Солтанова Мәрйәм Тимербулат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мәрйәм Солтанова уҡыусы ҡыҙҙар менән
Мәрйәм Тимербулат ҡыҙы Солтанова
Эшмәкәрлек төрө:

йәмғиәт эшмәкәре, меценат

Тыуған көнө:

1859

Тыуған урыны:

билдәһеҙ

Ил:

Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР

Вафат булған көнө:

март 1928

Вафат булған урыны:

билдәһеҙ

Атаһы:

Тимербулат Аҡсурин

Ире:

Арсланғәли Солтанов

Балалары:

юҡ

Солтанова Мәрйәм Тимербулат ҡыҙы (?[1] — март 1928) — йәмәғәт эшмәкәре, меценат.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡазан ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын тамамлай.

ХIХ быуат аҙағында Өфөлә үҙенең йортонда Мәрйәм Солтанова ҡыҙҙар өсөн рус-башҡорт училищеһын аса, уҡыу бушлай була.

ХХ быуат башында мослман малайҙары һәм өлкәндәр өсөн етемдәр йортона (приют) ярҙам иткән комитетты етәкләй.

1908 йылдың ғинуарында һайланғандан һуң 1914 йылға тиклем Мәрйәм Тимербулат ҡыҙы Өфө мосолман ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең рәйесе була[2].

Мәрйәм Солтанова йәшәгән йорт, Өфө, Туҡай урамы,33

1913 йылда Мәрйәм Солтанова атаһынан мираҫҡа ҡалған йортто етем ҡыҙҙар өсөн приютҡа тапшыра.

Мәрйәм Тимербулат ҡыҙы шулай уҡ Өфө һәм Өфө губернаһының уҡыу йорттарына ҡулдан килгәнсе ярҙам күрһәтә. 1926 йылға тиклем Өфөләге етемдәр өсөн приютты тотошлай финанслай.

1926 йылда ир туғандары менән хаж сәфәре ҡыла, уны һөйөклө атаһы Тимербулат Аҡсурин рухына бағышлай.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өфөләге Мәрйәм Тимербулат ҡыҙы йәшәгән йорт (Туҡай урамы, 33) — архитектура ҡомартҡыһы исемлегенә ингән. Йортта Мәрйәм Солтанованың инициалдары менән «МС» вензеле һаҡланған[3].
  • Хәҙерге көндә Мәрйәм Солтанованың исеме Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты мәҙрәсәһенә бирелгән. Адресы: Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим урамы, 3 йорт.

1928 йылда ҡаты ауырыуҙан һуң Өфө ҡалаһында вафат була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тимербулат Ҡурамша улы Аксурин
Атаһы Тимербулат Ҡурамша улы Аҡсурин, Сембер губернаһы эшҡыуары, фабрикант,кенәз Аҡсуриндар нәҫеленән ти иҫәпләнә, әсәһе - Зөһрә Аҡсурина.
Ире — Солтанов Арыҫланғәли (1886 йылдан никахта). Сығышы менән башҡорт дворяндары Солтановтар нәҫеленән. Ҡала думаһы гласныйы, Ырымбур мосолман дини йыйылышы М. М. Солтановтың улы.
Балалары булмай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]