Морис Бежар
Морис Бежар (франц. Maurice Béjart, ысын исеме Морис-Жан Берже (франц. Maurice-Jean Berger), 1 ғинуар 1927 йыл, Марсель — 22 ноябрь 2007 йыл, Лозанна) — француз бейеүсеһе һәм балетмейстеры, театр һәм опера режиссёры, XX быуаттың иң эре хореографтарының береһе. Философ, мәғариф һәм мәҙәниәт эшмәкәре Гастоне Берженың улы (1896—1960).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морис — философ Гастон Берженың улы. Ете йәшендә әсәһен юғалта. Серж Лифарь постановкаһы йоғонтоһо аҫтында үҙен балетҡа арнарға ҡарар итә. Парижда урыҫ эмигранттары Рузанна ханым, Любовь Егорова һәм Вера Волковала уҡый.
1951 йылда Стокгольмда Биргит Кульберг менән авторҙашлыҡта үҙенең тәүге балетын ҡуя. 1954 йылда үҙенең бейеү компанияһы Etoile de l Ballet ойоштора. 1960 йылда Брюсселдә Балет XX века[fr] труппаһына нигеҙ һала. 1970 йылда труппа эргәһендә «Мудра»[11] балет мәктәп-студияһын аса.
1978 йылда труппа менән Мәскәүҙә гастролдә була. СССР мәҙәниәт министры П. Н. Демичев башта спектаклен Ҙур театрҙа ҡуйырға ризалығын бирә, әммә шул уҡ көндө кис, тамашасыларҙа ҙур уңыш ҡаҙанғандан һуң, балетмейстерҙың контрактын кире ҡағалар, сөнки министрҙың беренсе урынбаҫары Ю. Я Барабаш Бежар «рус балеты традицияларына кире йоғонто яһарға мөмкин» тип белдерә[12].
1987 йылда труппаһы менән Брюсселдән Лозаннаға күсә, унда исеме Béjart Ballet Lausanne тип алмаштыра.
Кинола эшләй, шул иҫәптән — Клод Лелуш менән («Одни и другие», 1981). Модельер Джанни Версаче менән дуҫлаша, ул уның күп кенә спектаклдәре өсөн костюмдар ижад итә.
1973 йылда шиғисиларҙың исламын ҡабул итә[13].
Постановкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1955 — «Симфония для одинокого человека[fr]» (Symphonie pour un homme seul), Париж
- 1956 — «Высокое напряжение» (High Voltage)
- 1957 — «Соната для троих» (Sonate à trois), Эссен; «Пульчинелла», Льеж
- 1958 — «Орфей» («Orphée»), Льеж
- 1959 — «Весна священная», «Ла Монне» театры, Брюссель
- 1960 — «Такой сладкий гром» (Such Sweet Thunder)
- 1961 — «Болеро», театр «Ла Монне», Брюссель
- 1961 — «Четыре сына Эмона[fr]», Брюссель
- 1964 — «Симфония № 9», La Damnation de Faust, Брюссель
- 1965 — «Вариации для двери и вздохов[fr]»
- 1966 — «Ромео и Джульетта», Брюссель
- 1967 — «Месса по настоящему времени[fr]», Авиньон
- 1968 — «Бхакти» (Bhakti), Авиньон
- 1969 — «Номос-Альфа» (Nomos Alpha)
- 1971 — «Песни странствующего подмастерья» (Songs of a Wayfarer)
- 1972 — «Нижинский — клоун Божий» (Nijinski, clown de Dieu), Брюссель
- 1973 — «Голестан» (Golestan)
- декабрь 1974 — «Что мне рассказывает любовь» Густав Өсөнсө симфонияһының 4, 5 һәм 6 өлөштәренә музыкаһы, Опера Монте-Карло, Монако
- 1975 — «Складка на складку» (Pli selon pli), Брюссель
- 1975 — «Наш Фауст» (Notre Faust), Брюссель
- 1976 — «Гелиогабал» (Heliogabale), Иран
- 1976 — «Айседора», Опера Монте-Карло, Монако
- 1976 — «Мнимый Мольер» (Le Molière imaginaire), Комеди Франсэз театры, Париж
- 1977 — «Петрушка», Брюссель
- 1979 — «Леда» (Leda), Париж
- 1980 — «Эрос-Танатос» (Eros Thanatos), Афина
- 1982 — «Вена, Вена, город моей мечты» (Wien, Wien, nur du allein), Брюссель
- 1983 — «Месса будущего» (Messe pour le temps futur), Брюссель
- 1987 — «Воспоминания о Ленинграде» (Souvenir de Léningrad), Лозанна
- 1988 — «Пиаф» (Piaf), Токио
- 1989 — «1789 год… и мы» (1789… et nous), Париж
- 1990 — «Кольцо вокруг кольца» (Ring um den Ring), Немец операһы, Берлин
- 1990 — «Пирамида» (Pyramide), Каир
- 1991 — «Смерть в Вене» (Tod in Wien), Вена
- 1992 — «Ночь превращения» (La Nuit Transfiguret), Лозанна
- 1993 — Mr. С. (Чарли Чаплин хөрмәтенә, Анна-Эмилия Чаплин ҡатнашлығында), театр Ла Фениче, Венеция
