Моабит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡалып:Район Берлина Моаби́т (нем. Moabit) — Берлин уртаһындағы район. 2001 йылғы административ реформаға тиклем Тиргартен (зоопарк) районына ингән, хәҙерге ваҡытта Берлин-Митте округына инә. Өс яҡтан һыу менән сикләнгән — Шпрее, Берлин-Шпандау каналы һәм Вестхафен каналы, улар аша 25 йәйәүлеләр, автомобилдәр һәм тимер юл күперҙәре төҙөлгән.

Был районда тарихҡа ингән Моабит каторга төрмәһендә төрлө осорҙа билдәле тарихи шәхестәр ултырған: рус разведчигы, Россия генераль штабы капитаны Михаил Костевич (1911-1912), коммунистар Карл Радек (1919, Австрия), Георгий Димитров (1933,Болгария),Германия коммунистар партияһы етәксеһе Эрнст Тельман (1933-1944), Эрих Хонеккер (ГДР етәксеһе) (1992). Бөйөк татар шағиры Муса Йәлилдең бында 1944 йылда яза көткәндә яҙған шиғырҙары йыйынтығы "Моабит дәфтәрҙәре",тип атала. Был төрмәлә ултырған немец яҙыусыһы, шағир Вольфганг Борхерттың (1944,сентябрь- 1945,май) "Моабит" исемле шиғыры бар.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был урында элек урман, һаҙлыҡ булған. 1716  йылда Пруссия короле Фридрих I (протестант) Франциянан ҡасҡан гугеноттарға (протестанттар) Берлин янындағы буш урында йәшәргә рөхсәт бирә( Шпрее менән Альт-Моабит араһында), уларға ебәк ҡорто үрсетер өсөн 24 ер участкаһы бүлә. Күптәр фекеренсә, Гугеноттар был ергә terre de moab атамаһы биргән. Моав- Мысырҙан ҡасҡан йәһүдтәр ваҡытлыса йәшәп торған ер.

XVIII быуатта Моабит фарфор һәм дары эшләү фабрикалары, металлургия һәм ҡорал заводы, боеприпастар заводы төҙөлә. 1861  йылда Моабит Берлинға ҡущыла, уның инфраструктураһы тиҙ үҫешә башлай: яңы күперҙәр һәм каналдар, яңы кварталдар, мәктәптәр, сиркәүҙәр, дауаханалар һәм электростанция төҙөлә. Етеҙ үҫешкән сәнәғәт районында 1910  йылда 190 мең кеше йәшәгән ( 1801 йылда 120 кеше).

1918-1920 йылдарҙа Веддинг кварталында йәшәгән эшселәр революция хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша(Йыр. Der rote Wedding. Г.Эйслер музыкаһы, Э.Вайнерт һүҙҙәре).

Күренекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Ҡалып:Районы округа Берлин-Митте Ҡалып:Административные округа Берлина