Мирошниченко Ирина Петровна
Мирошниченко Ирина Петровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 июль 1942 |
Тыуған урыны | Барнаул, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 3 август 2023 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | актёр, йырсы |
Уҡыу йорто | Школа-студия МХАТ[d] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 2023 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мирошниченко Ирина Петровна Викимилектә |
Мирошниченко Ирина Петровна (24 июль 1942, Барнаул) — СССР һәм Рәсәй актрисаһы, йырсы, педагог. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1988).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирина Петровна Мирошниченко 1942 йылдың 24 июлендә Барнаул ҡалаһында тыуған. Мәктәп уҡыған сағында Ленин комсомолы янындағы студияла шөғөлләнә. Унда драматург Михаил Шатров менән таныша, ул Иринанан туғыҙ йәшкә өлкән була. 1960 йылда улар өйләнешә[1].
1961 йылдарҙа уҡый һәм МХАТ-тың мәктәп-студияһына уҡырға инә В. П. Марков курсы). Өсөнсө курста Георгий Данелияның «Я шагаю по Москве» фильмында төп герой Кольканың һеңлеһе Катя ролендә тәүге тапҡыр төшә.
мәктәп-студияны тамамлағандан һуң Иринаны МХАТ-ҡа ҡабул итәләр. Актрисаның ролдәре — Маша, «Чайка»; миссис Чивли, «Идеальный муж»; Женя , «Валентин и Валентина», Ольга, «Три сестры»; Даша, «Соло для часов с боем»; Ася, «Вдовец»; Инга, «Первый день свободы»; Серафина делла Роза, «Татуированная роза»; Аркадина, «Чайка»; Раневская «Вишневый сад»; һ.б.
Актрисаның кинола иң ҙур эше булып «Их знали только в лицо» (1966) фильмында разведчик Галина Ортынская роле тора. А.А.Тарковскийҙың «Андрей Рублев» фильмында Ирина Мирошниченко Мария Магдалина ролен уйнай. Шулай уҡ «Дядя Ваня», «Кремлёвские куранты», «Пришёл солдат с фронта», «…И другие официальные лица», «Вам и не снилось…», «Рыжий, честный, влюблённый», «Тайны мадам Вонг», «Зимняя вишня» (2 һәм 3 киҫәктәре), «Клюква в сахаре» фильмдарында ҡатнаша.
1972 йылда «Это сладкое слово — свобода!» фильмын төшөргәндә Жалакявичюс Витаутас Пранович менән таныша, ул уның икенсе ире була. Никах бер нисә ай һуҙыла. Өсөнсө тапҡыр бер нисә йыл үткәс, театр буйынса хеҙмәттәше Игорь Васильевҡа кейәүгә сыға. Биш йылдан һуң улар айырылыша[1].
1980 йылдың 13 ғинуарында, ҡунаҡтан үҙ иномаркаһында ҡайтып барғанда, аварияға эләгә, һөҙөмтәлә умыртҡа һөйәге йәрәхәте ала. Киләһе «Шляпа фильмын төшөрөү ваҡытында уң аяҡ менән проблемалар башлана. Будапешт ҡалаһында термаль сығанаҡтары менән дауалау клиникаһында дауаланыуын дауам итә[1].
1980 йылдар башында Яңы йыл «Зәңгәр утында» ҡатнаша.
2015 йылдың 25 сентябрендә актриса А.П.Чехов әҫәрҙәренең театрлаштырылған онлайн- уҡыуҙарында ҡатнаша.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атаһы — Вайнштейн Петр Исаевич (1980 йылда вафат булған) — хәрби хеҙмәткәр, артабан административ хеҙмәткәр[2].
- әсәһе — Мирошниченко Екатерина Антоновна (1912—2005) — А.Я. Таировта актёрлыҡ һөнәренә уҡыған, әммә тәүге ире, Толпежников Иван Игнатьевич (1900—1937) ҡулға алынғандан һуң (Иринаның ағаһы — Рудольфтың атаһын да ) уның карьераһы, башланып та өлгөрмәй, мәңгелеккә туҡтап ҡала. Москонцертта эшләй, унда өсөнсө ире (1965 йылдан), аккомпаниатор Яков Пинхусович Розенкер (1937 йылғы) менән таныша[3][4][5].
- беренсе ире (1960—1972) — драматург Михаил Филиппович Шатров.
