Эстәлеккә күсергә

Греку Михаил Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Михаил Григорьевич Греку битенән йүнәлтелде)
Греку Михаил Григорьевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Молдова
Тыуған көнө 22 ноябрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Фараоновка[d], Рәсәй империяһы[3][1]
Вафат булған көнө 9 апрель 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1][2] (81 йәш)
Вафат булған урыны Кишинёв, Молдова[1]
Һөнәр төрө рәссам, деятель изобразительного искусства
Уҡыу йорто Молдавский государственный университет[d]
Кемдә уҡыған Q124434066?
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Греку Михаил Григорьевич Викимилектә
Молдованың почта маркаһы, 2016 йыл
Молдова почта маркаһы, 2016 йыл

Греку Михаил Григорьевич (22 ноябрь 1916 йыл9 апрель 1998 йыл) — молдаван СССР рәссамы. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1990).

Михаил Григорьевич Греку 1916 йылдың 22 ноябрендә Рәсәй империяһының Бессарабия губернаһы Аккерман өйәҙе Фараоновка ауылында тыуа. Рәссамдың әсәһе — Анна Грекова, XIX быуат башынан күскенсе болғарҙар йәшәгән яҡындағы күрше ауылдарҙың береһе Селиол ауылынан.

1916—1928 — Белгород-Днестровский районы Ташлыҡ ауылында Елена һәм Григорий Паскару ғаиләһендә бала сағы үтә. Ташлык ауылында башланғыс мәктәптә уҡый (хәҙер Каменское ауылы), директоры Петраке Соломон М. Греку тураһында хәстәрлек күрә.

1928—1937 — Четатя-Албэ (хәҙерге Белгород-Днестровск) ҡалаһында үҫмерҙәр педагогия училищеһында уҡый, директоры — тел уҡытыусыһы Николае Цане. Рәсем уҡытыусыһы — Ростислав Окушко.

1934 — Бер төркөм уҡыусылар менән беренсе тапҡыр Бухарестҡа бара.

1935 — Н. Цане Грекуның рәсем менән мауығыуын хуплай, уны Бая Мареға (Румыния) рәссамдарҙың йәйге пленэрына ебәрә.

Мәктәп залдарында һынлы сәнғәт һәм рәсем буйынса беренсе шәхси күргәҙмәһе үтә.

1936 — Михаил Греку Ҡара диңгеҙ буйындағы Балчик ҡалаһында профессиональ румын рәссамдарының йәйге пленэрында ҡатнаша. Билдәле рәссамдар Л. Григореску, А. Катарджи, Б. Караджа, Н. Тоница, И. Изер менән таныша.

А. Катарджи йәш Грекунан пленэрҙа эшләгән этюдын һатып ала.

Рәссамдарҙың «Румыния йәштәре» конкурсында күмер менән эшләгән һүрәте өсөн 1-се премияны ала.

1937 — Балчик ҡалаһына пленэрға икенсе сәфәрен ҡыла. Сәфәренән һуң Четатя-Албэ ҡалаһы Мәҙәниәт йортонда уның шәхси күргәҙмәһе үтә. «Четатя Албэ» тип аталған мәктәп журналын баҫтырып сығарыуҙа ҡатнаша, ижади эштәре — китаптар уҡый, яратҡан рәссамдары — Ж. Ф. Миллер, Н. Григореску, Шт. Лукьяндың ижадтарын өйрәнә.

1937—1940 — Н. Григореску исемендәге Бухарест художество академияһында уҡый, уҡытыусылары профессорҙар — билдәле рәссамдар — Н. Дэрэску, Ф. Ширато. Е. Стоенеску, скульптор О. Хан була. Рәссам А. Чукуренку менән дуҫлаша. Йәкшәмбе көндәрендә Парижда А. Лотта шөғөлләнеп ҡайтҡан А. Чукуренкула факультатив дәрестәр ала.

1940 — Бессарабия СССР-ға ҡушыла. Михаил Греку художество академияһында бергә уҡыған курсташы, ҡатыны Эсфирь Брик менән бергә Бессарабияға, тыуған иленә ҡайта. Бельгияла сәнғәт академияһын тамамлаған һәм Румыниянан килгән Бессарабия рәссамы М.Гамбурд етәкселегендә Кишиневтың Художество училищеһында дәрестәр ала.

1941—1945 — Ҡаҙағстан һәм Төньяҡ Кавказда хәрби эвакуация йылдары. Тылда траншея ҡаҙа, паровоз депоһында кочегар була. Буш ваҡыттарында һүрәт төшөрөүен һәм яҙыуын дауам итә. Рус һәм совет сәнғәтен өйрәнә, Һарытау художество музейында була, унда «бәләкәй голландсылар» Коро, Монтичеллиның һүрәттәре менән һоҡлана. Грекуның яратҡан рәссамдары Рембрандт һәм Делакруа була. Уральск ҡалаһында ҡыҙы Тамара тыуғас, ул «Әсәлек» картинаһын яҙа (1943^44) Был эш Молдованың милли художество музейында һаҡлана.

