Эстәлеккә күсергә

Хисмәтуллина Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Миңлегөл Хисмәтуллина битенән йүнәлтелде)
Миңлегөл Хисмәтуллина
Хисмәтуллина Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған урыны Шишмә районы
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө шағир, мәктәп уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Дәүләкән педагогия училищеһы

Хисмәтуллина Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы (24 ноябрь 1927 йыл — 18 февраль 2004 йыл) — уҡытыусы, шағир һәм прозаик. 1945—1948 йылдарҙа Шишмә районының Суҡраҡлы ете йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 1960—1980-се йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәре. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы Хисмәтуллина 1927 йылдың 24 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Ябалаҡлы ауылында тыуған. Ауылдарында ете йыллыҡ мәктәп тамамлағас, Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға керә. Күп йылдар башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Тормош иптәше хәрби кеше булғанлыҡтан, күп йылдар хәрби ҡаласыҡтарҙа йәшәй. Өфөгә ҡайтҡандан һуң, тәүҙә радиокомитетҡа эшкә урынлаша. Байтаҡ йылдар «Башҡортостан ҡыҙы» журналында әҙәби хеҙмәткәр, артабан тәрбиәсе, китапханасы булып эшләй.

Студент йылдарынан уҡ яҙыша башлай, артабан шиғриәттә лә, прозала ла әүҙем ижад итә. 1983 йылда СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителә.

  • Дим тамсыһы. Шиғырҙар. Өфө, 1976, 64 бит.
  • Бесәй китте еләккә. Шиғырҙар. Өфө, 1978, 24 бит.
  • Көмөшкүл шишмәһе. Хикәйәләр. Өфө, 1983, 142 бит.
  • Ҡала ҡыҙы. Повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1987, 240 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2017)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2017)