Эстәлеккә күсергә

Минск зоопаркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Минск зоопаркы
Нигеҙләү датаһы 9 август 1984
Рәсем
Дәүләт  Беларусь[1]
Административ-территориаль берәмек Минск
Майҙан 17,5 гектар
Рәсми сайт minskzoo.by
Карта
 Минск зоопаркы Викимилектә

Минск ҡалаһы зоопаркы (ГКПУ «Минск зоопаркы») Минск ҡалаһының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Свислочь йылғаһының һыубаҫар туғайында урынлашҡан . Минск зоопаркы составына классик вольерҙарҙан тыш террариумдар, «Немо» дельфинарийы, аквариум һәм экзотариум — Көньяҡ Америка фаунаһы павильоны «Ориноко» инә. Зоопарк коллекцияһы составына экзотик хайуандар ҙа. шулай уҡ Белоруссия фаунаһының һирәк вәкилдәре лә инә. 2016 йылда зоппаркта 461. хайуан төрө шул иҫәптән, 226 төрө Ҡыҙыл китапҡа индерелгән төрө индерелгән. Зоопаркҡа килеүселәр һаны 1087,4 кеше тәшкил иткән[2].

Зоопаркта яҡынса 2 мең дана хайуан, 400-ҙән ашыу төр бар. Свислочь йылғаһы барлыҡҡа килтергән тәбиғи ҡултыҡтарҙа йыл әйләнәһенә һыу ҡоштары йәшәй. Йылдың йылы осоронда «Вясковая сядзiба» майҙансығында йорт һарыҡтары һәм кәзәләре йөрөй. 2009 йылдың сентябрендә зоопаркҡа зубр балаһын килтерәләр[3]. Һирәк хайуандарҙан Минск зоопаркында юғалыу сигендәге төр — оцелот бар. Экзотариум хеҙмәткәрҙәре тәбиғи мөхиттә тотоп алынған йәнлектәрҙе түгел, ә башҡа зоопарктарҙа тыуған хайуандарҙы алырға тырыша[4] Минск дельфинарийында төньяҡ диңгеҙ бесәйҙәре Алекс һәм Елочка, шулай уҡ Тымыҡ океан дельфиндары Геркулес-Вита, Мика-Хьюго һәм диңгеҙ арыҫланы — Николас йәшәй.

Көньяҡ Америка фаунаһының «Ориноко» павильоны

Көньяҡ Америка фаунаһының «Ориноко» павильонына килеүселәр маймылдарҙың төрлө төрҙәрен, тропик ҡоштарҙы, йыртҡыстарҙы, арапаим балыҡтарын һәм хәүефле пираньяларҙы күҙәтә ала. Шулай уҡ килеүселәр капибара, анаконда, кайман, башҡа ғәҙәти булмаған һөйрәлеүселәрҙе , экзотик квакша һәм древолазды күрә ала. Бынан тыш, экзотариумда ташбаҡалар, йәйрә, крокодил, һирәк йыландар һәм башҡа хайуандар йәшәй. Иң эре хайуандарҙан экзотариумда ягуарҙар һанала. Әлеге ваҡытта был заттарҙың ғәҙәти ике төҫлөһө — ата һәм инә ягуар һәм Грузиянан бер ҡара ягуар бар. Йыртҡыстарҙан тыш, экзотариумда үлән ашаусылар бар.

Шоу в минском дельфинарии «Немо»
Минск «Немо» дельфинарийында шоу

Зоопарк территорияһында дельфинарий «Немо» эшләй. Дельфинарийҙың эшмәкәрлегенә экологик-белем биреү хас. Дельфинарий тамашаларында дельфиндарҙың физиологияһы, характеры,шулай уҡ дельфиндарға, дөйөм алғанда, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш кәрәклеге тураһында әйтелә. Минск дельфинарийы «Немо» мәҙәни-һауыҡтырыу комплексының Киев, Одесса, Харьков, Донецк, Бердянск, Ереван, Баҡы һәм Анапала халыҡ-ара селтәр составына инә[5]Минск «Немо» дельфинарий 700 кешене һыйҙыра ала.

Минск «Немо» дельфинарийы күрһәткән хеҙмәттәр:

  • Дельфиндар менән йөҙөү һәм аралашыу
  • Дельфиндар менән дайвинг
  • Дельфиндар менән фотосессия
  • Дельфинарийҙа саралар үткәреү (тыуған көндәр, романтик кистәр, һәм төнгө саралар һ. б.)
  • Балалар сараһы
  • Дельфинотерапия

Зоопаркта төрлө зоология бүлектәре эшләй.[6]

«Ҡоштар», «Лаборатор кимереүселәр», «Экзотик кимереүселәр» «Тояҡлылар», «һөтимәр йыртҡыстар», «Маймыл һәм ваҡ һөтимәр йыртҡыстар», «Һөйрәлеүселәр», «Аквариум» бүлектәре (төркөмдәре) ҡырағай хайуандарҙы үрсетеү һәм уларҙы демонстрациялау менән шөғөлләнә.

Ветеринария бүлеге бөтә хайуандарҙың һаулығын күҙәтә.

Ашатыу кухняһы хайуандарға туҡланыуҙы тәьмин итә.

Инженер-техник бүлеге төҙөлөш торошо, инженер коммуникациялары өсөн яуап бирә, зоопарк территорияһында тәртип тәьмин итеү, йәшелләндереү өсөн яуаплы.