1945 — һуғыш емергән Кишинев ҡалаһына ғаиләһе менән ҡайта. Молдавия һәм СССР рәссамдар союзына ҡабул ителә.

1947—1948 — рәссамдар И. В. Хазов, К Коровин, В. Серовтарҙан Һынлы сәнғәт училищеһында синыфтан тыш дәрестәр ала.

Дәүләт художество музейы директоры итеп тәғәйенләнә.

1950 — Кишинев ҡала советы депутаты булып һайлана. Сенеж ҡалаһына ижади базаға беренсе сәфәрен ҡыла (Мәскәү).

1951—1952 — Икенсе тапҡыр Сенежға бара. Мәскәүҙәге Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә молдаван павильоны өсөн «Освоение залежных земель» панноһы өҫтөндә эшләй. Архангельск, Подмосковье музейында Тьеполо картинаһын күсерә.

1954—1957 — Беренсе тапҡыр бөтә союз һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша. «Татарбунарское восстание» һәм «В застенках сигуранцы» картиналары өҫтөндә эшләй.

1958 — Яссы (Румыния) ҡалаһының картиналар галереяһына бара.

Молдова Республикаһы һынлы сәнғәт музейында беренсе шәхси күргәҙмәһе (99 һүрәте) була. Оло румын рәссамы Корнелиу Бабаның визиты.

Эрмитажда Рембрандт, Гварди, Креспи картиналарын күсерә. Француз импрессионистары, Ван Гога, Матисс, боронғо рус һәм балкан иконаһы йоғонтоһо аҫтында яйлап яҡты-ҡараңғы төҫтәр ярҙамында башҡарылған рәсемдәрҙән төҫтәргә күсә. «Чадырлунгские девушки» картинаһы өҫтөндә эшләй.

1960 — «Сталевары» картинаһы өҫтөндә эшләй. Түбәнге Тагилға ижади сәфәр ҡыла.

1961 — СССР рәссамдары делегацияһы составында Румынияға бара. Румын рәссамдары Акицение, И. Сэлиштяну һ. б. менән таныша.

1962 — Мәскәүҙә Молдова сәнғәте декадаһында күрһәтер өсөн «Чадырлунгские девушки» картинаһы Кишинев тарафынан кире ҡағыла, Греку уны Мәскәүгә үҙ аллы алып китә. Мәскәүҙә күргәҙмә жюрийы, М. Сарьян талабы буйынса, эште хуплай һәм ул СССР-ҙа киң танылыу ала. Әммә был эш тирәләй ҡаршылыҡлы бәхәстәр күп булыу сәбәпле, ул Декадала ҡуйылмай.

1963 — «Чадырлунгские девушки» картинаһы тирәләй Молдавияла бәхәстәр һәм партия тәнҡите дауам итә. М.Греку Рышкановка биҫтәһендәге яңы оҫтаханаға күсә. Вилково һәм Молдавияның төньяғы буйлап этюдҡа сәфәрҙәр ҡыла. Кишинев ҡалаһында архитекторҙар йортонда шәхси күргәҙмәһе үтә.

1964 — Вилковоға икенсе сәфәре.

1965 — боронғо рус ҡалалары Суздаль һәм Владимирға сәфәргә сыға

Баҡы һәм Одесса ҡалаларында шәхси күргәҙмәһе үтә.

«Проводы в армию» картинаһы өҫтөндә эшләй.

1966 — «Осенний день» картинаһы өсөн СССР-ҙың Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Алтын миҙалына лайыҡ була. Черновцы ҡалаһында күргәҙмәһе үтә.

Рәссамға 50 йәш тулыу менән бәйле Кишиневта тәүге ретроспектив шәхси күргәҙмәһе ойошторола (202 һүрәте).

1967 — Грекуның иң ҙур уңышы «История одной жизни» триптихы Бөтә союз художество күргәҙмәһендә Мәскәүҙә, Манежда Бөйөк октябрь революцияһының 50 йыллығына арнала. Был эше («Творчество» журналының һорау алыуы буйынса) йылдың иң яҡшы картинаһы тип таныла. Бөтә союз танылыуының башы.

1968 — Таллин, Тарту, Рига, Лиепая, Львов ҡалаларында шәхси күргәҙмәләре үтә. Балтика буйының алдынғы рәссамдары менән таныша. Тыуған ауылына этюдтар өсөн ижади сәфәр ҡыла.

30 йыл булмағандан һуң Ташлыҡ ауылы

«Проводы» картинаһы өсөн СССР Оборона министрлығының алтын миҙалы менән бүләкләнә.

1969 — Кишиневта архитекторҙар йортонда «Дома моего детства» күргәҙмәһе үтә, унда тыуған ауылы Ташлыҡта яҙылған пейзаждары ҡуйыла (20-гә яҡын).

