Эстәлеккә күсергә

Муллаҡаев Мирғәли Байғол улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мирғәли Байғол улы Муллаҡаев
Тыуған ваҡыты

1790({{padleft:1790|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1802—?

Хәрби звание

зауряд-есаул

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
IV дәрәжә Изге Георгий ордены
IV дәрәжә Изге Георгий ордены

Муллаҡаев Мирғәли Байғол улы (Мирғәли Байғолов; 1790—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Мирғәли Байғол улы Муллаҡаев Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ҡәйеп (Ә. З. Әсфәндиәров буйынса Ҡансыра) ауылында йәшәгән[1].

1802 йылдың 3 майынан казак булып хеҙмәт итә.

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 7-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[1]. 7-се Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 12 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара[2]. 1813 йылда 7-се полк Данциг (Гданьск) ҡалаһын блокадалауҙа ҡатнаша һәм, ҡәлғә бирелгәнсе, уның составында һуғыша[2][3]. Данциг янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Мирғәли Байғол улы Муллаҡаев Изге Георгий хәрби ордены менән бүләкләнә. 1814 йылдың 2 мартында 7-се Башҡорт полкы Рейнға йүнәлә һәм Кёльн ҡалаһына килеп еткәс, һуғыштың тамамланыуы тураһында хәбәр ала. 1814 йылдың декабрендә полк тыуған яғына юл тота.

1814 йылдың 4 майынан зауряд-есаул булып хеҙмәт итә[1].

1814, 1819, 1820, 1823 һәм 1826 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәтен үтәй.

Ҡатындары — Һәҙиә һәм Рәхилә; улдары — Мираҫ һәм Сәйфетдин; ҡыҙҙары — Фатима, Зәүрә һәм Зөһрә[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 105. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
  2. 2,0 2,1 Рахимов Р. Н., 2012, с. 396
  3. Усманов А. Н., 1964, с. 82