Мөхитдинова Әминә Фәсәх ҡыҙы
Мөхитдинова Әминә Фәсәх ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 6 сентябрь 1893 |
Тыуған урыны | Ҡазан, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 декабрь 1944[1] (51 йәш) |
Вафат булған урыны | Енисейск[d], Красноярск крайы, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Енисейск[d][1] |
Хәләл ефете | Госман Диваев[d] |
Һөнәр төрө | юрист, сәйәсмән |
Эш урыны |
Мусульманский социалистический комитет[d][1] Центральный мусульманский комиссариат[d][1] Министерство юстиции Республики Татарстан[d][1] Министерство образования и науки Республики Татарстан[d][1] КПСС Үҙәк комитеты[1] Академический центр[d] |
Уҡыу йорто |
Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты[1] Мариинская женская гимназия[d][1] Ҡыҙыл профессура институты[d][1] |
Ҡатнашыусы | Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы[1], Сталин репрессиялары[1] һәм Q65300163?[1] |
Ойошма ағзаһы | Национальный меджлис[d][1], Татарский областной комитет КПСС[d][1] һәм Рәсәй Федерацияһының Юғары суды[1] |
Мөхитдинова Әминә Фәсәх ҡыҙы (татар. Әминә Мөхетдинова; 6 сентябрь 1893 йыл, Ҡазан — 26 декабрь 1944 йыл, Енисейск) — юрист, СССР-ҙың сәйәси эшмәкәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әминә Фәссәх ҡыҙы Мөхитдинова 1893 йылдың 6 сентәбрендә Ҡазанда мулла ғаиләһендә тыуған. Гимназияны алтын миҙалға тамамлағандан һуң Ҡазан университетының юридик факультетына уҡырға инә.
Ҡазан университетын 1919 йылда уңышлы тамамлай һәм аспирантураға тәҡдим ителә. Тик Октябрь революцияһы башланып китә һәм Әминәнең яҙмышы ҡырҡа үҙгәрә. Ул Коммунистар партияһы афына инә һәм татар революционеры МулланурВахитов менән хеҙмәттәшлек итә башлай, Мәскәүҙә һәм Ҡазанда татар ҡатын-ҡыҙҙары съезында әүҙем ҡатнаша.[2]
1991 йылда Ҡазанда мосолман команда пехота курстарында өлкән политрук булып тәғәйенләнә.
1920 йылда Татар АССР-ы юстицияһында халыҡ комиссары булып эшләй. 1922 йылда Семферополь ҡала һәм өлкә ревтрибуналында өлкән прокурор булып эшләй, Крым ресубликаһының баш судының прокурор урынбаҫары була.
1928—1930 йылдарҙа РСФСР юғары суды коллегияһы ағзаһы.
1936 йылда Әминә бик ныҡ сирлә, Кремель больницаһында оҙаҡ ваҡыт дауаланғандан һуң, 43 йәштә инвалидлыҡ буйынса пенсия тәғәйенләнә.
1938 йылдаң 20 майында «Идель-Урал» ойошмаһы эше буйынса репрессиялана.
Мөхитдинова Әминә Фәсәх ҡыҙы 1944 йылдың 26 декабрендә сабыртмалы тифтан вафат була. Уны туғандары булмаған кеүек билдәһеҙ ҡәберҙә ерләйҙәр. [2]
Үлгәндән һуң аҡлана.[3]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татарский энциклопедический словарь. -Казань. Институт татарской энциклопедии АН РТ. - 703с. илл.ISBN 0-9530650-3-0