1970 — «История одной жизни» триптихы өсөн СССР-ҙың Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Алтын миҙалы менән бүләкләнә. Совет рәссамдары составында ижади төркөм менән Италияға бара. Грекуның һынлы сәнғәттә яңы боролошо башлана, ул ғәҙәти булмаған материалдар ҡулланып яҙа.

1973 — Вологда рәссамы СССР Ауыл хужалығының Төньяҡ бүлеге рәйесе В. Корбаков менән танышҡандан һуң Вологда ҡалаһында шәхси күргәҙмәһе үтә. Вологдалағы күргәҙмәһе уңышлы була, М. Греку Череповец ҡалаһының төньяҡ рәссамдар төркөмө эшендә ҡатнаша.

Череповец ҡалаһындағы металлургия комбинатынан алған тәьҫораттар буйынса Кишиневта «Изложницы» картиналар серияһын булдыра. Рус ҡалалары — Ферапонтово, Кириллов буйынса сәфәр ҡыла.

1975 — Таллин һәм Ленинградта шәхси күргәҙмәләре ҡуйыла. А. Пистунова «Литературная газета» гәзитендә «Төҫ һәм рифма» тип аталған ҙур мәҡәләһендә рәссам Греку тураһында яҙа. Бер төркөм рәссамдар менән Францияға бара. Билдәле совет ғалимы-сәнғәт белгесе Г. Недошивин менән хат алыша. Эстония сәнғәт белгесе Б. Бернштейн менән осраша һәм дуҫлаша.

1976 — халыҡ-ара «Йыһан һәм һынлы сәнғәт» ижади симпозиумында ҡатнаша (Мәскәү, Сенеж).

1977 — Кишиневта Дәүләт һынлы сәнғәт музейында 60-йәш тулыуы айҡанлы рәссамдың шәхси күргәҙмәһе үтә.

Себерҙә, Новосибирск (Академгородок) ҡалаһында шәхси күргәҙмәләре үтә. Мәскәү сәнғәт белгесе В. Лебедева менән дуҫлаша.

1978 — Долна ауылында яҙылған «Там, где жили солдаты» пейзаждары серияһы өсөн МССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ була.

1979 — II халыҡ-ара «Йыһан һәм һынлы сәнғәт» (Мәскәү, Сенеж) симпозиумда ҡатнаша.

1980 — Одессала персональ күргәҙмәһе үтә. Билдәле румын философы К. Нойка менән хат алыша башлай.

1981 — Бухарестҡа бара. Билдәле румын рәссамдары һәм сәнғәт белгестәре: И. Георгиу, И. Пача, К. Василеску, С Бэлаша, К. Прут, М. Дяк һ. б. менән осраша

1984 — Вильнюс ҡалаһында Халыҡ-ара «Тыныс Вильнюс» пленэрында I премияға лайыҡ була. «Времена года» триптихы Мәскәүҙә Бөтә союз «Ер һәм кешеләр» күргәҙмәһендә уңышҡа эйә була (Манеж).

Молдаван рәссамдар төркөмөнөң күргәҙмәһе, шул иҫәптән М Грекуныҡы ла. Мәскәү, Рәссамдарҙың үҙәк йорто.

1985 — Брайл ҡалаһында, Греку уҡыған Четатя-Албэ мәктәбенең директоры Николае Цане вафат була. 70-80 йылдар дауамында улар хатлашып тора ине.

1986 — «Молдавия Совет Социалистик Республикаһының халыҡ рәссамы» тигән исем бирелә. Кишинев ҡалаһында рәссамдың 70-йәше тулыуы айҡанлы шәхси күргәҙмәһе үтә (143 әҫәр)

1989 — Мәскәү һәм Киев ҡалаларында шәхси күргәҙмәһе (яҡынса 90 һүрәте) үтә.

1990 — Һынлы сәнғәт өлкәһендәге СССР дәүләт премияһы лауреаты исеме бирелә.

1991 — «Молдова салоны» күргәҙмәһендә «Памяти предков» картинаһы өсөн Ҙур премияға лайыҡ була — Кишинев, Бакэу. Румын рәссамдары менән аралаша.

1992 — Бакэу һәм Бухарест ҡалаларында персональ күргәҙмәләре үтә. Ошо уҡ йылда рәссамды ғүмер буйы хуплап, дәртләндереп йәшәгән ҡатыны Эсфирь Греку вафат була.

Кишиневта Молдова Республикаһы рәссамдар союзының Күргәҙмә залында рәссамдың 75 йәшенә арналған шәхси күргәҙмәһе (124 картинаһы) үтә.

Молдова Республикаһының ордены һәм Молдова Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы исеме бирелә.

1995 йылдың декабрь айында йылытыу системаһында авария булыу сәбәпле, Михаил Грекуның оҫтаханаһы һыу аҫтында ҡала, рәссамдың күп эштәре зыян күрә.

1996 йылдың ноябрь айы, 1997 февраль айы— рәссамдың 80 йәше тулыу айҡанлы Кишиневта, Молдова Республикаһы тарихы музейында шәхси күргәҙмәһе (90 һүрәт) үтә.

