Мөхәмәтйәров Альфред Муллағәли улы
Мөхәмәтйәров Альфред Муллағәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 ғинуар 1935 (89 йәш) |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Мөхәмәтйәров Альфред Муллағәли улы (23 ғинуар 1935 йыл) — иҡтисадсы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1984), профессор (1985), Башҡортостан Республикаһының атҡанған фән эшмәкәре (1997).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Альфред Муллағәли улы Мөхәмәтйәров[1] 1935 йылдың 23 ғинуарында БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуа.
1957 йылда Өфө авиация институтын тамамлай һәм Өфөләге «100‑сө почта йәшниге» предприятиеһында конструктор булып эшләй, 1962—63 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү заводы мастеры, инженеры.
1963—1966 йылдарҙа аспирантурала уҡый. Кандидатлыҡ диссертацияһын Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтында 1968 йылда яҡлай.
1966 йылдан башлап Мәскәүҙә Бөтә Союз пленка материалдары ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире булып эшләй. Докторлыҡ диссертацияһын шулай уҡ Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтында 1984 йылда яҡлай.
1974 йылдан Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтында өлкән уҡытыусы, доцент, профессор була. 1987 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетында эшләй (2003 йылға тиклем финанс һәм иҡтисади анализ кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта 2005—11 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры һәм 1992—97 йылдарҙа Социаль иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында директор урынбаҫары була.
Мөхәмәтйәровтың ғилми эшмәкәрлек даирәһе: сәнәғәт продукцияһын яңыртыу мәсьәләләре; производствоның структураһын үҙгәртеп ҡороу; ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәрен ойоштороу; инновация процесына идара итеү; төбәктең һәм тармаҡтың ғилми потенциалы; милекте һәм бизнесты баһалау; инновацион менеджмент.
Мөхәмәтйәровтың уҡыусылары араһында 30-лап фән докторы һәм фән кандидаты бар.
Мөхәмәтйәров — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең төбәк докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау советы рәйесе урынбаҫары, Халыҡ-ара фән һәм белем биреү буйынса славян академияһы мөхбир ағзаһы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәмәтйәров Альфред Муллағәли улы — 150 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 12 монография авторы.
НПО. Формирование, развитие, эффективность. М.: Экономика, 1981.
Совершенствование хозяйственного расчета в НИИ, КБ. Уфа: Башкнигоиздат, 1984.
Научный потенциал: формирование, структура, эффективность. Уфа: УГАТУ, 2000.
Экономическая энциклопедия регионов России (Республика Башкортостан). М.: Экономика, 2004 (соавтор).
Разработка, внедрение и эксплуатация новой техники. — М.: Московский рабочий, 1979;
Формирование, развитие, эффективность. — М.: Экономика, 1981;
Совершенствование хозяйственного расчета в научно- технических организациях. — Уфа: Башкнигоиздат, 1984;
Хозрасчет и самоуправление коллектива. — М.: Профиздат, 1988.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Академия Наук Республики Башкортостан - Мухамедьяров Альфред Муллагалиевич . Дата обращения: 31 ғинуар 2013. Архивировано 6 февраль 2013 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәмәтйәров Альфред Муллағәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2020)
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 23 ғинуарҙа тыуғандар
- 1935 йылда тыуғандар
- Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Иҡтисад фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса иҡтисадсылар