Михнов Сергей Дмитриевич
Михнов Сергей Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 8 октябрь 1860 |
Тыуған урыны | Киев, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 30 октябрь 1924 (64 йәш) или 3 август 1924 (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Воронеж, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | хирург, учёный-медик |
Эш урыны | Тарту университеты[d] |
Уҡыу йорто | Император медицина-хирургия академияһы |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Михнов Сергей Дмитриевич (1860-1924) — гинекология һәм акушерлыҡ өлкәһендә рус һәм СССР ғалимы һәм педагогы, медицина фәндәре докторы (1889), ординар профессор (1905).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Дмитриевич Михнов 1860 йылдың 8 октябрендә Киев ҡалаһында тыуған.
1878 йылдан 1883 йылға тиклем Император Санкт-Петербург университетының физика-математика факультетында тәбиғи бүлектә уҡый һәм 1883 йылдан 1886 йылға тиклем Император медицина-хирургия академияһында уҡый.
1898 йылдан 1900 йылға тиклем Император медицина-хирургия академияһының фәнни-педагогик эшендә приват-доцент вазифаһында, һәм Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар медицина институтында клиник эштә профессор Н.Н.Феноменов етәкселеге аҫтында ассистент вазифаһында була.
1900 йылдан 1917 йылға тиклем Император Дерпт университетында педагогик эштә: 1903 йылдан 1905 йылға тиклем приват-доцент — экстраординар профессор, 1905 йылдан 1917 йылға тиклем — ординар профессор һәм акушерлыҡ, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуы кафедраһы мөдире. 1918 йылдан 1924 йылға тиклем Воронеж дәүләт университетында акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире[1][2][3][4].
Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]С.Д.Михновтың төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге акушерлыҡ һәм гинекология өлкәһендә мәсьәләләр, шул иҫәптән эклампсия алды торошо һәм уның клиник билдәләре нигеҙҙәре менән бәйле. 1886 йылда С. Д. Михнов Рәсәй империяһында беренсе булып фаллопий көпшәләренең (аналыҡ) яман шешен һүрәтләй, уның тарафынан бала тыуҙырыу актында ҡыуҙырыу осоро механизмы теорияһын тәҡдим ителә.
1889 йылда медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «К вопросу о заболевании фаллопиевых труб и яичников в паталого-анатомическом и клиническом отношении» темаһына диссертация яҡлай, 1903 йылда экстраординар профессор исеме, 1905 йылда ординар профессор исеме бирелә. С. Д.Михнов етәкселегендә ҡырҡҡа яҡын ғилми хеҙмәттәр яҙыла[1][2][3][5].
1924 йылдың 30 октябрендә Воронежда вафат була.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- О задержании плодных оболочек в терапевтическом отношении / [Соч.] Д-ра С.Д. Михнова. - Санкт-Петербург : тип. М.М. Стасюлевича, 1897. - 45 с.
- О целительной силе природы / [Соч.] Проф. С.Д. Михнова. - Санкт-Петербург : тип. Я. Трей, 1904. - 34 с.
- О женщине с биологической точки зрения / [Соч.] С.Д. Михнова, проф. Юрьев. ун-та. - Юрьев : тип. К. Маттисена, 1904. - 59 с.
- Консервативная миомотомия при беременности / [Соч.] Проф. С.Д. Михнова. - [Санкт-Петербург] : тип. Я. Трей, ценз. 1905. - 19 с.
- К учению о механизме родов / [Соч.] С.Д. Михнова, проф. Юрьев. ун-та. Вып. 1-. - Юрьев : тип. К. Маттисена, 1909
- Случай эмболии легочной артерии после операции кесарского сечения с благополучным исходом : Сообщ. в заседании 20 апр. 1911 г. / [Соч.] Проф. С.Д. Михнова. - Юрьев : тип. К. Маттисена, 1912. - 20 с.
- К каузистике доношенной внематочной беременности : Сообщено в заседании 27 февр. 1913 г. / [Соч.] Проф. С.Д. Михнова. - Юрьев : тип. Маттисена, 1913. - 16 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 15. — 576 с.
- ↑ 2,0 2,1 Селицкий С. Профессор Сергей Дмитриевич Михнов (1860—1924) / Журнал акушерства и женских болезней // М.: 1929. — Т.40 — С.14
- ↑ 3,0 3,1 Российская профессура, XVIII — начало XX века. Биологические и медико-биологические науки: биографический словарь / В. А. Волков, М. В. Куликова, В. С. Логинов ; Российская акад. наук, Ин-т истории естествознания и техники РАН им. С. И. Вавилова. - Санкт-Петербург : Мiръ, 2013. — ISBN 978-5-98846-095-4
- ↑ Михнов, Сергей Дмитриевич.Томский государственный университет.Дата обращения: 20 сентября 2020.
- ↑ Михнов, Сергей Дмитриевич.Томский государственный университет.Дата обращения: 20 сентября 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 15. — 576 с.
- Российская профессура, XVIII — начало XX века. Биологические и медико-биологические науки: биографический словарь / В. А. Волков, М. В. Куликова, В. С. Логинов ; Российская акад. наук, Ин-т истории естествознания и техники РАН им. С. И. Вавилова. - Санкт-Петербург : Мiръ, 2013. — ISBN 978-5-98846-095-4
- Воронежская энциклопедия : в 2 т. / Гл. ред. М. Д. Карпачёв. — Воронеж : Центр духовного возрождения Чернозёмного края, 2008. — Т. 1 : А — М. — 524 с. : ил., карты. — 3000 экз. — ISBN 978-5-900270-99-9
- 8 октябрҙә тыуғандар
- 1860 йылда тыуғандар
- Киевта тыуғандар
- 30 октябрҙә вафат булғандар
- 1924 йылда вафат булғандар
- 3 августа вафат булғандар
- Воронежда вафат булғандар
- Император медицина-хирургия академияһын тамамлаусылар
- СССР медиктары
- Алфавит буйынса медиктар
- Медицина фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр