Мораҙым тораһы һәм яҙыуы
Мораҙым тораһы һәм яҙыуы | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Күгәрсен районы |
Мораҙым тораһы һәм яҙыуы (рус. Мурадымовская стоянка и писаница ) - Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мораҙым ауылынан (3‑сө Юлдыбай) йыраҡ түгел урынлашҡан [1][2]. археологик ҡомартҡы.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мораҙым тораһы һәм яҙыуы Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркы биләмәһендә 3‑сө Юлдыбай (Мораҙым) ауылы янында табылған.Улар Мораҙым тарлауығында, Һаҡмар йылғаһының Оло Эйек ҡушылдығы буйында, йылғаның уң ярында йылға кимәленән 102 м бейеклектә урынлашҡан. Тора Күгәрсен мәмерйәһендә (1‑се Мораҙым) ҡоролған булған. Ул коридор булып эскә инеп киткән, оҙонлоғо 69 м.
Табылдыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тора урынында 49,5 м² ер ҡаҙылған. Тупраҡта хайуан һөйәктәре, саҡматаш ярғыстар, бысаҡҡа оҡшаш пластиналар, ҡырғыс табылған.
Мораҙым яҙыуы 1984 йылда Иҫке Мораҙым мәмерйәһендә (2‑се Мораҙым) табыла. Ул да коридор рәүешле мәмерйә эсенә инеп киткән, оҙонлоғо яҡынса 210 м. Мәмерйә ауыҙынан уңдараҡ 60 м алыҫлыҡта иҙәненән 1,5—2 м бейеклектә урынлашҡан. Кеше һыны рәүешендәге 3 төркөм һындарҙан тора. Уларҙың 2‑һе аҫта, 6‑һы диуар уртаһында, 3‑һө - берәмләп. Һүрәттәр ҡыҙыл охра менән төшөрөлгән, дөйөм майҙаны 1×2 м. Табылдыҡтар таш быуат дәүерендә Көньяҡ Урал халҡының мәмерйәләрҙе табыныу урыны итеп файҙаланыуын күрһәтә.
Асыш яһаусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡомартҡы 1942 йылда Н.А.Преображенский тарафынан асыла, 1960 йылда совет археологы, таш һәм бронза быуаттар буйынса күренекле белгес, тарих фәндәре докторы О.Н.Бадер өйрәнә. Ул 1960—1970‑се йылдарҙа Башҡортостанда палеолит—иртә тимер быуат ҡомартҡыларын, шул иҫәптән Мораҙым тораһы һәм яҙыуын, Урта Түбә, Шүлгәнташ һәм башҡаларҙы өйрәнергә килгән була, Көньяҡ Урал һәм Түбәнге Кама археологик экспедицияларына етәкселек итә [3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Айыт торамаһы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Л.А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Морозов Ю. А. Бадер Отто Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мораҙым тораһы һәм яҙыуы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 29 ноябрь архивланған.
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Морозов Ю. А. Бадер Отто Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Л.А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л.А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.