1998 йылдың 9 апрелендә — Михаил Греку вафат була, Кишиневта әрмән зыяратында ерләнә.

1999 — Бакэу-Кишинев ҡалаларында йыл һайын үткән «Молдова салоны» күргәҙмәләре сиктәрендә «Михаил Греку» премияһы булдырыла.

2006 — тыуыуына 90-йәш айҡанлы Кишиневта Молдова Республикаһы тарихы музейы залында шәхси күргәҙмәһе үтә. Фәнни конференция үтә.

2014 — Молдова Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы йылда була торған «Михаил Греку» премияһын ойоштора.

1916 — Молдова Республикһында «Михаил Греку йылы» иғлан ителә.

2016 — Кишиневта Молдованың Милли сәнғәт музейында рәссамдың тыуыуына 100-йыл айҡанлы шәхси күргәҙмәһе ойошторола. «Михаил Греку. Тыуыуына 100 йыл» тигән иҫтәлекле миҙал булдырыла.[4]

Молдова почта маркаһында
М. Греку картиналарының береһе,
2014 йыл
  • Ҡатыны — Фира (Эсфирь) Львовна Греку (тыумыштан. Брик; 1919, Константинополь — 1992, Кишинёв) — молдаван рәссамы, керамист.[5][6]
  • Ҡыҙы — Тамара Михайловна Греку-Пейчева (1944) — молдаван рәссамы һәм сәнғәт белгесе.
  • Кейәүе — Дмитрий Петрович Пейчев (1943) — молдаван рәссамы һәм болгар шағиры.

500-ҙән ашыу картина авторы, уларҙың күбеһе молдаван халҡы тарихына арналған. Михаил Грекуның әҫәрҙәре төҫтәрҙең тәрән драматизмы һәм эмоциональ баҙыҡлығы менән айырылып тора. Ул үҙен талантлы колорист булараҡ күрһәтә. 1960 йылдар башынан алып Грекуның ижадында хәҙерге ауыл тормошон ижади аңлауға ынтылыш өҫтөнлөк итә. Михаил Греку художестволы образдың милли характерын эҙләүгә айырым иғтибар бүлә, йыш ҡына һынлы сәнғәттең артыҡ ябай һәм күҙгә бәрелеп торған шартлылыҡ алымдарын ҡуллана.

  • «Материнство» 1944. Фанера, май. 49x35,5. НХММ.
  • «Портрет Георгия Димитриу» 1957. Холст, май. 45x30. Шәхси коллекцияһы.
  • «Натюрморт с сухой рыбой и тартакуцей» 1957. Холст, май. 90 х 70. Шәхси коллекцияһы.
  • «Сухие рыбы» 1957. Картон, май. 78 х 44,5. Шәхси коллекцияһы.
  • «Читающий рабочий» 1958. Холст, май. 80 х 83,5. Шәхси коллекцияһы.
  • «Девушка с монистами» 1958. Холст, май. 45 х 34,5. НХММ.
  • «Старик в шубе» 1954. Холст, май. 45 х 41. Шәхси коллекцияһы.
  • «Крестьянин в шляпе» 1957. Картон, май. 67 х 47,5. Шәхси коллекцияһы.
  • «Женщина в жёлтой повязке» 1957. 93 х 57. Холст, май. НХММ.
  • «Натюрморт с миской мёда» 1958. Холст, май. 57 х 71. Шәхси коллекцияһы.
  • «Натюрморт с грушами» 1956. Картон, май. 56,3 х 71,2. НХММ.
  • «Татарбунарское восстание» 1957. Холст, май. 200 х160. НХММ.
  • «Экспрессивная голова» 1957. 58 х 50. Шәхси коллекцияһы.
  • «Женский портрет» Холст, масло. 59, 5 х 49. НХММ.
  • «Весна. Веточка цветущей яблони» 1957. Холст, май. 45 х 29. НХММ.
  • «В застенках сигуранцы» 1957—1958. Холст, май. 120 х 100. Молдова Республикаһының Милли этнография һәм тәбиғәт тарихы музейы
  • «Портрет Ирины» 1957. Холст, май. 40 х 29,5. НХММ.
  • «Натюрморт с корзиной и кувшином» 1958. Холст, масло. 80 х 70. Шәхси коллекцияһы.
  • «Автопортрет.» 1957. Картон, май. 32 х 27. НХММ.
  • «Портрет мальчика» 1957. Холст, май. 36,6 х 30 Шәхси коллекцияһы.
  • «Портрет Люси Карагяур» 1957. Холст, май. 38 х 28. Шәхси коллекцияһы.
  • «Автопортрет» 1955. Холст, май. 34 х 24,5. Шәхси коллекцияһы.
  • «Натюрморт с Венерой» 1956. Холст, май. 80 х 70/78x44,5. Шәхси коллекцияһы.
  • «Церковь в Вилково» 1963. Картон, май. 66 х 60. Шәхси коллекцияһы.
  • «Лодки. Вилково» 1963. Картон, май. 70 х 80. НХММ.
  • «Мостик. Вилково» 1962. Картон, май. 67 х 70. НХММ.
  • «Весенний день» 1962. Картон, май. 50 х 60. НХММ.
  • «Канал. Вилково» 1962. Картон, май. 65 х 70. НХММ.
  • «Весенний двор» 1962. Картон, май. 60 х 70. НХММ.
  • «Чадырлунгские девушки» 1959-60. Холст, май. 200x180. НХММ.
  • «Санду» 1964. Холст, масло. 70 х 64. НХММ.
  • «Портрет Анны Черневой» 1964. Холст, май. 96 х 88. НХММ.
  • «Натюрморт с листьями капусты» (Вилково). 1963. Холст, май. 75 х 80. Шәхси коллекцияһы.
  • «Ликерука Гуз» (с. Волока). 1964. Картон, май. 66 х79. Шәхси коллекцияһы.
  • «Крестьянин с севера Молдавии» 1963. Картон, май. 76 х 67. НХММ.
  • «Девушка в национальной блузе.» 1965. Холст, май. 67 х 77. НХММ.
  • «Симион Кара» (с. Троянул Ноу). 1964. Картон, май. 79 х 67. Шәхси коллекцияһы.
  • «Село Волчинец.» 1964—1986. Холст, май. 50 х 70. НХММ.
  • «Белые рыбы.» 1966. Холст, май. 64 х71. НХММ.
  • «Натюрморт с циниями.» 1965. Холст, май. 65 х 60. Шәхси коллекцияһы.
  • «Посвящение А. Рублёву.» 1965. Холст, май.70 х 80. Шәхси коллекцияһы.
  • «Осень.» 1965. Холст, май. 63 х70. НХММ.
  • «Свинарь В. Плешка.» 1963. Холст, май. 94 х 95. НХММ.
  • «Мария Кара.» 1964. Холст, май. 78 х 67. НХММ.
  • «Груши.» 1967. Холст, масло. 65 х 65. Шәхси коллекцияһы.
  • «Портрет писателя Ихила Шрайбмана.» 1965. Холст, май. 94 х 94. НХММ.
  • «Фира.» 1964-82. Картон, масло. 90 х 80. Шәхси коллекцияһы.
  • «Портрет скрипача Оскара Дайна» 1964. Холст, май. 118,5 х 88. НХММ.
  • «Красавица-одесситка» 1966. Холст, май. 70 х 63. Шәхси коллекцияһы.
  • «Дом в с. Ташлык» 1968. Холст, май. 55 х 65. Шәхси коллекцияһы.
  • «На окне» 1966. Холст, май. 68 х 61. НХММ. Шәхси коллекцияһы.
  • «Осенний день» 1964. Холст, май. 116х 197. НХММ.
  • «Старая груша в цвету» 1966. Холст, май. 62 х 68. НХММ.
  • «Осень в Пыржолтенах» 1966. Холст, май. 55 х 65. Шәхси коллекцияһы.
  • «Девушка-табаковод.» 1966. Холст, май. 117x71. НХММ.
  • «На лугу.» 1966. Холст, май. 63 х71. Шәхси коллекцияһы.
