Морозова Анна Афанасьевна
Морозова Анна Афанасьевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 23 май 1921 |
Тыуған урыны | Мосальский уезд[d], Калуга губернаһы[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 31 декабрь 1944 (23 йәш) |
Вафат булған урыны | Плоцк[d], Варшавское воеводство[d], Польша Халыҡ Республикаһы[d] |
Ерләнгән урыны | Мазовия воеводлығы[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | боец сопротивления |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Морозова Анна Афанасьевна Викимилектә |
А́нна Афана́сьевна Моро́зова (1921 йылдың 23 майы, Калуга губернаһы, Мосальский өйәҙе, Поляны ауылы РСФСР — 1944 йылдың 31 декабре, Нова-Весь, Семёнтково гмины, Журоминский повяты, Польша Республикаһы) — совет разведчигы, интернациональ йәшерен ойошма етәксеһе, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында радист. Советтар Союзы Геройы (1965 йылдың 8 майында, үлгәндән һуң)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анна Морозова тыуған 1921 йылдың 23 майында Калуга губернаһы Мосальский өйәҙе Поляны ауылында тыуған. Атаһы — Афанасий Калистратович Морозов, тегенсе. Әсәһе — Евдокия Федотовна Морозова, хужабикә[2]. Ғаиләлә биш бала, уларҙың өлкәне Аня була[3].
Уларҙың ғаиләһе Брянск ҡалаһына, шунан — Брянск өлкәһенең Дубровский районы Сеща ҡасабаһына күсеп килә. Сещинский урта мәктәбендә һигеҙ класс тамамлай, бында ВЛКСМ[2] сафына инә. Бухгалтерҙар курсын тамамлағандан һуң, һөнәре буйынса урындағы хәрби аэродромда[3] урынлашҡан хәрби авиация часында эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1941 йылдың 9 авгусында, нацистик Германия ғәскәрҙәре Дубровка һәм Сеща ҡасабаларын баҫып алалар. Немец-фашист оккупацияһынан һуң, һуғышҡа тиклем совет 9-сы ауыр бомбардировка авиация бригадаһы урынлашҡан сещинский аэродромында Өсөнсө рейхтың Мәскәү һәм башҡа совет ҡалаларына бомба һөжүме ойоштороусы өс йөҙгә тиклем бомбардировщигы булған Хәрби-Һауа Көстәре 2-се һауа флотының ҙур авиабазаһы төпләнә. Совет разведка органдарына йәшертен немец хәрби дошман авиацияһының йәшерен сер итеп һаҡланыусы стратегик мөһим объекты тураһында аныҡ мәғлүмәттәр сиктән тыш кәрәк була. Шундай разведка мәғлүмәттәре алыу маҡсатында Брянщинала йәшерен ойошмалар[4] ойошторола башлай.
Фашистар бомбаға тотҡандан һуң, йортон һәм туғандарын юғалтҡан Анна дошман оккупациялаған Сещаға ҡайта, немец хәрби авиабазаһына кер йыуыусы булып эшкә урынлаша, бында яйлап һуғышҡа тиклем белгән дуҫтарын таба һәм уларҙы үҙе ойошторған йәшерен төркөм эшенә йәлеп итә.
1942 йылдың яҙынан 1943 йылдың сентябренә тиклем Морозова, «Резеда» позывнойы аҫтында, Сеща ҡасабаһында 1-се Клетнянский партизан бригадаһы составында интернациональ (совет-поляк-чех-словак) йәшерен ойошмаһы етәксеһе була. Дошман көстәре тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр таба, самолёттарын шартлатыу һәм дошмандың башҡа хәрби техникаһы сафтан сығарыу буйынса диверсиялар ойоштора. Һуңғараҡ 1-се Клетнянский партизандар бригадаһы командованиеһы сещинский йәшерен ойошманың әһәмиәтен былай тип баһаланы: «1942 йылдың апреленә ҡарата Сеща йәшерен төркөмө интернациональ подпольеға әйләнә, сөнки уға, совет граждандарынан тыш, поляктар, чехтар һәм румындар ингән. Сеща подпольщиктары, көн һайын тиерлек бригадаға ебәреп торған разведка мәғлүмәтенән тыш, ҙур диверсия эшен атҡарған. Бригаданан магнитлы миналар алып, улар мина ҡуйып егерме самолётты, алты тимер юл эшелонын, һуғыш ҡоралдары һаҡланған ике келәтте шартлатҡан». Ваҡыт үтеү менән был һандар аныҡлана һәм арта барып, Сеща интернациональ йәшерен ойошма ағзаларының да батырлыҡтары ла билдәле була барған[4].
Анна Морозова һәм уның төркөмөнөң разведка мәғлүмәттәре нигеҙендә 1942 йылдың 17 июнендә партизандар дошмандың Сергеевка ауылында урынлашҡан авиация базаһындағы люфтваффеның осоусы составында торған ике йөҙ кешелек гарнизонын һәм утыҙ һигеҙ автомашинаһын юҡ иткән.
