Эстәлеккә күсергә

Мәскәү (Туймазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мәскәү (Октябрьский) битенән йүнәлтелде)
Мәскәү
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Халыҡ һаны 312 кеше (1939)
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1773
Карта

Мәскәү (Таубаш; рус. Московка, Москово, Тау-Баш) — 1946 йылда яңы барлыҡҡа килгән Октябрьский ҡалаһы составына индерелгән ауыл. Быға тиклем Башҡорт АССР-ы Туймазы районы Япрыҡ ауыл Советы составында була.

Атамаһы — антропоним[1], 1740-1760-сы йылдарҙа башҡорт старшинаһы — Мәскәү Дәүләтҡоловтың исеме менән бәйле[2]. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Таубаш исеме аҫтында ла теркәлгән[3].

Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының Нарыштау итәгендә, Ыҡ йылғаһы буйы үҙәнендә урынлашҡан. 1926 йылда улус үҙәге Туймазы станцияһына тиклем аралыҡ 20 саҡрым тәшкил иткән.

Ауылға XVIII быуат уртаһында Ҡазан даруғаһы Байлар улусы башҡорттары үҙ аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала[3].

Байлар башҡорттары менән керҙәшлек килешеүе буйынса 1790 йылда ауылға яһаҡлы татарҙар, ә 1799 йылда — яһаҡлы татарҙарҙың яңы төркөмдәре һәм керҙәш башҡорттар килеп төпләнгән. Керҙәштәр араһында ерһеҙ ҡалған башҡорттар ҙа булған[2].

1834 йылда 80 аҫаба башҡорт, 72 типтәр һәм 18 хеҙмәтсе татар, ә 1870 йылда 131 аҫаба башҡорт һәм 31 хеҙмәтсе татар иҫәпкә алына. Башҡорт старшинаһы Мәскәү Дәүләтҡоловтың улы — Ҡыр-Йылан улусының старшинаһы Әптикәй Мәскәүев Пугачёв ихтилалында ҡатнаша, уның ҡарамағындағы башҡорттарҙың 134 ихатаһы ла 1773–1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышына ҡушыла. Әптекәйҙең улы Аҙнағол Әптикәев XII башҡорт кантонының йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә[2].

Өфө губернаһы ойошторолғандан һуң, 1865 йылдан Бәләбәй өйәҙе Үрге Бишенде улусына ҡарай, ә 1922 йылдың 18 июленән — Бәләбәй кантоны Аҙнағол улусы составында.

РСФСР Юғары Советы Президиумы 1946 йылдың 5 апрелендәге указына ярашлы Туймазы районының Октябрьский эшселәр ҡасабаһы республика буйһоноуындағы ҡала тип үҙгәртелә. Октябрьский ҡалаһы составына Мәскәү, Мулла, Нарыш, Үрге Зәйет, Төркмән ауылдары инә.

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
17951865190619201939
64138355288312

Халҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән.