Мөхәммәт Мырҙа
Мөхәммәт Мырҙа | |
рус. Мирза, Мухаммат | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 ғинуар 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Чалманарат, Аҡтаныш районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Яҙма әҫәрҙәр теле | татар теле |
Һөнәр төрө | мөхәррир, шағир, публицист, әҙәби тәнҡитсе |
Уҡыу йорто | Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты[d] |
Жанр | шиғриәт |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мөхәммәт Мырҙа Викимилектә |
Мөхәммәт Мырҙа, ысын исеме Илфаҡ Мырҙамөхәмәт улы Ибраһимов — татар шағиры, Татарстан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе (2005-2012). 2012-2013 йылдарҙа «Ысын мираҫ» (хәҙерге «Беҙҙең мираҫ») журналының, 2014-2017 йылдарҙа «Ҡазан уттары» журналының баш мөхәррире.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1952 йылдың 3 декабрендә (рәсми документтарҙа — 1953 йылдың 3 ғинуары) Татар АССР-ының Аҡтаныш районы Чалманарат ауылында тыуған.
Һигеҙ йыллыҡ белемде тыуған ауылында, урта белемде күрше Таҡталасыҡ ауылы мәктәбендә ала. 1970 йылдан Чалманарат клубы мөдире булып эшләй. 1971—1975 йылдарҙа —[Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтының театр сәнғәте-режиссура бүлеге студенты. Институтты тамамлап, 1976—1977 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡас, Аҡтанышта урындағы радиотапшырыуҙар ойоштороусы һәм мөхәррир, 1979— 1984 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Аҡтаныш район комитетының беренсе секретары булып эшләй.
1984—1996 йылдарҙа Аҡтаныш районы эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары һәм 1998 йылдан 2001 йылға тиклем Аҡтаныш район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире була. 2001 йылдан — Татарстан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары, 2005 йылда Республика Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе итеп һайлана.
Әҙәби ижад эшенә Мөхәммәт Мырҙа мәктәп йылдарынан уҡ тартыла. Әҙәбиәттең, был осраҡта татар шиғриәтенең оло майҙанына ул үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында килеп инә. Ул — күп кенә лирик шиғырҙар, йырҙар, поэмалар, хикәйәләр, әҙәби тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр авторы. Шулай ҙа төп ижад өлкәһе — шиғриәт. Ул — классик Шәреҡ поэзияһы традицияларында ижад ителгән фәлсәфәүи, фәлсәфәүи-лирик, эпик йөкмәткеле әҫәрҙәр тарафдары. Уның татар поэзияһында һуңғы ваҡытта онотолоп торған шиғри формаларға мөрәжәғәт итеүе һәм был юлдағы уңышлы ижад өлгөләре, ҡыйыу тәжрибәләре етди иғтибарға лайыҡ. Ул — ҡыҫҡа шиғырҙар, дүртюллыҡтар, ғәзәлдәр, робағиҙар оҫтаһы. Уның был төр шиғри фәлсәфәүи әҫәрҙәре фәлсәфәүи фекеренең тәрәнлеге, теленең байлығы һәм үткерлеге, халыҡсан образлылығы менән айырылып тора. Әҙәби тәнҡиттең дөйөм фекеренсә, Мөхәммәт Мырҙа — замандың, осорҙоң ҡатмарлы халәте-торошон, ғәмен-һулышын нескә тойоп, күңеле аша үткәреп, фәлсәфәүи фекерҙәр иретелгән, афоризм дәрәжәһенә етеп сарланған шиғри телле, ихлас, эскерһеҙ хистәр шағиры.
Мөхәммәт Мырҙа эпик жанр әҫәрҙәре — поэмалар ижад итеүҙә лә әүҙем эшләй. Уның «Әсәйҙе һағыныу», «Ағиҙелдә аҡ пароход», «Турашыр», «Беҙ бабайҙарһыҙ үҫтек», «Һабантуй» һәм башҡа поэмалары халыҡ, ил, кеше яҙмыштарын тәрән психологик тойғо-кисерештәр, образлы тел-һүрәтләүҙәр аша сәнғәти юғарылыҡта кәүҙәләндереүе менән һоҡландыра. Шағирҙың «Әсәйҙе һағыныу» поэмаһы буйынса республика телевидениеһында, ә «Ағиҙелдә аҡ пароход» поэмаһы буйынса республика радиоһында махсус тапшырыу-композициялар эшләнде. Мөхәммәт Мырҙаның лирик шиғырҙарына өс тиҫтәгә яҡын йыр ижад ителгән.