Ат аҙбарында ат, ишәк һәм пониларҙы тоталар һәм улар менән күнекмә үткәрәләр. Был хайуандар — зоопаркта үткәрелә торған байрамдарҙың биҙәге булып тора. Зоопаркта «Пони һәм аттар» түңәрәге эшләй, балалар унда һыбай йөрөп күнекмә генә алмай, шулай уҡ мал тәрбиәләүгә лә өйрәнә

Ағартыу бүлеге зоопаркта байрам ойоштороу өсөн яуаплы; күҙәтеү һәм тематик экскурсиялар ойоштора һәм үткәрә, күсмә лекциялар үткәрә, киң мәғлүмәт саралары менән аралаша, белгестәр зоология коллекцияларҙағы үҙгәрештәрҙе күҙәтә, зоопарктың баҫма продукция булдырыу өсөн материалдар әҙерләй.

Минск зоопаркы 1984 йылдың 9 авгусында Минск автозаводының 40 көнлөгөнә МАЗ зоология һәм ботаника баҡсаһы булараҡ асыла.

1990—1995 йылдарҙа Минск зоопаркында Березинский ҡурсаулығында урынлашҡан һуйыр питомнигы приюты урынлаша

1997 йылда «Минск зоопаркы» дәүләт предприятиеһы статусын ала.

1998 йылда Минск зоопаркында реконструкция башлана.

2001 йылда ҡала дөйөм майҙаны 42 гектар булған биләмәне зоопарк төҙөү өсөн тотона

2006 йылда вгуст уртаһында зоопарк төҙөүҙең икенсе сираты башлана, ул экзотариум һәм аквариум менән түңәрәк быяла бинаны үҙ эсенә ала.

2015 йылдың 14 мартында Көньяҡ Америка фаунаһының «Ориноко» (Экзотариум) павильонын төҙөү тамамлана.[7]

Зоопарк реконструкцияһының шулай уҡ өсөнсө этабы планлаштырыла, уның барышында әкиәт һарайы төрөндә экспозиция, океанарий, дельфинарий, оранжерея һәм балалар өсөн күңел асыу үҙәге барлыҡҡа киләсәк[8].

Минск зоопаркының өсөнсө сираттағы төҙөлөшөндә иҫке территорияны реконструкциялау, 5 этаптан торған яңы экспозиция комплекстарын төҙөү күҙ уңында тотола[9][10]

  • Һыу ятҡылығы һәм ҡаялар рәүешендәге декорация менән Гумбольд пингвиндары өсөн экспозиция комплексы.
  • Йыртҡыс ҡоштар өсөн яһалма ҡая менән асыҡ вольер.
  • Тауыҡ төрҙәре өсөн асыҡ вольер менән комплекс.
  • Асыҡ манеждар менән ат аҙбарҙары.
  • Урам вольерҙары менән «Африка саванналары» тематик павильоны
  • Йәш натуралистар өсөн бүләмәләр, тамаша залы һәм асыҡ сәхнә менән административ бина
  • Балалар өсөн уйын комплекстарын урынлаштырыу өсөн уйын майҙансығы
  • Маймылдар өсөн асыҡ вольерҙар менән бүлмәләр
  • Дөйәләрҙе һәм йәйәрләрҙе ҡышҡы аҫрау өсөн асыҡ вольерҙар менән бүлмәләр
  • Страустарҙы ҡышҡы аҫрау өсөн асыҡ вольерҙар менән бүлмәләр.
  • Бесәй төрҙәре өсөн асыҡ вольерҙар менән экспозиция комплексы.
  • Һыу яны кимереүселәре һәм йыртҡыстар өсөн асыҡ һыу ятҡылыҡтары менән экспозиция комплексы.
  • Йыртҡыс ҡоштарҙы ҡышҡы аҫрау өсөн асыҡ вольерҙар менән бүлмәләр
  • Һыу ятҡылыҡтары өҫтөндә һаҡлағыс дамбалар, яр һәм эстакадалар, күҙәтеү майҙансыҡтары булған йәйәүлеләр өсөн юлдар ҡороу.
  • Һыу яны һәм һыу ҡоштарын ҡышҡы аҫрау өсөн вольерҙар һәм асыҡ һыу ятҡылыҡтары менән бина
  • Асыҡ һыу ятҡылыҡтары менән ишкәк аяҡлылар өсөн экспозиция комплексы.
  • Йәйге осорҙарҙа утрауҙарҙа йәшәгән маймылдарҙы ҡышҡы аҫрау өсөн бина
  • Быуала маймылдарҙы аҫрау өсөн һәм ҡоштар оялау өсөн яһалма утрауҙар комплексы.
  • Һыу яны һәм һыу ҡоштары өсөн асыҡ вольерҙар (авиарий).
  • Модуль типтағы ел электр станцияһының күргәҙмә өлгөһө, шулай уҡ экология тематикаһы буйынса скульптура композициялары.
  • Гродненский зоопарк
  • Дельфинарий
  • Террариум
  • Зоопарк
  1. GeoNames (ингл.) — 2005.
  2. Культура Республики Беларусь. Статистический сборник. — Мн., 2017. — С. 86.
  3. 2
  4. Объявлена программа открытия и цена входного билета в минский экзотариум 2015 йыл 10 апрель архивланған.
  5. Минский городской дельфинарий «Немо» 2015 йыл 9 май архивланған.
  6. Работа и жизнь в зоопарке 2015 йыл 9 май архивланған.
  7. Открытие Экзотариума в Минском зоопарке состоялось 14 марта 2019 йыл 4 май архивланған.
  8. http://minsk.gov.by/news/14.01.2008/3/9558/ru(недоступная ссылка)
  9. Новости — Минский городской исполнительный комитет 2008 йыл 17 ғинуар архивланған.
  10. Перспективы. Дата обращения: 25 апрель 2015. Архивировано 11 апрель 2015 года. 2015 йыл 11 апрель архивланған.