Эстәлеккә күсергә

Шаһиев Мөждәбә Гәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Муждаба Гареевич Шагиев битенән йүнәлтелде)
Мөждәбә Гәрәй улы Шаһиев
Тыуған ваҡыты

1907({{padleft:1907|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Иманғол ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы)

Үлгән ваҡыты

21 май 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Вафат урыны

Башҡорт АССР-ы, Учалы районы, Һәйтәк ауылы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

1941—1942, 1944—1945

Хәрби алыш/һуғыш

Икенсе донъя һуғышы

Наградалар һәм премиялар

Шаһиев Мөждәбә Гәрәй улы (190721 май 1985 йыл) — Француз Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, макизар.

Мөждәбә Гәрәй улы Шаһиев 1907 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[1] Иманғол ауылында тыуған. Балалар йортонда тәрбиәләнә, башланғыс синыф уҡытыусыһы һөнәрен ала.

Илсе ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта, һуңыраҡ колхоз рәйесе вазифаһында Сәфәр һәм Һәйтәк ауылдарында эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың июлендә фронтҡа китә.

1942 йылдың йәйендә Витебск янында немец ғәскәрҙәренә тотҡонлоҡҡа эләгә. Бер нисә концлагерҙарҙы алыштырып, Франция территорияһына барып сыға, бында бер нисә әсир менән бергә француз партизан-макизарҙарына ҡаса.

1944 йылдың апреленән һәм һуғыш бөткәнсе француз партизан-макизарҙары составында фашистарға ҡаршы һуғыша, разведкаларҙа һәм диверсияларҙа ҡатнаша. Францияның Иссель, Тюль, Бриф, Эглетон ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Францияның бүләктәре — «Яугир миҙалы» һәм «Партизан миҙалы» менән бүләкләнә.

Һуғыш тамамланғас, Донбасс шахталарының береһендә эшләй. 1946 йылдың ғинуарында Һәйтәк ауылына ҡайта. Оҙаҡ йылдар дауамында Ватанына хыянат итеүҙә находился под подозрением . 1957 йылда Франция Президенты Шарль де Голль СССР-ҙың 1-се сәркәтибе Никита Хрущёвҡа хат яҙа, бында ул француз Ҡаршылығында ҡатнашҡан совет граждандарына үҙенең рәхмәтен белдерә, исемлектә Мөждәбә Шаһиевтың да исеме була. 1957 йылда уға партия билеты һәм бүләктәре ҡайтарыла[2].

Свердловск киностудияһы «Советский Урал» киножурналы өсөн Мөждәбә Гәрәй улы Шаһиев хаҡында документаль фильм төшөргән.

  • Яугир миҙалы (Франция)
  • Партизан миҙалы (Франция)
  1. хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районы
  2. Аниса Янбаева. Солдат должен быть уверен в своей правоте.//Республика Башкортостан, № 226, 20 ноября 2004 года.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — М.: Восточная литература, 2010. — Т. VI. — С. 301. — 374 с. — ISBN 978-5-02-036494-3.