Митерёв Георгий Андреевич
Митерёв Георгий Андреевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 5 май 1900 |
Тыуған урыны | Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 10 ғинуар 1977 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | табип |
Уҡыу йорто | Һамар дәүләт университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Митерёв Георгий Андреевич Викимилектә |
Митерёв Георгий Андреевич (1900 йыл—1977 йыл) — совет табибы, СССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары (1939—1946 йй.), СССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министры (1946—1947 йй.), медицина фәндәре докторы, профессор.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1900 йылдың 23 апрелендә (5 май) һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Бариновка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1919—1921 йылдарҙа — уҡытыусы, балалар йорто мөдире.
1925 йылда Һамар университетының факультетын тамамлай. 1925—1926 йылдарҙа — Һамар үҙәк дауаханаһында һәм венерик диспансерҙа стажер.
1926—1930 йылдарҙа — венерик диспансер һәм һәм Мәләкәс район һаулыҡ һаҡлау бүлеге менән етәкселек итә (Һамар губернаһы).
1930 йылдан алып — Ульяновск дауаханаларында
1932—1933 йылдарҙа Урта-Волга крайының санитар инспекторы.
1933 йылдан Н.И. Пирогов исемендәге Куйбышев үҙәк дауаханаһының баш табибы.
1936—1939 йылдарҙа — Куйбышев клиник дауаханаһында баш табип.
1939 йылдың июнь-сентябрь айҙарында — РСФСР-ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары.
1939 йылдың 8 сентябрендә СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында РККА-ның яралы яугирҙәренә һәм халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү һәм эпидемияға ҡаршы көрәш буйынса ҙур эште етәкләй. .
1947 йылдың 17 февралендә «йөкмәтелгән эшен алып бара алмай» тип вазифаһынан төшөрөлә, ә 1947 йылдың авгусында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағында намыҫ судында уға «дәүләткә ҡаршы һәм патриотизмға ҡаршы ҡылыҡтары өсөн» ҡаты шелтә бирелә.
1947 йылдан Ф.Ф. Эрисман исемендәге Дәүләт ғилми-тикшеренеү санитар институтының директоры.
1954—1971 йылдарҙа Ҡыҙыл Тәре һәм СССР Ҡыҙыл Ярым ай йәмғиәттәр союзының башҡарма комитеты рәйесе. 1971 йылдың июнендә пенсияға сыға.
1977 йылдың 10 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнә.
Награда һәм премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һамар ҡалаһында Митерев Георгий исеме менән медицина университеты янындағы йөрөү урыны атала[1]
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В дни мира и войны — М. 1975 — 256 с.
- Двадцать пять лет советского здравоохранения / под ред. Г. А. Митерева. - М. Государственное издательство медицинской литературы, 1944. - 296 с. : табл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список министров здравоохранения России
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Липатова А. М. Самарских улиц имена. — Самара: Самарский Дом печати. — 2008 (издание второе). Страница 137.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Орден 2018 йыл 8 май архивланған.
- 5 майҙа тыуғандар
- 1900 йылда тыуғандар
- Һамар губернаһында тыуғандар
- 10 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1977 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Һамар дәүләт университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Медицина фәндәре докторҙары