  • «Инжир.» 1967. Картон, май. 35 х 50. Шәхси коллекцияһы.
  • «Вазон с геранью.» 1966. Картон, май. 68 х78. Шәхси коллекцияһы.
  • «Натюрморт с подсолнухом.» 1967. Холст, май. 70 х 62. НХММ.
  • «Пейзаж „Рышкановка“.» 1964. Картон, май. 50 х70. Шәхси коллекцияһы.
  • «Гостеприимство.» 1965—1967. Холст, май. 200 х 200. НХММ.
  • «Портрет дочери Тамары.» 1968. Холст, май. 110 х 70. Шәхси коллекцияһы.
  • «Натюрморт с гладиолусами.» 1968. Холст, май. 80 х 70. Дәүләт һынлы сәнғәт музейы, Бендеры ҡалаһы.
  • «На окраине села Фрумушика» 1968. Холст, май. 65 х 70. Шәхси коллекцияһы.
  • «Ворота.» 1965. Холст, масло. 60 х 70. НХММ.
  • «Старый Кишинёв» Әрмән сиркәүе. 1967. Холст, май. 80 х 100. Шәхси коллекцияһы.
  • «Чёрные бутылки» 1966. Картон, май. 50 х 70. Шәхси коллекцияһы.
  • «История одной жизни» Триптих. 1967. Холст, май, темпера. 130 х 140; 160 х 140; 130 х 140. Дәүләт Третьяков галереяһы, Мәскәү.
  • «Проводы в армию» 1964—1965. Холст, май. 132 х 152. НХММ.
  • «Памятник героям в селе Ташлык» 1968. Холст, май. 55 х 67. Шәхси коллекцияһы.
  • «Мельница в селе Ташлык» 1968. Холст, май. 65 х 70. Шәхси коллекцияһы.
  • «Церковь в селе Ташлык» 1968. Холст, масло. 60 х 65. Частная коллекция.
  • «Натюрморт с подсолнухами и книгой» 1966. Холст, май. 76 х 83. Шәхси коллекцияһы.
  • «Мила Рикман» 1967. Картон, май. 61,5 х 49. Шәхси коллекцияһы.
  • «Угол мастерской» 1965. Картон, май. 68,5 х 80. Шәхси коллекцияһы.
  • «Портрет писателя Василе Василаке» 1966. Холст, май. 71 х 63. НХММ.
  • «Молдавский домик» 1968. Холст, май. 60 х 65. НХММ.
  • «Село Джурджулештъ» 1968. Холст, май. 61 х 71. Шәхси коллекцияһы.
  • «Портрет Розы» 1968. Холст, май. 100 х 80. Шәхси коллекцияһы.
  • «Улица в селе Ташлык» 1968. Холст, май. 65 х 70. Шәхси коллекцияһы.
  • «Май» 1967. Холст, масло. 70 х 80. НХММ.
  • «Дом в селе Ташлык» 1968. Холст, май. 65 х 70. Шәхси коллекцияһы.
  • «Дом Гончаренко в селе Ташлык» 1968. Холст, май. 55 х 65. Шәхси коллекцияһы.
  • «Первые дни Советской власти» 1969. Холст, май. 150 х 128. НХММ.
  • «Натюрморт с чайником» 1965. Холст, май. 55 х 71. Шәхси коллекцияһы.
  • «Красные рыбы» 1965. Холст, май. 62 х 70. НХММ.
  • «Индюк» 1969. Холст, май. 120 х 120. НХММ.
  • «Белые розы» 1969. Холст, май. 65 х 55. Шәхси коллекцияһы.
  • «Краски осени» 1969. Холст, май. 60 х 70. НХММ.
  • «Старик в жилетке.» 1969. Холст, май. 65 х 53. НХММ.
  • «Дома семьи Мэнэстырлиу» 1968. Холст, май. 65 х 70. Шәхси коллекцияһы.
  • «Портрет учительницы Э. Лазэр» 1969. Холст, май. 60 х 50. Шәхси коллекцияһы.
  • «Натюрморт с двумя кувшинами» 1969. Холст, май. 65 х 65. Шәхси коллекцияһы.
  • «Весна» (Габриела Козмеску). 1968. Холст, май. 100 х 80. НХММ.
  • «Пейзаж с забором» 1971. Холст, май. 55 х 65. Частная коллекция.
  • «Пейзаж с деревьями» 1970. Холст, масло. 55 х 65. Частная коллекция.
  • «Старый Кишинёв» 1971. Холст, масло. 55 х 71. Частная коллекция.
  • «Зоя. Пиета» Диптих. 1968. Холст, масло. 140 х 120. НХММ.
  • «Красота Апеллеса и Протогеноса» 1972. Холст, смешанная техника. 75 х 85. Частная коллекция.
  • «Трагическая Венеция» 1970. Холст, ҡатнаш техника. 140 х160. Дәүләт Третьяков галереяһы, Мәскәү.
  • «Золотая гора» 1970. Холст, ҡатнаш техника. 120x130. Шәхси коллекцияһы.
  • «Сердце крепости» 1972. Холст, ҡатнаш техника. 130 х 120. Шәхси коллекцияһы.
  • «Родник» 1973. Холст, ҡатнаш техника. 75 х 85. Шәхси коллекцияһы.
  • «Легенда о граде Китеже» 1973. Холст, ҡатнаш техника.129 х 117. НХММ.
  • «Дмитрий Кантемир» 1973. Холст, май. 130 х120. М. Когэлничану. исемендәге әҙәбиәт музейы, Кишинёв.
  • «Четатя Албэ. Южные врата» 1972. 130 х 120. Холст, ҡатнаш техника. 120 х 130. Шәхси коллекцияһы.
  • «Крепость моего детства» 1973. Холст, ҡатнаш техника. 120 х130. Шәхси коллекцияһы.
