Мәсәлимов Сәғит Ғәйнислам улы
Мәсәлимов Сәғит Ғәйнислам улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 октябрь 1950 |
Вафат булған көнө | 21 апрель 2022 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, тарихсы, проректор |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мәсәлимов Сәғит Ғәйнислам улы (4 октябрь 1950 йыл — 21 апрель 2022 йыл) — тарих фәндәре кандидаты, Социаль белем биреү академияһының ғәмәлдәге ағзаһы, Рәсәйҙең хәрби фәндәр академияһы профессоры. Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһының беренсе проректоры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәғит Ғәйнислам улы Мәсәлимов 1950 йылдың 4 октябрендә тыуа. Урта белем алғандан һуң хеҙмәт юлын 18 йәшендә Шаҡша ҡасабаһында заводта башлай. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында киске бүлектә белем ала. Хәрби хеҙмәтен Германияла, Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә үтә.
1973 йылдан баш ҡаланың 115-се мәктәбендә эшләй башлай, мәктәп комсоргы була. БДУ-ны уңышлы тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтының СССР тарихы кафедраһына эшкә килә һәм 1997 йылға тиклем бер урында эшләй. 1983 йылдан 1997 йылға тиклем вуздың профком рәйесе булып эшләй.
1993 йылда үҙ аллы дәүләттеке булмаған юғары уҡыу йортон — Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһын ойоштороусылар төркөмөнә ҡушыла, һуңынан уның тәүге проректоры була.
Аграр һәм социаль тарих буйынса китаптар һәм мәҡәләләр авторы.
Сәғит Ғәйнислам улы 2022 йылдың 24 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР Юғары мәктәбе отличнигы
Рәсәй Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы
«Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәр биреүҙең почетлы хеҙмәткәре»