марокко хөкүмәте өсөн бер нисә эш башҡара.[14]

«Һәрәмдә тыуған бала» китабы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Һәрәмдә тыуған бала» («Рождённая в гареме») китабында Фатима бала сағы хаҡында һөйләй. Был бер ирҙең бер нисә ҡатыны йәшәгән һәрәм түгел, ә бер нисә быуын ғаилә, өләсәй-олатайҙар, уларҙың ҡатындары һәм балалары менән улдары, тол ҡатындар — ошо мәлгә ғәҙәти патриархаль ғаилә йәшәгән ҙур йорт.1940-се йылдарҙа йәмғиәт үҙгәрә башлай, бер нисә пар ғына айырым, бәләкәй булһа ла, айырым йортта йәшәргә ҡарар итә. Фатиманың ғаиләһе иһә традицион ҡарашта була.. Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр һәм ҡәйнәләр ҡарамағында була, уларға ҡапҡанан яңғыҙ сығырға ла, эшләргә лә рөхсәт ителмәй. Ләкин Фатиманың әсәһе ҡыҙының киләсәген яҡшыраҡ булыуын теләй һәм бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙға уҡыуҙа тырыш булырға, маҡсатына ирешеүҙе теләй. Атаһы ла, күп һанлы туғандары алдында үҙ фекерен асыҡтан-асыҡ әйтергә ҡыйыулыҡ күрһәтмәһә лә, ҡатынының ҡыҙҙы динде өйрәнеүгә баҫым яһалған традицион мәктәптән ғәҙәти мәктәпкә күсереү тураһындағы тәҡдимен хуплай. Китапта һәрәмдең ишектәрен асып, ошо ҙур һәм ябыҡ йорттарҙа тормоштоң ниндәй булғанын, кешеләрҙең нисек уйлағанын, тормоштан нимә теләгәнен, нимә тураһында хыялланғанын белергә мөмкинлек биргән ҡыҙыҡлы мәлдәр күп.[15]

Һайланма хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Япма аҫтында: мосолман йәмғиәтендә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар динамикаһы/ Beyond the Veil: Male-Female Dynamics in a Muslim Society, Cambridge (Mass.), Schenkman Publishing Co, 1975
  • As-Suluk Al-Jinsiy Fi Mujtama’in Islamiyin Taba’iy, Beirut, Dar Al Hadatha, 1982
  • Al Hubb fi hadaratina al-Islamiya, Beirut, Ad-Dar Al Alamiya, 1983
  • Енес, идеология, ислам/ Sexe, Idéologie, Islam, Éditions Maghrébines, 1985 Le Fennec
  • Мосолман илдәрендә мөхәббәт/ Lamour dans les pays musulman, Editions Maghrébines, Casablanca, 1986 (ҡабат баҫтырылған. 2007)
  • Al Jins Ka Handasa Ijtima’iya, Éditions Le Fennec, Casablanca 1987
  • Le monde n’est pas un harem, édition révisée, Albin Michel, 1991
  • Онотолған солтандар: ислам дәүләттәре башында торған ҡатын-ҡыҙҙар/ Sultanes oubliées : femmes chefs d'État en Islam, Albin Michel / Éditions Le Fennec, 1990
  • Сәйәси гарем: Пәйғәмбәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар/ Le harem politique : le Prophète et les femmes, Albin Michel, 1987, Paperback 1992
  • Хәҙерге замандан ҡурҡыу: ислам менән демократия араһындағы конфликт/ La Peur-Modernité : conflit islam démocratie, Albin Michel / Éditions Le Fennec, 1992
  • Nissa' 'Ala Ajnihati al-Hulmt, Éditions Le Fennec, Casablanca, 1998
  • Ҡатын-ҡыҙ хыялдары: гаремда бала саҡ/ Rêves de femmes : une enfance au harem, Éditions Le Fennec, Casablanca 1997 — Éd. Albin Michel Nov. 1998
  • Les Aït-Débrouille, Éditions Le Fennec, Casablanca, 1997, 2e édition, Édition de poche, Marsam, Rabat, 2003
  • Êtes-vous vacciné contre le harem?, Texte-Test pour les messieurs qui adorent les dames, Éditions Le Fennec, Casablanca, 1998
  • Гарем һәм Көнбайыш/ Le Harem et l’Occident, Albin Michel, 2001
  • Шехерезада Көнбайышҡа юллана/ Scheherazade goes West: Different Cultures, Different Harems, Éditions Le Fennec, Casablanca, 2001
  • Марокко Синдбадтар/ Les Sindbads marocains, Voyage dans le Maroc civique, Éditions Marsam, Rabat, 2004
  1. Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr.NYC: OUP, 2012.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #119117770 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Fatema Mernissi // Электронная библиотека нидерландской литературы (нидерл.) — 1999.
  4. Fatima Mernissi // Nationalencyklopedin (швед.) — 1999.
  5. Fatima Mernissi // https://www.enciclopediadelledonne.it/biografie/fatima-mernissi (итал.)
  6. EFE — 1939.
  7. Fatema Mernissi // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  8. Fatima Mernissi // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  9. арабская Википедия — 2003.
  10. Чешская национальная авторитетная база данных
  11. Мерниси Фатима, гл. Границы моего гарема
  12. Mernissi, Fatima. Дата обращения: 26 февраль 2024. Архивировано 26 февраль 2024 года.
  13. WISE. Fatema Mernissi. Дата обращения: 26 февраль 2024. Архивировано из оригинала 26 февраль 2024 года.
  14. Notable Feminist Fatema Mernissi. Дата обращения: 26 февраль 2024. Архивировано 26 февраль 2024 года.
  15. Мерниси Фатима, стр.287
  • Мерниси Фатима. Рождённая в гареме. — Москва: Центрполиграф, 2016. — 287 с. — ISBN 978-5-227-07128-6.