Эстәлеккә күсергә

Микеланджело

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Микеланжело битенән йүнәлтелде)
Микеланджело Буонарроти
Michelangelo Buonarroti
Исеме:

Микеланджело де Франческо де Нери де Миниато дель Сера и Лодовико ди Леонардо ди Буонарроти Симони

Тыуған:

6 март 1475({{padleft:1475|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны:

Капрезе-Микеланджело, Ареццо янында

Үлгән:

18 февраль 1564({{padleft:1564|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (88 йәш)

Үлгән урыны:

Рим

Ил:

 Флоренция республикаһы[d][1][2]

Жанр:

скульптура
һынлы һүрәт
архитектура
шиғриәт

Уҡыған урыны:

Доменико Гирландайо
Бертольдо ди Джованни

Стиль:

возрождение
маньеризм

Ҡурсалаусылары:

Лоренцо Великолепный
Юлий II (папа римский)
Павел III (папа римский)

Имза:

Викимилектә эштәре

Микела́нджело Буонарро́ти (Тулы исеме — Микела́нджело де Франче́ско де Нери́ де Миниа́то де́ль Се́ра и Лодо́вико ди Леона́рдо ди Буонарро́ти Симо́ни, (итал. Michelangelo di Francesci di Neri di Miniato del Sera i Lodovico di Leonardo di Buonarroti Simoni); 14751564) — Италия скульпторы, рәссамы, архитекторы, шағиры, аҡыл эйәһе. Ренессанс дәүеренең даһи шәхесе.

Микеланджело 1475 йылдың 6 мартында Капрезе ҡалаһының советнигы Лодовико Буонарроти ғаиләһендә тыуа. Бала сағы Флоренцияла үтә, һуңынан Сеттиньно ҡалаһына күсәләр.

1488 йылда иң яҡын дуҫы Франческо Граначчи кәңәше буйынса, атаһының ихтиярынан тыш художник Доменико Гирландайоның оҫтаханаһына өйрәнсек булып килә һәм унда бер йыл шөғөлләнә. Бер йылдан һуң, Флоренцияның хакимы Лоренцо де Медичи ҡурсауында булған, скульптор Бертольдо ди Джованни мәктәбенә күсә.

Медичи Микеланжелоның һәләтле булыуын таный һәм уны яҡлай. Микеланжело бер ни тиклем ваҡыт Медичи һарайында йәшәй. 1492 йылда Мидичи үлгәс Микеланжело өйөнә ҡайта.

1496 йылда кардинал Рафаэлле Риарио Микеланжело мәрмәрҙән эшләгән "Купидон"ды һатып ала һәм рәссамды Римгә эшкә саҡыра.

Микеланжело 1496 йылда Римдә вафат була. Үлер алдынан үҙенә хас баҫалҡылыҡ менән «Йәнемде аллаға, кәүҙәмде ергә, мөлкәтемде туғандарыма бирәм» тигән васыят ҡалдыра.

Даһи Микеланжело Ренессанс сәнғәтендә генә түгел, артабанғы бөтә донъя мәҙәниәтендә эҙен ҡалдырҙы. Уның эшмәкәрлеге ике ҡала — Флоренция һәм Рим менән бәйләнгән. Был оҫтаның ғәҙәти булмаған нәфислек, күп яҡлы һын, аңлайышлы һәм көслө итеп әүәләп эшләгән һынлы сәнғәтендә һиҙелә.

Флоренцияла Микеланжело Яңырыу дәүеренең үлемһеҙ өлгөһө, күп быуаттар буйы кеше һынының эталоны булған —«Давид» статуяһын (1501—1504), Римдә тәүгеләрҙән булып үлгән кешенең кәүҙәләнешен башҡарған «Пьета» (1498—1499) композицияһын әҫәр итә. Әммә үҙенең ғәйәт ҙур ниәттәрен һынлы һүрәттә тормошҡа ашыра. Рим папаһы Юлий II заказы буйынса Сикстин капеллаһының (Ватикандағы сиркәү) түшәмен биҙәй (1508—1512). Донъя яралыу көнөнән алып туфан ҡалҡыу көнөнә тиклем Библия тарихын сағылдырған рәсемдә зоо кеше һыны һүрәтләгән. 1534—1541 йылдарҙа шул уҡ Сикстин капеллаһы стенаһында папа Павел III өсөн драматизм менән тулы «Ҡиямәт көнө» фрескаһын (балсыҡ стенаға төшөрөлгән һүрәт) эшләй. Римдә Изге Петр соборы һәм Капитолия майҙанындағы Микеланжело архитектуралары үҙенең матурлығы һәм бөйөклеге менән таң ҡалдыра.

Беҙҙең көндәрҙә Микеланджело статуялар һәм асыҡ фрескалар авторы булараҡ билдәле. Билдәле рәссамдың һоҡландырғыс шиғырҙар ҙа яҙғанын һирәктәр генә белә.

Шиғри һәләте ғүмеренең аҙағында ғына асыла. Уның ҡайһы бер шиғырҙары үҙе йәшәгәндә үк көйгә һалына һәм халыҡ араһында танылыу яулай, әммә уның сонет һәм мадригалдары тик 1623 йылда ғына баҫылып сыға. Беҙҙең көндәрге тиклем Микеланджелоның 300-ге яҡын шиғыры һакланған.

Микеланджелоның ижадын немец яҙыусыһы Вильгельм Ланг өйрәнә, был темаға ул 1861 йылда диссертация яҡлай.[3].

Микеланджело полотноларында грек мифологияһы персонажы Леданы Зевс менән ҡушылған мәлдә йәки унан һуң һүрәтләгән.

  1. Union List of Artist Names (ингл.)
  2. http://www.smithsonianmag.com/travel/how-to-tour-michelangelos-rome-12922932/
  3. Lang, Wilhelm. Michel Angelo Buonarroti als Dichter. (нем.). Mäcken in Stuttgart . (1861). Дата обращения: 2 ноябрь 2012. Архивировано 4 ноябрь 2012 года.
  • В. Д. Дажина Микеланджело. Рисунок в его творчестве. — М.: Искусство, 1987. — 215 с.
  • Микеланджело. Поэзия. Письма. Суждения современников / сост. В. Н. Гращенков. — М.: 1983. — 176 с.
  • Микеланджело. Жизнь. Творчество / Сост. В. Н. Гращенков; вступительная статья В. Н. Лазарева. — М.: Искусство, 1964.
  • Ротенберг Е. И. Микеланджело. — М.: Искусство, 1964. — 180 с.
  • Микеланджело и его время / Под ред. Е. И. Ротенберга, Н. М. Чегодаевой. — М.: Искусство, 1978. — 272 с. — 25 000 экз.
  • Ирвинг Стоун Муки и радости. — М.: Художественная литература, 1971. — 760 с. — 150 000 экз.
  • Wallace, William E. Michelangelo: Skulptur, Malerei, Archtektur. — Köln: DuMont, 1999. (Monte von DuMont)
  • Tolnay K. Michelangelo. — Princeton: 1943—1960.
  • Gilles Néret Michelangelo. — Köln: Taschen, 1999. — 96 с. — (Basic Art).
  • Ромен Роллан «Жизнь Микеланджело»