Мөхәммәдов Шәкир Мөхәммәтша улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Шакир Мөхәммәтша улы
Мөхәммәдов
татар. Шaкир Мөхәммәтша улы Мөхәммәдов
Тыуған көнө:

20 май 1865({{padleft:1865|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны:

Быуа ҡалаһы

Вафат булған көнө:

10 ноябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (58 йәш)

Вафат булған урыны:

Ырымбур ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Мөхәммәдов Шәкир Мөхәммәтша улы (татар. Шaкир Мөхәммәтша улы Мөхәммәдов; 20 май 1865 йыл — 10 ноябрь 1923 йыл) — татар яҙыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шакир Мөхәммәтша улы Мөхәммәдов 1865 йылдың 20 майында Быуа ҡалаһында тыуған. 14 йәшенә тиклем Быуала Нурғали Хәсәнов мәҙрәсәһендә уҡый.

Тормош ауырлығы уны иртә эшләп тамаҡ туйҙырырға мәжбүр итә. Ул, уҡыуын ташлап, Ырымбур ҡалаһында хеҙмәтсе малай булып көн күрә. Шул уҡ ваҡытта белемен күтәреү өҫтендә эшләй, русса уҡырға-яҙырга өйрәнә.

Шакир Мөхәммәдов 1900 йылда Маньчжурияға барып сыға. Унда байҙарҙа приказчик булып эшләй, буш ваҡытында үҙенең ҡәләм кеүәтен һынап ҡарый. Уның беренсе әҫәре «Җәһаләт, яки яхуд Галиәкбәр агай» 1901 йылда Ҡазанда баҫылып сыға. Әҫәрҙә төп герой Ғәлиәҡбәр ағайҙың выҗданһыҙлығы, наҙанлығы, хәйләкәрлеге тәнҡитләнә. Шул йылдарҙан Шакир Мөхәммәдовтың сатираһы, публицистик мәҡәләләре нәшер ителә башлай. Улар араһында иң атаҡлыһы «Япон һуғышы, йәки Доброволе Батырғәли ағай» исемле сатирик повесы тора. Әлеге әсәрҙе XX быуат башы татар реалистик әҙәбиәтенең классик үрнәге тип һанарға мөмкин.

Яҙыусы 1923 йылда вафат була.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]