Мичурин Вениамин Николаевич
Мичурин Вениамин Николаевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 7 апрель 1965 (58 йәш) |
Тыуған урыны | Красноусол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | дзюдоист |
Спорт төрө | Дзюдо |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мичурин Вениамин Николаевич (7 апрель 1965 йыл) — спортсы. Дзюдо буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995). 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай, Паралимпия уйындарының ике тапҡыр көмөш (1992, 2000) һәм бронза (1996) призеры. Күп тапҡыр донъя чемпионы. Күреү һәләте боҙолған спортсылар араһында Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вениамин Николаевич Мичурин 1965 йылдың 7 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Красноусол ҡасабаһында тыуған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (6.04.2002) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, Сиднейҙа (Австралия) 2000 йылдағы XI Паралимпия уйындарында өлгәшкән юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн [1]
- Салауат Юлаев ордены (2000 йыл).
- Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1992).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мичурин Вениамин Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2019)