Эстәлеккә күсергә

Мирас (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Мирас — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Мирас исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм мираҫ, иҫтәлек тигәнде аңлата[1].

Иҙелбаев Мирас Хәмзә улы (9 декабрь 1945 йыл) — ғалим-башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы. 1977 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы (2001), профессор (2014). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1995). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017)[1].

Дәүләтбаев Мирас Ибраһим улы (20.01.1949), рәссам. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. Иҫке Һынны ауылынан[6].

Мирасов Сәғит Ғөбәйҙулла улы (1880—1932) — Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе.

Валиев Марс Мирас улы — «Ауыл хужалығының аҙыҡ-түлеген автомобилдәрҙә ташыу алдынғыһы» (1985, 1986), «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» .

Иҙелбаев Урал Мирас улы (15 декабрь 1972 йыл) — композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