Мөхәммәт Мырҙа татар әҙәбиәтен, мәҙәниәтен һәм сәнғәтен әүҙем пропагандалаусы күренекле шәхес булараҡ та күптәргә билдәле. 1987 йылда ул Аҡтаныш районында «Ағиҙел тулҡындары» исемле әҙәби ижад берләшмәһен яңынан йәнәндереп ебәрә, 1991—2002 йылдарҙа был берләшмәгә етәкселек итә. 1996 йылда Татарстан китап нәшриәте был берләшмә ағзалары әҫәрҙәренән төҙөлгән «Ағиҙел тулҡындары» исемле ҙур күләмле йыйынтыҡ баҫтырып сығара. Һуңғараҡ берләшмә ағзаларынан ун ике авторҙың төрлө нәшриәттәрҙә ун алты исемдә китаптары донъя күрә. Һуңғы ун-ун биш йыл эсендә әҙәби берләшмәлә ижад сынығыуы алған егермеләп егет һәм ҡыҙ әҙәбиәт-сәнғәт өлкәһендә ныҡлап үҙ урынын тапты, ике кеше Татарстан Республикаһы Яҙыусылар берлегенә ағза итеп алынды.
Мөхәммәт Мырҙа — республикала үҙ әҫәрҙәрен һәм татар шағирҙарының әҫәрҙәрен сәхнәнән уҡыусы нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ та абруй ҡаҙанған шәхес. Ул әҙерләгән сценарийҙар буйынса һәм уның үҙ башҡарыуында Татарстан радиоһы һәм телевидениеһында тиҫтәләгән әҙәби-нәфис тапшырыуҙар ойошторолдо. Ул республиканың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша, милли сәнғәтте үҫтереү йүнәлешендә яңы проекттар, программалар төҙөгәндә үҙенең эшлекле тәҡдимдәре менән ярҙам итә, халҡының традицион йолаларын, байрамдарын кире ҡайтарыу, республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәр менәнмәҙәни бәйләгнештәр урынлаштырыу, мәғрифәтселекте үҫтереү кеүек эштәрҙә үҙенән һөҙөмтәле өлөш индерә.
- 1995 йылдан бирле Мөхәммәт Мырҙа Татарстан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, 2005 йылдан берлек рәйесе.
- 2012-2013 йылдарҙа «Ысын мираҫ» (хәҙерге «Беҙҙең мираҫ») журналының баш мөхәррире.
- 2014-2017 йылдарҙа «Ҡазан уттары» журналының баш мөхәррире.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кәкүк тауышын һананым: Шиғырҙар һәм поэма.— Ҡазан: Татар. китап нәшр., 1994.-111 б.-2000.
- Турашыр: Шиғырҙар, поэмалар.— Ҡазан: Татар. китап нәшр., 1998.— 175 б.-2000.
- Ҡырағай ҡаҙ юлында: Шиғырҙар, ғәзәлдәр, поэмалар.— Ҡазан: Татар. китап нәшр., 2003.-304 б.-2000.
Библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Минғәлим Р. «Кемгә кәрәк беҙ был ҡиәфәттә…»//«Кәкүк тауышын һананым» китабына инеш һүҙ.— Ҡазан: Татар. кит. нәшр., 1994. Шағирйән Л. Шағир булаһың килһә — бул!//Ҡазан уттары.— 1997.— № 11.— 148—164 б. Ғилманов Г. Юл һәм һағыш шағиры//Мәҙәни йома.— 1999.— 12 февр. Әғләм М. Ғүмеренең йәйге сағы//Ҡазан уттары.— 2003.— № 1.— 106—1076. Вәлиев М. Нескә хистәр, көслө хистәр// «Ҡырағай ҡаҙ юлында» китабына инеш һүҙ.— Ҡазан: Татар. китап нәшр., 2003. Аҡмал Н. Шиғырҙы һағыныу // Ҡазан уттары.— 2003.— № 11.— 139—1456. Юнысова А. Уйсан шиғырҙар//Ватаным Татарстан.— 2003.— 14 ноябрь.