Эстәлеккә күсергә

Мөхәмәтрәхимов Хәлил хәҙрәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Мөхәмәтрәхимов Хәлил Мөхәмәтрәхим улы (1863—1927) — дин әһеле.

Мөхәмәтрәхимов Хәлил Мөхәмәтрәхим улы (Мөҙәрис Хәлиулла бине Мөхәммәтрәхим бине Ибраһим әл-Бөрйәни)[1] Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Беренсе Бөрйән улысы[1].(хәҙерге Баймаҡ районы) Түбәнге Таулыҡай ауылында 1863 йылда тыуған.

Ун айлыҡ сағында атаһынан етем ҡалып, олатаһы тәрбиәһендә үҫә. Бала саҡтан нужаны, фәҡирлекте татып үҫеүгә ҡарамаҫтан, заманына күрә яҡшы белем ала.

Башта ул Ғабдулла ишандың мәҙрәсәһендә уҡый, үҫмер егеттең Ҡөрьәнде бик теүәл, матур уҡыуын ишетеп, Иҙрис ауылының өйәҙ ахуны Мәхмүт хәҙрәттең улы Фазулла хәлфә, хайран ҡала: «Һиңә элек асылмаған бик юғары, бөйөк белем хасил булдымы? Бик белеп уҡыйһың», — тигән[1]. Уҡырға теләк ҙур булһа ла, ашау яғы бик наҡыҫ була, яңғыҙ үҙенә бер ҡара тимер сәйнүкте мейескә ултыртып, көнөнә ике мәртәбә генә туҡланыр булған. 15-16 йәшендә Зәйнулла хәҙрәттең Костроманан Троицкиға ҡайтканын ишеткәс, уның ғилемен алырға ниәтләнә. Бер нисә йыл төрлө мәҙрәсәләрҙә белем алып, Вәлит ауылынан Ғатаулла хажи-ишандың һәм Муллаҡай ауылынан Ғабдулла улы Сәйет хәҙрәттең фатихаһы менән 1885 йылда Зәйнулла ишандың «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә һәм 1894 йылда тыуған ауылы Түбәнге Таулыҡайға ҡайта[1].

Ауылына ҡайтҡан саҡта уға 31 йәш була. Ауылда уны имам-хатип итеп һайлайҙар, барыһы ла уны ихтирам итеп, ярҙам күрһәтә. Ғаиләһе өсөн йорт төҙөйҙәр, Жийәс ырыуы ҡаҙағы Имамбай Дусмөхәмәт улы һәм ауылдың Нурмөхәмәт исемле байы ярҙамы менән ашхана һәм мәҙрәсә төҙөлә, ауылдаштары ике манаралы мәсет күтәртеп ҡуя. Иман йортона «Иманистә» тигән исем бирәләр[1].

Мәҙрәсә эргә-тирәлә бик маҡтаулы була, яҡын-тирә ауылдарҙан, хатта күрше төбәктәрҙән ҡаҙаҡтар килеп уҡый. Үҙ ваҡытында белем алған шәкерттәрҙең дөйөм һаны 200 — 250-гә барып еткән. Хәлил хәҙрәт үҙе балаларҙы уҡыта, дини эштәр менән шөғөлләнә.

Хәлил хәҙрәттең ғәҙәти булмаған һәләттәргә эйә булыуы тураһында халыҡта хәтирәләр әле лә йәшәй. Был һәләттәрен ул табибсылыҡ өлкәһендә уңышлы ҡуллана, сөнки ен-зәхмәт ҡағылыу, сихыр, күҙ тейеү, ҡуянсыