Эстәлеккә күсергә

Минйәр (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Минйәр йылғаһы битенән йүнәлтелде)
Минйәр
Ҡайҙа ҡоя Эҫем
Ҡушылдыҡ Үрге Биянка, Үрге Мин, Нижн. Биянка һәм Түбәнгә Мин
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Бассейн майҙаны 609 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Оҙонлоҡ 42 km
Карта

Минйәр (Меңъяр) (башында Үрге Минйәр) — йылға, Эҫемдең (Ағиҙел бассейны) уң ҡушылдығы, һәм уның һыуын ике тапҡырға тиерлек арттыра. Оҙонлоғо 42 км, һыу йыйыу бассейны майҙаны — 609 км².[2] Ҡаратау һыртының көньяҡ битләүендә башлана. Силәбе өлкәһенең Әшә районы буйынса аға. Эҫемгә ҡойған урынында Минйәр һыуһаҡлағысы ойошторолған.

Бер фараз буйынса йылға исеменән килеп сыҡҡан төрки «мең» һәм «яр» һүҙҙәренән, һүҙмә — һүҙ — «мең ярлы йылға». Икенсе фараз буйынса, башҡорт Мең[3] ырыуы этнонимынан барлыҡҡа килгән.

Топонимдар нигеҙендә мең (меңле, минг) тигән боронғо башҡорт ҡәбиләләр берләшмәһен аңлатҡан термин ята. Меңйылға — «меңлеләр йылғаһы»; Меңйәр — үҙгәртелә биргән Меңлеләр башҡорт этнонимынан, мең этнонимының күплек формаһы; -ка, -и — урыҫ һүҙ яһаусы ялғауҙары.

Меңйылға, Үрге һәм Түбәнге Мең (Миня), Меңйәрҙең уң ҡушылдығы; Меңле (Минка),— Йүрүҙән йылғаһының уң ҡушылдығы, поездар туҡталышы, 1779 йылда Минкә металлургия заводы урынлашҡан ауыл (ҡасаба); Минкә тауы, Ҡатау-Иван районы; Минйәр Эҫем йылғаһына ҡоя; Меңе (Мини),Әшә йылғаһының уң ҡушылдығы, Әшә ҡалаһы янында аға.

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яр буйлап, тау битләүҙәрендә — ҡатнаш урман, һыу буйҙарында — ереклек. Ер-һыу хайуандарынае үлән тәлмәрйене күпләп осрай. Ҡоштарҙан ғәҙәттә һоро селән, перевозчик, һыу турғайы оляпка, ҡыҙыл турғай обыкновенная чечевица, һары турғай чиж, алағанат турғай зяблик, тау сәпсеге горная трясогузка, таң турғайы зарянка, ҡамыш турғайы, сыбар ҡурҙай камышовка-барсучок, ҡара төйлөгән, ябай һар канюк, черныш, мышар барпҡылдағы рябинник, йырсы барҡылдаҡ певчий дрозд һ. б. Яр буйы урмандарында тейен, осрай, ҡондоҙ бар.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Кама бассейны округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — башынан алып тамағына тиклем Эҫем йылғаһы, йылғаның бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел. Йылға бассейны — Кама[2].

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019249[2].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 Государственный водный реестр РФ: Миньяр.
  3. Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 177.