- 1993 — «Эпизоды» (Les Episodes)
- 1993 — «Сисси, императрица австрийская» (Sissi, L’Impératrice Autriche), Сильви Гиллем өсөн, Иоганн Штраус музыкаһы (Императорский вальс[en]), Джанни Версаче костюмдары, Лозанна, к/т «Метрополь»
- 1993 — «Волшебный мандарин» (Le Mandarin Mervelleau), Бела Барток музыкаһы, Лозанна
- 1995 — «Насчёт Шехеразады» À propos de Shéhérazade, Берлин
- 1997 — «Дом священника… Балет для жизни» (Le Presbytère… Ballet for Life), Париж
- 1999 — «Шёлковый путь» (La Route de la soie), Лозанна
- 2000 — «Дитя-король» (Enfant-roi), Версаль
- 2001 — «Танго» (Tangos (фр.)), Генуя
- 2001 — «Манос» (Manos (фр.)), Лозанна
- 10 декабря 2001 — «Брель и Барбара», Лозанна
- 2002 — «Мать Тереза и дети мира» (Mère Teresa et les enfants du monde)
- 2003 — «Чао, Федерико» (Ciao Federico), Федерико Феллини хөрмәтенә
- 2005 — «Любовь — танец» (L’Amour — La Danse)
- 2006 — «Заратустра» (Zarathoustra)
- 2007 — «Вокруг света за 80 минут» (Le Tour du monde en 80 minutes)
- 2007 — «Спасибо, Джанни, с любовью» (Grazie Gianni con amore), Джанни Версаче иҫтәлегенә
Танылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1974 — Эразмус премияһы
- 1986 — Япония императоры тарафынан рыцарҙар сафына алына
- 1993 — Император премияһы
- 1994 — le Prix Allemand de la Danse премияһы
- 2003 — «Бейеү Бенуаһы» призы («сәнғәттәге тормошо өсөн»)
- 2006 — Сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Алтын миҙал, Испания
- Француз художестволар академияһы ағзаһы.
- Лозаннаның почетлы гражданы
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морис Бежар кинола режиссёр, актёр һәм балетмейстер сифатында сығыш яһай:
- 1959 — «Симфония для одинокого человека», Морис Бежар хореографияһы һәм башҡарыуы, режиссёр Куни Луис[14]
- 1975 — «Я родился в Венеции», режиссёр Морис Бежар (Хорхе Донна, Шон Мирк, Филипп Лизон һәм йырсы Барбара ҡатнашлығында)
- 1988 — Les Enfants de la danse, документаль фильм, режиссёр Дирк Сандерс[fr].
- 2002 — B comme Béjart,, документаль фильм[15]
Бежар Рәсәйҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1987 йылда «Bejart ballet Lausanne» труппаһы Ленинградта гастролдә була һәм «Grand pas в Белую ночь» фильмы төшөрөүҙә ҡатнашалар[16][17].
1998 йылда Rudra Bejart ballet de Lausanne" Мәскәүҙә була[18].
2003 йылда Бежар труппаһы «Мать Тереза и Дети мира» спектакле Мәскәүҙә «Рәсәй» сәхнәһендә була[19]. 2006 йылда Мәскәүҙә гастролдәр уҙа[20]
Күп йылдар дауамында Бежар менән бөйөк балерина Майя Плисецкая емешле хеҙмәттәшлек итә[21].
«Ҡасандыр мин рус бейеүселәре Егорова ханым, Волкова ханымдан бейергә өйрәндем. Бөтә классик балетты бейенем, әммә тормошта, шулай уҡ балетта ла классика һәм хәҙерге замандың сиге юҡ. Минең уйымса, тән теле теләһә ниндәй идеяны әйтергә мөмкин», — тип әйтергә ярата үҙе Бежар[22]
Бежарҙың эйәрсендәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морис Бежар үҙ рөхсәтенән тыш үҙенең постановкаларын башҡарыуҙы тыя, уның хореография стилен уның менән шәхси эшләгән артистар ғына белә. Әммә күп балет йондоҙҙары постановкаларҙы видео аша өйрәнә һәм номреҙарҙы галаконцерттарҙа башҡара. Башҡарыу юғары кимәлдә була, әммә абсолют «үҙенеке»; Бежар әйтә: «Бының минең хореография бер ниндәй ҙә уртаҡ түгел». (Ça rien à voir avec ma chorégraphie) Мәҫәлән, Диана Вишневаның pas de deux из балета «Бхакти» (Bhakti) башҡарыуы, шулай уҡ Фарух Рузиматовтың «Адажиэтто» балетында сығышын тамашасылар алҡышлай, әммә импресарио Сасаки-сан $10000 штрафҡа юлыға. Шул уҡ ваҡытта Бежар постановкалары хореограф стилен боҙмаған Сильви Гиллем һәм башҡа күп артистарға рөхсәт ителә.
