Муллуту-Суурлахт
Муллуту-Суурлахт һәм Муллуту-Суурлахт күле мәҡәләләрен берләштерергә! |
Озеро | |
Муллуту-Суурлахт | |
---|---|
эст. Mullutu-Suurlaht | |
Морфометрия | |
Майҙаны | 14,4-36,0 км² |
Иң тәрән урыны | 2,1 м |
Бассейн | |
Впадающая река | Каармисе, Кярла, Унимяе |
Вытекающая река | Насва |
Урынлашыуы | |
58°14′45″ с. ш. 22°22′45″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Уезд | Сааремаа |
Муллуту-Суурлахт (Mullutu-Suurlaht) — Сааремаа утрауында, Курессааре (Kuressaare) ҡалаһынан 2 километр көнбайышта урынлашҡан Эстонияның ҙурлығы буйынса дүртенсе күле. 1440 гектар самаһы майҙанды биләгән күлдең тәрәнлеге 2,1 м-ға етә.[1] Тоҙлолоғо буйынса күл тоҙло һыулы булып тора. Муллуту-Суурлахт ике өлөштән тора:
- Суурлахт (Келламяе (Kellamäe)) — көнсығыш өлөшө
- Муллуту — көнбайыш өлөшө
Даими яҙғы ташҡындар ваҡытында (1,16 м-ға тиклем) күл яҡындағы Паадла (Paadla), Вягара (Vägara) һәм Каалупеа (Kaalupea) һыу ятҡылыҡтары менән ҡушыла һәм, шулай итеп, һыу кимәле ике ярым тапҡырға арта. Күлгә өс км оҙонлоғондағы Насва (Nasvа) йылғаһы ҡоя. Һыу баҫыу ваҡытында йылға диңгеҙҙән күлгә аға, ә башҡа саҡта киреһенсә. Шуға күрә күл балыҡҡа бай, атап әйткәндә, унда табан, сабаҡ, ҡарабалыҡ, ҡыҙылғанат, йыланбалыҡ, ташбаш, алабуға, опто, күк балыҡ, шамбы, суртан, шырт балыҡ һәм башҡа балыҡтар бар. Суурлахт ҡултығының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ҙур булмаған (3 га) Рахину (Rahinu) утрауы урынлашҡан. Ҡултыҡтың тәпәш ярҙары ҡырсындан йәки ҙурыраҡ таштарҙан тора, урыны менән ҡомло. мәтеле йәки ҡыҙыл балсыҡлы. Күлде ике ҙур өлөшкә Хидре Нукк (Hidre nukk) ярымутрауы бүлеп тора. Вягара һәм Муллуту ҡултыҡтарының ярҙары бик тәпәш һәм ҡамыш менән ҡапланған. Төньяҡта Муллутуҙың тәрәнлеге 0,2-0,3 м булһа, көньяҡ өлөшөндә, Насва тамағы тирәһендә, 1,7 м-ға етә. Ярҙың бейеклеге 0,4 м, ҡом һәм ләм ҡатламы менән ҡапланған. Вягара ҡултығының тәрәнлеге 1,1 м. Муллутуға Каармисе һәм Кярла, Суурлахтҡа — Унимяе йылғалары ҡоя.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Mullutu Suurlaht (билдәһеҙ). eestigiid.ee. Дата обращения: 1 июнь 2012.