Мәсәғүтов Рим Хәким улы
Мәсәғүтов Рим Хәким улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 август 1946 (78 йәш) |
Тыуған урыны | Исмаил (Дүртөйлө районы), Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Мәсәғүтов Рим Хәким улы (20 август 1946 йыл) — ғалим-тау инженеры-геолог, геология-минералогия фәндәре докторы (2002), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (2000).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рим Хәким улы Мәсәғүтов [1] 1946 йылдың 20 авгусында Башҡорт АССР-ы Дүртөйлө районы Исмаил ауылында тыуа.
1966 йылда — Октябрьский нефть техникумын, 1972 йылда тау инженеры-геолог специальносы буйынса Пермь политехник институтын тамамлай.
Эш урындары: 1966—1972 йылдарҙа Бөрө геологик эҙләнеүҙәр контораһының техник геологиы, өлкән геологы, 1973—1974 йылдарҙа — Туймазы геологик эҙләнеүҙәр контораһының өлкән геологы, 1974—1980 йылдарҙа Краснохолмский быраулау эштәре идаралығында смена начальнигы, геология бүлеге начальнигы урынбаҫары, 1980—1987 йылдарҙа — “Башнефть” производство берекмәһенең Туймазы геологик эҙләнеүҙәр контораһында баш геолог; 1987 йылдан башлап “Башгеопроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең лаборатория мөдире, 1988 йылдан — бүлек мөдире, 2002 йылдан — бүлек начальнигы, 2004 йылдан — сектор мөдире, 2006 йылдан — бүлек начальнигы, 2010 йылдан «“Башнефть” нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә бүлек начальнигы.
Мәсәғүтовтың докторлыҡ диссертацияһының темаһы: «Литолого-стратиграфическая характеристика и палеогеография позднего докембрия Башкирского Приуралья» (2002).
Мәсәғүтовтың ғилми эшмәкәрлек даирәһе: республикалағы платформа өлөшөнөң геологик төҙөлөшөн өйрәнеү, башҡорт көмбәҙендә нефткә һәм газға геологик разведка үткәреү. Ул һуң кембрий алдының нефтле ҡатламдарына литологик‑стратиграфик тасуирлама бирә, “тармаҡ рәүешендәге” углеводород ятҡылыҡтарын, ултырмаларҙан һуң барлыҡҡа килгән һәм грабенға оҡшаш бөгөлдәр м‑н бәйле булған ятҡылыҡтарҙы эҙләү һәм разведкалау методикаһын эшләй. Илеш нефть ятҡылығын аса. Арҙат, Ахта, В.С.Афанасьев исемендәге, Згурицкий, Знаменка, Көнгәк, Ҡалъян, Нарат, Туҙлыҡыуыш һәм башҡа нефть ятҡылыҡтарын разведкалауҙы ойоштороусыларҙың береһе.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсәғүтов Рим Хәким улы — 210 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 3 монография авторы.
Масагутов Р.Х., Иванов Д.И., Дьяконова О.Б. Литологическая и промыслово-геофизическая характеристика приютовской свиты верхнего рифея Юрюзано-Сылвенской депрессии// Проблемы геологии, геофизики, бурения и добычи нефти /Сб. статей аспирантов и молодых спец. — Уфа, 2004. — С. 25—32.
Масагутов Р.Х., Иванова Т.В., Дьяконова О.Б., Иванов Д.И. Верхний протерозой параметрической скв. 1 Восточно-Аскинской/ Геология, геофизика и разработка нефтяных и газовых месторождений. №1, 2006. — С. 30—37.
Масагутов Р.Х., Иванова Т.В., Лозин Е.В., Дьяконова О.Б., Иванов Д.И. Сопоставление разрезов рифея Камско-Бельской грабеновой впадины/ Мат-лы VI межрегиональной науч.-практ. конф. Уфа, март, 2006. — С.51.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урал тау премияһы лауреаты (1997)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (2000)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы таусыһы (2011)
- Ятҡылыҡты беренсе асыусы (2013)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған геологы (2017).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Академия Наук Республики Башкортостан - Масагутов Рим Хакимович . Дата обращения: 2 февраль 2013. Архивировано 13 февраль 2013 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәсәғүтов Рим Хәким улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 август 2021)
- Энциклопедия Урала 2022 йыл 30 март архивланған.