Мөкминова Бағбостан Вилдан ҡыҙы
Бағбостан Вилдан ҡыҙы Мөкминова | |
Дин: | |
---|---|
Титул: |
мөғәллимә |
Тыуыу выҡыты: | |
Тыуған урыны: |
Мәндей ауылы, Минзәлә өйәҙе, Өфө губернаһы |
Үлеү ваҡыты: | |
Вафат булған урыны: | |
Ил: |
Бағбостан Вилдан ҡыҙы Мөкминова (1884—1963) — педагог, «Бағбостаниә» мәҙрәсәһе мөҙәрисе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөкминова Бағбостан Вилдан ҡыҙы 1884 йылда Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙенең (хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районынының) Мәндей ауылында тыуған.
Атаһы вафат булғас, ғаиләһе менән Ырымбур ҡалаһына күсә һәм бында тәүге донъяуи мосолман уҡыу йортон — Фатима Әҙеһәмова мәктәбен тамамлай. 1908 йылда Ырымбурҙың Балтенков тыҡрығында (хәҙ. Трофимов тыҡрығында) Спицын йортонда ире Ғ. Ғ. Мөкминов һәм мөғәллимә Ф. Әҙеһәмова менән берлектә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн башланғыс яңы ысуллы мәктәп аса. Бында уҡыу курсының дауамлығы ике йыл булып, уға ислам тәғлимәте, рус һәм төрки телдәре, арифметика һәм ҡул эше инә. Әммә ҡәҙимселәр ваҡытлы баҫмаларҙа тәнҡит мәҡәләләре баҫтырып, мәктәптең эшмәкәрлеген тотҡарлайҙар. Һөҙөмтәлә уҡыу йортонда тикшереүҙәр була һәм Мөкминованы рәсми булмаған педагогик эшмәкәрлек алып барыуҙа ғәйепләйҙәр.
1913 йылда Бағбостан Өфөгә бара, һәм Ырымбур мосолман диниә назаратына мөғәллимә вазифаһына имтихандар биреүҙе һорап, мөрәжәғәт итә, таныҡлыҡ алыуға ирешә. Артабан Ырымбурға ҡайтып, мәктәптә уҡыу ваҡытын 7 йылға (3 йыл — ибтидаи һәм 4 йыл — рушди) оҙонайта. Дәрестәр ике циклға — дини һәм дөйөм белем биреүгә бүленгән.
1914 йылда Бағбостан Мөкминова педагогик тәжрибә алымдарын йыйыу ниәте менән Ғосман империяһына килә, бында төрлө уҡыу йорттарына, музейҙарға, китапханаларға бара, имтихандарҙа була, ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте вәкилдәре менән осраша. Шул уҡ йылдың аҙағында меценаттар ярҙамында мәктәпкә үҙ бинаһы һатып алына. Ә 1915 йылда Мөкминова 20 кешегә һаналған пансион аса, мәктәбенең шәкерттәренә бында йәшәү хаҡы уҡыуы менән бергә айына — 25 һум, ә башҡа уҡыу йорттары ҡыҙҙары өсөн 20 һум тәшкил итә.
1915 йылда «Бағбостаниә» мәҙрәсәһендә 120 уҡыусы иҫәпләнгән, курсты 10 кеше тамамлаған һәм яңынан 30 кеше алынған. Уҡыу йортоноң 5 мөғәллимәһенең икеһе — гимназияла, ә ҡалғандары мәҙрәсәлә белем алғандар. 1916 йылда уҡыу программаһына өҫтәмә рәүештә тарих, география һәм тәбиғәтте өйрәнеү фәндәре индерелә[1].
Бағбостан Мөкминова тәҡдиме буйынса, 1917 йылдың 20 майынан 20 июленә тиклем Ырымбур губернаһы һәм өйәҙ земстволары тарафынан Ҡабан ауылында мосолман мөғәллимәләре өсөн методик-педагогик курстар ойошторола, уның менән С. Ҡ. Шакулова етәкселек итә. Был курстарға төрлө төбәктәрҙән, шул иҫәптән Урта Азиянан, Себерҙән һәм Маньчжуриянан, яҡынса 250 тыңлаусы килә. Курстар программаһына ислам тәғлимәте, арифметика, тәбиғәтте өйрәнеү, география, һынлы сәнғәт, методика, дидактика, йәмғиәтте өйрәнеү, гигиена, гимнастика һ. б. инә[1].
1917 йылдың 1 октябренән «Бағбостаниә» мәҙрәсәһе ҡала аҫрауына күсеп, Мөкминова уның етәксеһе булып ҡала. 1908 йылдан 1918 йылға тиклем уҡыу йортонда 1212 ҡыҙ белем ала, уларҙың 149 мәҙрәсә һәм мәктәптәрҙә мөғәллимә булып эшләгәндәр[1].
Совет власы осоронда Бағбостан Мөкминова репрессияға дусар була һәм оҙаҡ йылдарға иркенән мәхрүм ителә. Иреккә сыҡҡас, Өфөлә йәшәй[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Денисов Д. Н. Мукминова Багбостан. // Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: «Медина», 2009. — С. 217. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Денисов Д. Н. Мукминова Багбостан. // Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: «Медина», 2009. — С. 217. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.