1943 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армия Брянск өлкәһе территорияһын немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеү операцияһы барышында Сеща ҡасабаһы ла дошмандан таҙартылғас, сеща интернациональ йәшерен ойошма эшен тамамлай[5], һәм Анна Морозованы СССР Ҡораллы Көстәренең 10-сы армияһы штабына «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырырға саҡыралар[4], бынан һуң ҡыҙ Ҡыҙыл армия сафына баҫа. 1944 йылдың июнендә ул Ҡыҙыл Армияның Генераль штабы Разведка идаралығы разведка мәктәбендә радистар курсын тамамлай. СССР Ҡораллы Көстәренең 10-сы армия штабы разведка бүлегенең «Джек» диверсия-разведка төркөмө яугире булараҡ, «Аҡҡош» позывнойы танытыу сигналы аҫтында Көнсығыш Пруссияға[3] ебәрелә. «Ильменхорст» нығытмаларына (атап әйткәндә, оҙайлы немец нығытмаларының резерв линияларын, төньяҡта литва сигенән көньяҡҡа, Мазур һаҙлыҡтарына, тиклем һуҙылған: Тильзит — Рагнит — Гумбиннен — Гольдап — Ангербург — Норденбург — Алленбург — Велау) разведка үткәреү маҡсатында төшөрөлгән күп һанлы совет разведка төркөмдәре яҡшы итеп яйға һалынған хәбәр итеү системалары һәм культуралаштырыған пруссия урман посадкаларында йәшеренеп оҙаҡ эшләй алмаған, һәләк булған.
1944 йылдың аҙағынан Анна Морозова берләштерелгән совет-поляк партизан отрядында тора. Һан яғынан кәмей барған «Джек» төркөмө немецтар оккупациялаған польша территорияһына сыға. 1944 йылдың 31 декабрендә, совет ғәскәрҙәре урынлашҡан ергә сыҡҡанда, Нова-Весь (Семёнтково гмины) утары янындағы яуҙа разведчик ҡыҙ ҡамауға эләгә, ауыр яралана (пуля һул ҡулы беләҙеген запястье сәрпәкләй), һуңғы патронына тиклем атыша, әсирлеккә эләкмәҫ өсөн, үҙен һәм яҡынлашып килгән эсэсовсыларҙы һуңғы гранатаһы менән шартлата[3][4]. Анна Морозованың һәләк булған урыны Сицяж (пол. Siciarz) һәм Дзечево (пол. Dzieczewo). Географик координаталары: 52°55′29″ с. ш. 20°01′21″ в. д.HGЯO ауылдары араһындағы урман ситендә урынлашҡан.
Градзаново-Костелное тораҡ пунктында (пол. Gradzanowo Kościelne), польша ҡалаһы Млаванан 34 км алыҫлыҡта ерләнгән.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1943 — «Батырлыҡ өсөн» миҙалы.
- Ленин ордены.
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
- II дәрәжә «Грюнвальд тәреһе» ордены (Польша).
- 1965 — СССР Юғары Советы Президиумының 8 май 1965 йылдың 8 майы указы менән — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәш осоронда күрһәткән хеҙмәттәре, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» Сещинский йәшерен ойошмаһында (Брянск өлкәһе) ҡатнашҡан Морозова Анна Афанасьевнаға (үлгәндән һуң)[1].Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1966 йылда «СССР почтаһы» Советтар Союзы Геройы Анна Афанасьевна Морозова хөрмәтенә почта маркаһы.сығарған.
- Брянск өлкәһе Дубровский районы Сеща ҡасабаһы үҙәгендә 1968 йылдың 17 сентябрендә интернациональ йәшерен ойошма ағзалары (брянск архитекторы Юрий Тарабрин һәм скульптор Нина Козлова эше) — Константин Поваров, Анна Морозова, ян Маньковский[2] һәйкәле ҡуйыла.
- Калуга өлкәһенең Мосальск ҡалаһының Еңеү паркында Анна Морозова бюсы ҡуйылған.
- Брянск һәм Жуковка ҡалалары, Брянск өлкәһе Дубровка ҡала тибындағы ҡасаба, Калуга өлкәһе Мосальск ҡалаһы урамдары Анна Морозова исемен йөрөтә.
- Мәскәү ҡалаһы 710-сы урта мәктәбендә Анна Морозоваға арналған музей булдырылған.
- Калуга өлкәһе Мосальский районы Долгово урта мәктәбендә Анна Морозова бюсы ҡуйылған.
- 2011 йылдың майында Анна Морозованың тыуыуына 90 йәш тулыу хөрмәтенә «Рәсәй почтаһы» герой ҡыҙҙың һүрәте төшөрөлгән почта конверттары партияһын сығарған.
Кинематографта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Утты үҙебеҙгә саҡырабыҙ» (1965)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1959 йылда «Комсомольская правда» гәзитендә элекке совет разведчигы Овидий Горчаковтың мәҡәләһе баҫыла, ә 1960 йылда уның поляк яҙыусыһы Януш Пшимановский менән авторҙашлыҡта яҙылған Анна Морозова һәм уның төркөмөнә арналған «Утты үҙебеҙгә саҡырабыҙ» повесы донъя күрә[6].
