Миһри Мүшфик Ханым

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Миһри Мүшфик Ханым
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Turkey.svg Төркиә
Ottoman flag.svg Ғосман империяһы
Тыуған көнө 26 февраль 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Ғосман империяһы, Истанбул
Вафат булған көнө 1954
Вафат булған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Нью-Йорк, Нью-Йорк
Нәҫеле Ачба[d]
Һөнәр төрө рәссам
Жанр портрет[d]
Commons-logo.svg Миһри Мүшфик Ханым Викимилектә

Миһри Мүшфик Ханым (төр. Mihri Müşfik Hanım; 26 февраль 1886 йыл[1], Истанбул — яҡынса 1954 йыл, Нью-Йорк) — тәүге танылған төрөк ҡатын-ҡыҙ рәссамдарының береһе. Бөтәһенән элек портреттары менән билдәле. Ханым бик күп билдәле кешеләрҙе, шул иҫәптән Мостафа Кәмал Ататөрктө, Рим папаһы Бенедикта XV-не төшөргән.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миһри Мүшфик Ханым 1886 йылдың 26 февралендә Истанбулдың Кадыкёй районында Ачба абхаз кенәз ырыуынан булған Рәсим паша ғаиләһендә тыуа[2]. Атаһы — принц Әхмәт Рәсим паша[2], анатомия буйынса белгес, Хәрби медицина мәктәбенең танылған уҡытыусыһы була. Рәсми документтарҙа һәм ғаилә хаттарында ул ошо учреждениеның президенты тип тә телгә алына. Әхмәт Рәсим пашаның нескә зауығы һәм ҡыҙыҡһыныуҙар даирәһе ҡыҙының художество белеме алыуына ла сәбәпсе булғандыр, күрәһең. Рәсим паша музыка ярата һәм кисәләрҙә сазда уйнау менән мауыға. Миһри Ханымдың әсәһе — Фатма Нәшәдил Ханым, ә уның һеңлеһе Әнис Ханым рәссам Һалә Асафтың әсәһе була.

Миһри Ханым итальян рәссамы Фаусто Дзонаронан дәрестәр ала[3]. Шунан Римға, Парижға бара[4]. Парижда Монпарнаста йәшәй һәм һүрәт төшөрөү менән йәшәү өсөн аҡса эшләй. Ошонда уҡ Сорбонна университетында уҡыған Мүшфик Селами бей менән таныша, улар өйләнешә.

Истанбулға ҡайтҡас, 1913 йылда Миһри Ханым ҡыҙҙар өсөн уҡытыусылыҡ мәктәбенә эшкә инә. 1914 йылда ҡыҙҙар өсөн Нәфис сәнғәттәр мәктәбе асыла, Миһри Ханым уның директоры һәм уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә.

1922 йыл аҙағында Ханым Италияға бара, киләһе йылда ире менән айырылыша. Италияла шағир Габриеле Д’Аннунцио менән ғишыҡ романы була, һәм уның ярҙамында рәссамдың Рим папаһы портретын яҙыу һәм часовняла фрескаларҙы тергеҙеү өҫтөндә эшләү мөмкинлеге тыуа.

Миһри Ханым республика урынлашҡан Төркиәгә ҡайтып әйләнә. Бында ул Ататөрктөң портретын яҙа һәм президенттың Анкаралағы резиденцияһына шәхсән илтеп тапшыра.

Бынан ары Миһри Ханым йәнә Римға юллана, Парижға, АҠШ-ҡа (Нью-Йорк, Бостон, Вашингтон һәм Чикаго) бара.

1938 һәм 1939 йылдарҙа ул Лонг-Айлендта (Нью-Йорк) Бөтә донъя куүргәҙмәһендә эшләй. Һуңғы йылдары фәҡирлектә үтә, 1954 йылда вафат була, уны Харт утрауындағы (Нью-Йорк) ярлылар зыяратында ерләйҙәр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]