  • «Ужин в поле» 1969. Холст, ҡатнаш техника. 120 х 130. НХММ.
  • «Негруцци» 1974. Холст, май. 100 х 80. М. Когэлничану исемендәге әҙәбиәт музейы, Кишинёв.
  • «Улетели журавл.» 1973. Холст, ҡатнаш техника. 120 х 150. НХММ.
  • «Врата Старого Орхея» 1974. Холст, ҡатнаш техника. 80 х 100. НХММ.
  • «Старые деревья» 1973. Холст, ҡатнаш техника.115 х 105. Шәхси коллекцияһы.
  • «Армянский хрисовул» 1973. Холст, ҡатнаш техника.95 х 103. Шәхси коллекцияһы.
  • «Предполагаемая черепаха» 1972. Холст, ҡатнаш техника. 82 х 76. Шәхси коллекцияһы.
  • «Мои приёмные родители» 1973. Холст, ҡатнаш техника. 105 х 95. Шәхси коллекцияһы.
  • «Золотое руно» 1974. Холст, ҡатнаш техника.75 х 85. Шәхси коллекцияһы.
  • «Старая мельница» 1975. Фанера, ҡатнаш техника. 110 х 120. НХММ
  • «Зима в Ташлыке» 1974. Холст, ҡатнаш техника. 100 х 120. Шәхси коллекцияһы.
  • «Золотая планета» 1974. Холст, ҡатнаш техника. 80 х 100. Шәхси коллекцияһы.
  • «Керамика С. Чоколова» 1974. Холст, ҡатнаш техника. 75 х 70. Шәхси коллекцияһы.
  • «Сухие полевые цветы» 1973. Холст, ҡатнаш техника.85 х 75. Шәхси коллекцияһы.
  • «Бондарня села Долна» 1975—1995. Холст, май. 55 х 71. НХММ.
  • «Легенда замурованного окна» 1974. Холст, ҡатнаш техника. 120 х130. Шәхси коллекцияһы.
  • «Серебристая композиция» 1975. Холст, ҡатнаш техника. 105 х 95. Шәхси коллекцияһы.
  • «Врата Старого Орхея» 1974. Холст, ҡатнаш техника. 130 х 140. Молдова Республикаһының Фәндәр академияһы.
  • «Портрет поэта Богдана Истру» 1972. Холст, май. 130 х 120. М. Когэлничану исемендәге әҙәбиәт музейы, Кишинёв.
  • «Раны войны» 1975. Холст, ҡатнаш техника. 80 х 100. Шәхси коллекцияһы.
  • «Двор тетушки Иляны» 1976. Холст, май. 100 х 95. Шәхси коллекцияһы.
  • «Старый дом в Кишинёве» (2-се полиция участогы). 1975. Холст, ҡатнаш техника. 105 х 95. Шәхси коллекцияһы.
  • «Полная тишина» 1978. Холст, ҡатнаш техника.85 х 115. Шәхси коллекцияһы.
  • «Генезис» (Цветы плесени). 1978. Холст, ҡатнаш техника.95 х 90. Агроиндбанк, Кишинёв.
  • «Луна над Бутученами» 1979. Холст, ҡатнаш техника. 140 х105. Шәхси коллекцияһы.
  • «Красноярский столб» 1977. Холст, ҡатнаш техника. 130 х 95. Шәхси коллекцияһы.
  • «Розы» 1979. Холст, ҡатнаш техника. 90 х 95. НХММ.
  • «Цветы» 1977. Холст, ҡатнаш техника. 100 х 80. НХММ.
  • «Четатя Албэ» 1973. Холст, ҡатнаш техника. 120 х 150. Шәхси коллекцияһы.
  • «В память» 1974. Холст, ҡатнаш техника. 140 х120. Молдова тарихының Милли музейы .
  • «Весна. Вазон в пашне» 1976. Холст, ҡатнаш техника. 95 х 100. Шәхси коллекцияһы.
  • «День рождения» 1979. Холст, май. 120 х 80. НХММ.
  • «После дождя» 1979. Холст, май. 80 х 70. Шәхси коллекцияһы.
  • «Золотая бадья» 1976. Холст, ҡатнаш техника. 130 х 140. НХММ.
  • «Извилины мыслящего моря» 1976. Холст, ҡатнаш техника. 95 х 100. Шәхси коллекцияһы.
  • «Вулкан» 1977. Холст, ҡатнаш техника. 100 х 95. Шәхси коллекцияһы.
  • «Каса маре» 1976. Холст, май. 100 х 95. НХММ.
  • «Дупло» 1978. Холст, ҡатнаш техника. 100 х 95. Шәхси коллекцияһы.
  • «Стол поминовения» 1976. Холст, ҡатнаш техника. 120 х190. Дәүләт һынлы сәнғәт музейы, Бендеры ҡалаһы
  • «Михай Эминеску в гостях у Иона Крянгэ» (II вариант). 1976. Холст, май. 130 х140. М. Когэлничану исемендәге әҙәбиәт музейы, Кишинёв.
  • «Одинокие тополя» 1976. Холст, ҡатнаш техника. 100 х 140. Муниципалитет, Кишинёв.
  • «Фантастическое» 1977. Холст, ҡатнаш техника. 95 х 100. Шәхси коллекцияһы.
  • «Врата любв.» 1981. Холст, ҡатнаш техника. 120 х 130. Шәхси коллекцияһы.
  • «Сухие фрукт.» 1974. Холст, ҡатнаш техника. 60 х 65. Шәхси коллекцияһы.
  • «Кладбище в Бутученах» 1981. Холст, ҡатнаш техника. 115 х 125. Шәхси коллекцияһы.
  • «Времена года» 1984. Холст, темпера. Триптих: 1. «Весна» 120 х 120; 2. «Хлеб и солнце.» 140 х 120; 3. «Золотая осень» 120 х 120. Халыҡ-ара рәссамдар союзы конфедерацияһы, Мәскәү