1963 йылда режиссёр Сергей Колосов повесть материалдары буйынса радиоспектакль булдыра. Һуғыш ваҡиғаларында реаль ҡатнашҡан кешеләр ылыҡтырылған был постановка тыңлаусыларҙың ыңғай мөнәсәбәтен тыуҙыра, был спектакль авторҙары күп хат ала, һәм Колосов фильмға тотонорға ҡарар итә[7].
Режиссёр Сергей Колосовтың төп ролде Людмила Касаткина башҡарған «Утты үҙебеҙгә саҡырабыҙ» тәүге совет телесериалының (4 серия) премьераһы 1965 йылдың 18 февралендә Үҙәк телевидениеның беренсе программаһы буйынса күрһәтелә. Фильмда Сеща хәрби аэродромында барған реаль ваҡиғалар күрһәтелә. Картинаның Бөтә Союз телевизион трансляцияһынан һуң Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм йәмәғәт ойошмалары СССР етәкселәренә Анна Морозоваға Советтар Союзы Геройы[8][9] исеме биреү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә.
«Ағастарҙа парашюттар» (1973)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1973 йылда «Джек» разведка төркөмө яугире Н. Ф. Ридевскийҙың документаль китабы буйынса режиссёр Иосиф Шульман төркөм ағзаларының, шул иҫәптән Анна Морозованың, Көнсығыш Пруссия территорияһында алып барған эшмәкәрлеге тураһында шул уҡ исемле «Ағастарҙа парашюттар» совет телевизион нәфис фильмын төшөрә[10].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Морозова Анна Афанасьевна». // «Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь». / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: «Воениздат», 1988. — Т. 2. Любов — Ящук. — С. 116. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- О. А. Горчаков. «Огонь на себя». // «Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза». / Ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: «Политиздат», 1969. — 447 с. // a-z.ru
- О. А. Горчаков. «Вызываем огонь на себя: повесть о „Резеде“». — М.: «Детская литература», 1968. // molodguard.ru
- О. А. Горчаков. «Лебединая песня: повесть о „Лебеде“». — М.: «Детская литература», 1968. // molodguard.ru
- О. А. Горчаков. «Лебеди не изменяют». // seshcha-muzei.narod.ru
- Н. Ф. Ридевский. «Парашюты на деревьях». — Минск: «Беларусь», 1969. — 240 с. — 100 000 экз. // militera.lib.ru
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР от 8 мая 1965 года «О присвоении звания Героя Советского Союза партизанам и участникам подполья, действовавшим в краях и областях РСФСР в период Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.». // ru.wikisource.org
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Василенко О. Н. (Брянск). Бойцы невидимого фронта. — Герои Сещинского интернационального подполья. Сайт Дмитрия Щербинина «Молодая гвардия» // molodguard.ru
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Андрей Сидорчик. «Вызываем огонь на себя». Подлинная история подпольщицы Анны Морозовой. Газета «Аргументы и факты» // aif.ru (23 мая 2016 года)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Текст: Александр Федосов (Брянск). «Мина под люфтваффе». — Сеща, прославленная подпольщиками, стала «Посёлком партизанской славы». «Российская газета» // rg.ru (23 июня 2011 года)
- ↑ Т. В. Михеева, главный специалист ГКУ БО ГАБО. Сещинское интернациональное подполье. Ко дню освобождения Брянщины. 2020 йыл 18 февраль архивланған. Сайт ГКУ БО «Государственный архив Брянской области» // archive-bryansk.ru
- ↑ «Сила духа». — Свидетельство времём Великой Отечественной войны. Глава из книги «Горькая чаша» И. И. Хацкевича на христианском интернет-портале «Зов Сиона» // callofzion.ru (Тикшерелеү көнө: 20 март 2012).
- ↑ Особый разговор о фильме «Вызываем огонь на себя». Фильмография Людмилы Касаткиной.(недоступная ссылка) // l-kasatkina.ru (Тикшерелеү көнө: 18 март 2012).
- ↑ Владимир Трофимов. «Забыть не имеем права» (опубликовано в журнале «Сибирские огни», 2007 год, № 5). Некоммерческий литературный интернет-проект «Журнальный зал» // magazines.russ.ru (Тикшерелеү көнө: 20 март 2012).
- ↑ Советские разведчицы Великой Отечественной войны: Анна Морозова.// pobeda34.ru 2014 йыл 26 июль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 март 2012).
- ↑ Телевизионный художественный фильм «Парашюты на деревьях» (СССР, 1973 год). Информация о фильме: создатели, актёры и роли. 2020 йыл 20 февраль архивланған. // ruskino.ru
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Морозова Анна Афанасьевна . «Герои страны» сайты.
- Олег Хлобустов. Памяти верны? (неопр.). «Проза.ру» // proza.ru (2010 год). Дата обращения 5 апреля 2012.
- 23 майҙа тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Калуга губернаһында тыуғандар
- 31 декабрҙә вафат булғандар
- 1944 йылда вафат булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Грюнвальд Тәреһе ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышы партизандары
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Бөйөк Ватан һуғышы разведчиктары
- СССР разведчиктары
- Алфавит буйынса шәхестәр