- икенсе ире (1972) — кинорежиссёр Жалакявичюс Витаутас Пранович.
- өсөнсө ире (1975—1980) — актёр Васильев Игорь Алексеевич.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1971 — «Почет Билдәһе» ордены
- 1976 — «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» (31 декабрь 1976 йыл) — совет кино сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн[6]
- 1988 — РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- 1998 — Почет Билдәһе ордены
- 2008 — IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (РФ Президентының 574-се указы, 24 апрель 2008)[7]
- 2015 — Дуҫлыҡ ордены[8]
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Театрҙағы ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ленком студияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1959 — «Глеб Космачёв принимает бой», М. Ф. Шатров пьесаһы буйынса, реж. Михаил Шатров, О. Я. Ремез, В. А. Андреев, В.Ворошилов
- 1959 — Лариса Огудалова — «Бесприданница», А.Островский пьесаһы буйынса. реж. В.Ворошилов
МХАТ мәктәп-студияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1962 — Гитель Моска — «Двое на качелях», У. Гибсон пьесаһы буйынса
- 1965 — Мария Александровна — «Дядюшкин сон»,Ф. М. Достоевский повесы буйынса — диплом спектакле
- 1965 — Чёрный человек (массовка) — «Синяя птица», М.Метерлинк пьесаһы буйынса
- 1966 — Учительница Белобородова — «Тяжкое обвинение», Л. Шейнин пьесаһы буйынса, реж. Борис Ливанов
- 1967 — Зина — «Будни и праздники», А. Галич һәм И. Греков пьесаһы буйынса
- 1968 — Бирюлина — «Синяя птица», М.Метерлинк пьесаһы буйынса
- 1968 — Ася — «Вдовец», А.Штейн пьесаһы буйынса
- 1968 — Ольга — «Три сестры», А. П. Чехов пьесаһы буйынса, реж. Вл. И. Немирович-Данченко, Нина Литовцева, Иосиф Раевский
- 1968 — Маша Шамраева — «Чайка», А. П. Чехов пьесаһы буйынса, реж. Борис Ливанов
- 1969 — Инга — «Первый день свободы», Л. Кручковский пьесаһы буйынса
- 1970 — Колиненко — «Единственный свидетель», П. Туров пьесаһы буйынса
- 1971 — Миссис Чивли — «Идеальный муж», О. Уайльд пьесаһы буйынса, реж. Виктор Станицын
- 1971 — Женя — «Валентин и Валентина», М.Рощин пьесаһы буйынса, реж. Олег Ефремов
- 1973 — Клава Полуорлова — «Старый Новый год», М.Рощин пьесаһы буйынса, реж. Олег Ефремов
- 1973 — Даша Высоцкая — «Соло для часов с боем», О.Заградник пьесаһы буйынса, реж. Анатолий Васильев
- 1974 — Пушкина — «Последние дни»,М. Булгаков пьесаһы буйынса
- 1975 — Карамзина — «Медная бабушка», Л. Зорин пьесаһы буйынса, реж. Анатолий Васильев, Олег Ефремов
- 1975 — Ива — «Эшелон», по пьесе М. Рощина, реж. Эфрос, Анатолий Анатолий Эфрос
- 1976 — Любовь Крохина — «Уходя, оглянись!», Э. Володарский пьесаһы буйынса
- 1976 — Маша — «Три сестры», А. П. Чехов пьесаһы буйынса
- 1977 — Спиридонова — «Шестое июля», М. Шатров пьесаһы буйынса
- 1977 — Анна Петровна — «Иванов», А. П. Чехов пьесаһы буйынса реж. Олег Ефремов
- 1977 — Татьяна Алексеевна — «Чеховские страницы», А. П. Чехова әҫәрҙәре буйынса
- 1977 — Раевская — «Обратная связь», А.Гельман пьесаһы буйынса
- 1977 — Фикельмон — «Медная бабушка», — «Медная бабушка», Л.Зорин пьесаһы буйынса, реж. Анатолий Васильев, Олег Ефремов
- 1982 — Серафина делла Роза — «Татуированная роза», Т. Уильямс пьесаһы буйынса, реж. Роман Виктюк
- 1982 — Анна — «Украденное счастье», И. Франко пьесаһы буйынса, реж. Роман Виктюк
- 1984 — Аркадина — «Чайка», А. П. Чехов пьесаһы буйынса, реж. Олег Ефремов