  • «Микрокосмос» 1982. Холст, ҡатнаш техника. 95 х 100. Шәхси коллекцияһы.
  • «Ритуал проводов призывников села Вэлень» картинаһы эскизы 1985. Холст, темпера. 95 х 100. Шәхси коллекцияһы.
  • «Плодоношение» (2-я часть диптиха «Цветение и плодоношение»). 1986. Холст, темпера, ҡатнаш техника. 120 х 130. Халыҡ-ара рәссамдар союзы конфедерацияһы, Мәскәү
  • «Ритуал проводов призывников села Вэлень» 1985. Холст, темпера. 180 х 200. Халыҡ-ара рәссамдар союзы конфедерацияһы, Мәскәү
  • «И я стану землей» 1978—1985. Холст, май. 132 х 180. НХММ.
  • «Мария из Дондюшень» 1986. Холст, май. 50 х 35. Шәхси коллекцияһы.
  • «Оранжевый натюрморт» 1985. Холст, май. 55 х 75. НХММ.
  • «Каменный стол» 1976. Холст, ҡатнаш техника. 120 х 140. Шәхси коллекцияһы.
  • «Вулкан Эмпедокла» 1972. Холст, ҡатнаш техника. 75 х 85. НХММ.
  • «Тофан» 1980. Холст, май, темпера. 65 х 70. Шәхси коллекцияһы.
  • «Серебристые рыбы» 1975. Холст, ҡатнаш техника. 90 х 120. НХММ.
  • «Зелёный гранат» 1972. Холст, ҡатнаш техника. 76 х 83. Шәхси коллекцияһы.
  • «Сушка табака» 1971. Холст, май. 55 х 65. Шәхси коллекцияһы.
  • «Красный бессарабец» 1966. Холст, май. 124 х 108. НХММ.
  • «Автопортрет с шарфом» 1957. Холст, май. НХММ.
Рәссам автопортреты менән Молдованың почта маркаһы
  • Михаил Григорьевич Грекуның 90 йәш тулыуына арналған 2006 йылда сығарылған почта маркаһы
    Михаил Григорьевич Грекуның тыуыуына 90 йәш арналған Молдова почта маркаһы
  • 2011 йылда рәссам Михаил Григорьевич Грекуның автопортреты менән Молдованың почта маркаһы сығарыла.
  • 2016 йыл Михай Греку йылы тип иғлан ителә[7]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1972 — МССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • 1978 — «На берегах Енисея», «Хлеб и солнце», «Ворота старого Орхея», «Раскопки в Бутученах» «Сельские пейзажи». картиналары өсөн Молдавия ССР-ының дәүләт премияһы
  • 1987 — МССР-ҙың халыҡ рәссамы
  • «Почёт Билдәһе» ордены[8]
  • 1992 — Молдавия Фәндәр академияһының хөрмәтле ағзаһы[9]
  • 1992 — Республика ордены[10]
  • 1958 — Cultura Moldovei, «Dreptul la teme mari»
  • 1962 — Cultura Moldovei, «Arta si noul»
  • 1963 — Cultura Moldovei, «Culoarea si stilul»
  • 1968 — Творчество, «История одной жизни»
  • 1968 — Nistru, «Peisajul si contemporaneitatea»
  • 1975 — Молодёжь Эстонии, «И вечное, и прекрасное»
  • 1991 — Moldova, «Fericita de propria-i taina»
  • 1960 — M. G. Grecu
  • 1971 — E. Pranulis, Moldavskie tveti
  • 1971 — L. Toma, Mihai Grecu, Moskova
  • 1972 — I. Luksin, Jivoale, Stiinta
  • 1966 — Cultura Moldovei, «Pictorul Mihai Grecu la 50 de ani»
  • 1992 — Toma L. Vrata v dusu hudojnica, Vecernii Chisinev
  • 1992 — L. Toma, O cununa de aur pe ruinele realismului socialist, Literatura si Arta
  • 1992 — L. Toma, Un pictor-poet: Mihai Grecu, Bacau, Romania
  • 1992 — I. Nechit, Spargatorul de oglinzi
  • 1995 — Toma L. Cerez ternii k zviozdam, Nezavisimaia Moldova
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Expoziție comemorativă Mihail Grecu - picturăНациональный музей изобразительного искусства Республики Молдова.
  2. 2,0 2,1 Mikhail Grecu // Архив изобразительного искусства — 2003.
  3. Греку Михаил Григорьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. Mihail Grecu : 100 de ani. — Chișinău. — 335 pages, 81 unnumbered pages of plates с. — ISBN 9789975125956.
  5. Эсфирь Греку(недоступная ссылка)
  6. Воспоминания Тамары Греку о матери
  7. 2016 год в Молдове объявлен Годом Михая Греку
  8. Греку Михаил Григорьевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  9. Membrii Academiei de Ştiinţe a Moldovei: Dicţionar (1961—2006) / Ch.: Î.E.P. Ştiinţa, 2006
  10. Греку Михаил // Краткая биография на сайте Moldovenii.md