Морис Бежарҙың шәкерттәрҙең береһе булып Миша ван Хук тора (Misha Van Hoecke), ул «Балет XX века» труппаһында 25 йыл самаһы эшләй
Балет тураһында текстар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Un Instant dans la vie d’autrui: mémoires. Paris: Flammarion, 1979.
- Le ballet des mots. Paris: Les Belles Lettres; Archimbaud, 1994
- Ainsi danse Zarathoustra: entretiens avec Michel Robert. Arles: Actes Sud, 2006.
Рус телендә баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Морис Бежар. Книга 1: Мгновения в жизни другого. Книга 2: В чьей жизни? / пер. с франц. Л. Зониной и М. Зониной. Послесловие В. Гаевского. — М: Союзтеатр, 1989. — (Мемуары). — 10,000 экз.
- Библиография на французском языке
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Christout M.F. Maurice Béjart. Textes de Maurice Béjart, points de vue critiques, témoignages, chronologie. Paris: Seghers, 1972
- Gay-White P. Béjart and modernism: case studies in the archetype of dance. New Orleans: UP of the South, 2006
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118508547 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Pastori J. Béjart, la danse sans frontière (фр.) — Infolio éditions, 2022. — P. 8. — 63 с. — ISBN 978-2-88968-071-9
- ↑ Maurice Béjart // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 5,0 5,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
- ↑ https://web.archive.org/web/20071130045524/http://www.telegraph.co.uk:80/news/main.jhtml?xml=/news/2007/11/23/db2301.xml
- ↑ Pastori J. Béjart, la danse sans frontière (фр.) — Infolio éditions, 2022. — P. 9. — 63 с. — ISBN 978-2-88968-071-9
- ↑ Pastori J. Béjart, la danse sans frontière (фр.) — Infolio éditions, 2022. — P. 11. — 63 с. — ISBN 978-2-88968-071-9
- ↑ http://data.performing-arts.ch/a/e690c4eb-0fe2-439f-b243-7f13c68a902c / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/e690c4eb-0fe2-439f-b243-7f13c68a902c / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ Музыкальная энциклопедия / Гл. ред. Ю.В. Келдыш. — «Советская энциклопедия», 1982. — 1008 с.
- ↑ Микоян, Н. А. Своими глазами
- ↑ Философ от балетного станка
- ↑ «Symphonie pour un homme seul» (инг.) Internet Movie Database сайтында
- ↑ «B comme Béjart» (инг.) Internet Movie Database сайтында
- ↑ Grand pas in the White Night 2020 йыл 15 февраль архивланған.
- ↑ Grand pas in the White Night — иное кино
- ↑ «Второй Бежар» — Газета «Коммерсантъ», № 70 (1473), 21.04.1998
- ↑ Балет Мориса Бежара «Мать Тереза и Дети мира» 2014 йыл 22 февраль архивланған. — ГКЗ «Россия», 7 апреля 2003 года
- ↑ Песня танца — Майя Крылова Независимая газета 2006-11-08
- ↑ [См.: М. Плисецкая. Я, Майя Плисецкая. М. 1994
- ↑ Бежар умер, да здравствует Бежар!. Наша газета.ch
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морис Бежар Викимилектә | |
Морис Бежар Викияңылыҡтарҙа |
- Биография на сайте труппы Béjart Ballet Lausanne
- телевизионные съёмки . Архивировано 19 май 2012 года. 2014 йыл 5 март архивланған.
- Владимир Котыхов. Свет и юноши Мориса Бежара // «Музыкальные сезоны», 15 ноября 2017
- 1 ғинуарҙа тыуғандар
- 1927 йылда тыуғандар
- Францияла тыуғандар
- 22 ноябрҙә вафат булғандар
- 2007 йылда вафат булғандар
- Швейцарияла вафат булғандар
- Сәнғәт һәм әҙәбиәт француз ордены командорҙары
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Эразм премияһы лауреаттары
- Киото премияһы лауреаттары
- Япония император премияһы лауреаттары
- XX быуат кинорежиссёрҙары
- Франция кинорежиссёрҙары
- Алфавит буйынса кинорежиссёрҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат театр режиссёрҙары
- Алфавит буйынса театр режиссёрҙары
- XX быуат балетмейстерҙары
- Алфавит буйынса балетмейстерҙар
- XX быуат бейеүселәре