- 1987 — Актриса — «Перламутровая Зинаида», М. Рощин пьесаһы буйынса, реж. Олег Ефремов
- 1988 — Катя — «Серебряная свадьба», А. Мишарин пьесаһы буйынса, реж. Олег Ефремов, Роза Сирота
- 1988 — Елена Андреевна — «Дядя Ваня. Сцены из деревенской жизни», А. П. Чехова пьесаһы буйынса
- 1988 — Эстер — «Эквус», П.Шеффер пьесаһы буйынса, реж. Н. Скорик
- 1989 — Лидия Павловна — «Варвары», Максим Горький пьесаһы буйынса
- 1990 — Катя — «Московский хор», Л. Петрушевская пьесаһы буйынса, реж. Олег Ефремов, Роза Сирота
- 1991 — Раневская — «Вишнёвый сад», А. П. Чехов пьесаһы буйынса, реж. Олег Ефремов
- 2000 — Катя — «Мишин юбилей», А. Гельман һәм Р. Нельсон пьесаһы буйынса, реж. Олег Ефремов
- 2001 — Аркадина — «Чайка», А. П. Чехов пьесаһы буйынса — яңы редакция
- 2003 — Пьера — «Немного нежности», А.Николаи пьесаһы буйынса, реж. Аркадий Кац (Малая сцена)
- 2004 — Госпожа Пернель, мать Оргона — «Тартюф», Мольер пьесаһы буйынса, реж.Нина Чусова
- 2011 — Матильда — «Моя дорогая Матильда», Израэл Горовиц пьесаһы буйынса, Чехов исемендәге МХТ
- 2015 — Королева — «Мушкетёры. Сага. Беренсе киҫәк», реж. Константин Богомолов, Чехов исемендәге МХТ
Кинолағы ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Исеме | Роль | |
---|---|---|---|
1963 | ф | Я шагаю по Москве | Катя, Кольканың һеңлеһе |
1966 | ф | Их знали только в лицо | Галина Ортынская, йырсы |
1966 | ф | Королевская регата | Виолетта, студент-скульптор, Юхандың әхирәте |
1966 | ф | Андрей Рублёв | Мария Магдалина |
1968 | ф | Николай Бауман | Надежда Бауман |
1968 | ф | Ошибка резидента | Рита |
1969 | ф | Штрихи к портрету В. И. Ленина | Наташа Гопнер |
1970 | ф | Дядя Ваня | Елена Андреевна Серебрякова |
1970 | ф | Кремлёвские куранты | Клэр Шеридан |
1970 | ф | Миссия в Кабуле | Марина Сурицкая |
1971 | ф | Пришёл солдат с фронта | Вера Куркина |
1971 | ф | Заговор | Шу Холбрук |
1972 | ф | Это сладкое слово — свобода! | Мария |
1973 | ф | Здесь наш дом | Нина Щёголева |
1974 | ф | Единственная дорога | Гордана |
1974 | ф | Авария | Симона |
1975 | ф | Доверие | Мария Андреева |
1976 | с | В одном микрорайоне | Маша Дружинина |
1976 | ф | …И другие официальные лица | Инна Владимировна |
1976 | ф | Страх высоты | Инна Кротова |
1978 | ф | Агент секретной службы | Лидия Флоря |
1978 | ф | Любовь моя, печаль моя | Сервиназ |
1978 | ф | Чудак | Нихаль |
1978 | ф | Комиссия по расследованию | Анна Ивановна Верховцева |
1978 | ф | Однокашники | Наталья Латышева |
1979 | ф | Бабушки надвое сказали… | камео |
1979 | ф | Вернёмся осенью | табип Надя |
1980 | ф | Вам и не снилось… | Людмила Сергеевна, Катяның әсәһе |
1980 | ф | Старый Новый Год | Клава Полуорлова |
1981 | ф | Шляпа | Русалка |
1982 | ф | Уходя, оглянись... | Любовь Крохина, әсә |
1982 | ф | Профессия — следователь | Наталья Борисовна Крошина |
1983 | ф | Признать виновным | Виктория Павловна Бойко |
1983 | ф | Мера пресечения | Антонина Степановна Муравьёва, комбинат директоры |
1984 | ф | Рыжий, честный, влюблённый | фру Алиса, уҡытыусы |
1984 | ф | Наследство | Варвара Шумова |
1985 | ф | Неудобный человек | Таисия |
1986 | ф | Тайны мадам Вонг | мадам Вонг |
1986 | ф | Жалоба | Светлана Сергеевна Долинина, журналист |
1987 | ф | Наездники | снималась |
1987 | ф | Репетитор | камео |
1989 | ф | Не сошлись характерами | Наталья Юрьевна Горохова, ғаилә психологы |
1990 | с | Мир в другом измерении | Надежда Николаевна, прокурор |
