Миһранова Эльза Венер ҡыҙы
Миһранова Эльза Венер ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 декабрь 1971 (52 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тарихсы, этнограф |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре кандидаты[d] |
Миһранова Эльза Венер ҡыҙы (рус. Мигранова Эльза Венеровна; 15 декабрь 1971 йыл — ғалим-тарихсы, этнограф, тарих фәндәр кандидаты (2003).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эльза Венер ҡыҙы Миһранова 1971 йылдың 15 декабрендә Өфөлә тыуған.
Өфө ҡалаһының 118-се урта мәктәбен, 1994 йылда Башҡорт дәүләт университетының[1]тарих факультетын тамамлай.
Хеҙмәт юлын Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең этнология бүлегендә башлай.
1997—1998 йылдарҙа кесе ғилми хеҙмәткәре, 1998—2001 йылдарҙа аспирант, 2001—2004 йылдарҙа кесе ғилми хеҙмәткәре, 2004 йылдан этнография һәм антропология бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре (2006 йылдан этнология бүлеге)[2].
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилми хеҙмәттәре башҡорттарҙың традицион туҡланыу системаһына (шул иҫәптән көндәлек, йола, байрам аштарына), уның формалашыуына һәм эволюцияһына, шулай уҡ башҡорттарҙа һ.б. халыҡтарҙа аҙыҡ-түлек табыу, әҙерләү һәм тапшырыу ысулдарында оҡшашлыҡ һәм айырмалыҡтарҙы асыҡлауға арналған. Айырым тикшеренеүҙәр шулай уҡ байрамдарҙы, ғаилә һәм календарь йолаларҙы, башҡорттарҙың, татарҙарҙың көнкүрешен, мәҙәниәтен, фольклорын, этник тарихын һ.б. өйрәнеүгә бәйле. Башҡорттарҙың аҙыҡ-түлек мәҙәниәте эволюцияһының боронғо этаптарын өйрәнә, уларҙың башҡа халыҡтар менән этномәҙәни бәйләнештәрен асыҡлай.
Башҡортостан Республикаһы, Пермь крайы, Ҡырғыҙстан буйынса 10-дан ашыу этнографик экспедицияла ҡатнаша. 70-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
2017 йылдың июнендә Мәскәүҙә «Красная площадь» китап фестивалендә «Башҡорттар. Традицион туҡланыу системаһы: тарихи-этнографик тикшеренеү» китабы мәҙәниәттәр диалогына өлөш индергән иң яҡшы баҫма булараҡ Рәсәйҙең «Аски» китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы һәм Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы конкурсы дипломын яулай[3].
Ғилми хеҙмәттәре:
Изучение традиций питания башкир в конце XIX в. // Этнография и антропология в Башкортостане. Уфа, 2001. С. 125—136;
Традиции гостеприимства, отраженные в башкирских народных пословицах // Фольклор народов России. Уфа, 2001. С. 126—130;
Молочная пища скотоводческих народов (на примере башкир) // Проблемы культурогенеза народов Волго-Уральского региона. Уфа, 2001. С. 232—237;
Некоторые обычаи и обряды, связанные с молочной пищей у башкир // Молодые ученые Волго-Уральского региона на рубеже веков. Уфа, 2001. С. 195—197;
Некоторые способы лечения детей с помощью пищевых продуктов у башкир (по этнографическим данным) // Мать и дитя у народов Башкортостана. Уфа, 2001. С.120-126;
Традиционный повседневный и гостевой застольный этикет башкир // Ватандаш. 2003. № 1. С. 84-93;
Традиционный гостевой этикет башкир // Материалы I конкурса научных работ молодых ученых и аспирантов УНЦ РАН и АН РБ. Уфа, 2003. С. 66-67;
Традиции башкирского питания по мотивам народных пословиц // Башкирский фольклор. Вып. V. Уфа, 2004. С. 171—179;
В поисках духовных сокровищ (к юбилею С. Н. Шитовой) // Ватандаш. 2006. № 7.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мигранова Эльза Венеровна // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2022)