Мусака

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мусака
Mousakas.jpg
Мысыр мусакаһы

Десерт

Авторы
Тыуған иле

Балҡан һәм Яҡын Көнсығыш илдәре

Компоненттар
Төп

баклажан менән зәйтүн майы, һарыҡ ите менән помидор, бешамель соусы

Булыуы мөмкин

таш ҡабаҡ, картуф йәки бәшмәк

Commons-logo.svg
Викимилектә медиафайлдар [[c:Category:Musaka|]]

Мусака (грек. μουσακάς; молд. musaca; әрм. մուսատկա("мусатка"); төр. musakka; көн. слав. мусака/musaka; ғәр. musaqqaʿa) — Балҡан һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә баклажандан әҙерләнгән аш-һыу.

Һүрәтләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Грек мусакаһы киләһе ҡатламдарҙан тора: түбәнге ҡатлам — баклажан менән зәйтүн майы, урта ҡатлам — һарыҡ ите менән помидор, һәм өҫкө ҡатламында бешамель соусы. Шулай уҡ мусакаға таш ҡабаҡ, картуф йәки бәшмәк өҫтәргә мөмкин.

Ғәрәп илдәрендә мусака тип помидор, баклажандан әҙерләнгән һалҡын салатты аңлайҙар. Сербия, босний һәм румын халҡында мусаканы әҙерләгәндә, баклажан урынына помидор һалалар.

Әҙерләү ысулы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мусака өсөн төп аҙыҡ — баклажан. Уны йыуып, түңәрәкләп ҡырҡып, әсеһе сыҡһын өсөн, төҙ һибәләр. Мусака вегетарианса булмаһа, һарыҡ ите өҫтәлә. Итте йыуып, ит үткәргес аша үткәрәләр. Башҡа компоненттарҙы (һуған, кишер, болғар боросо һ. б.) таҙартып, рецепт буйынса, йышыраҡ түңәрәкләп, ҡырҡалар.

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мусака һүҙе ғәрәпсә musaqqa` («һыуытылған», saqqaʿa — һыуытырға ҡылымынан) тигәнде аңлата, башҡа телдәргә грек теле аша ингән.

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2000 йылда грек режиссёры Панос Коутрас «Нападение гигантской мусаки» фантастик фильмын төшөргән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Похлёбкин, Вильям Васильевич. Национальные кухни наших народов. — Центрполиграф, 1978.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]