Морат (тау)
Морат | |
Ҡышҡы Морат тауы | |
Координаталар: 54°00′10″ с. ш. 58°26′29″ в. д.Башҡортостан_scale:100000 HGЯO | |
---|---|
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Тау һырты | Уралтау |
Тау түбәһе бейеклеге | 806,2 м [1] |
Сағыштырмаса бейеклек | 530 м |
Морат (рус. Мраткино) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы түбә һәм тау саңғыһы комплексы.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морат тауы Уралтау һыртында Белорет ҡалаһы ситендә урынлашҡан. Тау ҡарағай урманы менән ҡапланған. Был түбәлә "Морат" тау саңғыһы комплексы эшләп килә. Был спорт комплексы Көньяҡ Уралда иң боронғоларҙан һанала.[2] Туристар араһында бик популяр урын булып һанала, сөнки "Абҙаҡ" һәм "Металлург-Магнитогорск" тау саңғыһы үҙәктәрендәге хаҡтар менән сағыштырғанда бында күпкә арзаныраҡ. Шулай уҡ тау түбәһенән тирә-яҡҡа матур күренештәр асыла. Әрүәкрәз, Ямантау, Кирәл, Еләкташ, Яланғас, Белорет ҡалаһы һәм башҡалар күренә.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфөгә тиклем —256 км
- Магнитогорск ҡалаһына тиклем—83 км
- Белорет станцияһына тиклем — 9 км [3]
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауҙың атамаһы "Морат" антропонимынан килә.
"Морат" тау саңғыһы комплексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]"Морат" тау саңғыһы үҙәге Белорет ҡалаһы эсендә (Башҡортостан Республикаһы) шул уҡ исемдәге тауҙар битләүендә барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта 8 трасса эшләп килә, иң оҙоно — 1495 м, иң ҡыҫҡаһы — 300 м.[4] Был трассалар Башҡортостандан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә, хатта сит илдән дә туристар һәм тау саңғысыларын йәлеп итә.
Морат тауы битләүҙәрендә 8 трасса һалынған, уларҙың береһе - балаларға иҫәпләнгән , дүрт трасса тәжрибәле спорсылар өсөн тәғәйенләнгән; 4 күтәргестәр (канат юлдары) бар. Шулай Слаломлы трассаһының ауышлығы урыны менән 75 процентҡа етә, был слалом спортын ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы итә. Трассала хатта профессионалдар араһында ярыштар уҙғарырға мөмкинлек бирә.