1990 | ф | Зимняя вишня 2 | Юлия, Вадимдың ҡатыны |
1990 | ф | Клюква в сахаре | Агнесса |
1995 | ф | Зимняя вишня 3 | Юлия, Вадимдың ҡатыны |
2004 | ф | Прощальное эхо | Анна Сергеевна, Шуваловтың әсәһе |
2006 | с | Капитанские дети | Женяның әсәһе |
2017 | ф | Зимняя вишня 4 | Юлия |
Тауышландырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1985 — В поисках капитана Гранта — Марко Вовчок (Марина Влади)
- 2003 — Казус Белли — Эва (Барбара Брыльска)
Вокал
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1994 — «Я так люблю» — Андрей Никольский һүҙҙәренә һәм музыкаһына грампластинка Russian disk R60 01229
- 1994 — «Когда со мной ты рядом» — альбом, аудиокассета
- 1995 — «Я — актриса» — альбом, CD
- 1998 — «Коренная Москвичка» — альбом, CD
- 2001 — «Актёр и песня. Ирина Мирошниченко» — альбом, CD
- 2002 — «Имена на все времена. Ирина Мирошниченко» — альбом, CD
Реклама хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Йорт» тауарҙары каталогы
- Реклама «Кальций-Д3 Никомед» (3 таҫма)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Алевтина Летописцева Мобильная блондинка // Атмосфера. — 2012. — С. 72-79.
- ↑ Ирина Мирошниченко 2014 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ Лариса Каллиома. Ирина Мирошниченко в суде делит квартиру с мужем своей покойной матери . Известия (16 март 2006). Дата обращения: 4 март 2020.
- ↑ Ирина Мирошниченко предала отчима . sobesednik.ru. Дата обращения: 4 март 2020.
- ↑ Определение СК по гражданским делам Московского городского суда от 2 июня 2011 г. N 33—16585
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 31 декабря 1976 года «О присвоении почётных званий РСФСР работникам кинематографии»
- ↑ Указ Президента РФ(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 01.12.2015 № 584 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стишова Е. Ирина Мирошниченко // Актёры советского кино. Вып. 9. / Ред-сост. А. М. Сандлер. М.: Искусство, 1973. С.184—197.
- Шацилло Д. Ирина Мирошниченко // Советский экран. 1983. № 6.
- Виктюк Р. Проверка на призвание [: Ирина Мирошниченко] // Мой любимый актёр: Писатели, режиссёры, публицисты об актёрах кино [: сб.] / Сост. <i id="mwAhE">Л. И. Касьянова</i>. М.: Искусство, 1988. С.75—90.
- Мирошниченко И. П. Расскажу… М. Астрель: Олимп, 2011, 351 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Персональный блог Ирины Мирошниченко http://miroshnichenko.livejournal.com/
- Ирина Мирошниченко: Неофициальный сайт
- Ирина Мирошниченко на сайте Rusactors.ru
- Ирина Мирошниченко на сайте Московского художественного театра им. А. П. Чехова
- Варнавский, Игорь. Ирина Мирошниченко: «У меня никогда не было звёздной болезни»(недоступная ссылка) [: фоторепортаж ] // КМ.ru: мультипортал. 2007. 18 октября.
- Ирина Мирошниченко попросила прощения у мужа [: прощание с Михаилом Шатровым] // Собеседник. 2010. 10 июня.
- видео — Ирина Мирошниченко в программе «Встречи на Моховой» — эфир 3 октября 2010
- 24 июлдә тыуғандар
- 1942 йылда тыуғандар
- Барнаулда тыуғандар
- 3 августа вафат булғандар
- 2023 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- МХАТ Мәктәп-студияһын тамамлаусылар
- Почёт ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артистары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- XXI быуат актрисалары
- XX быуат актрисалары
- Рәсәй актрисалары
- СССР актрисалары
- Алфавит буйынса актрисалар
- Алфавит буйынса шәхестәр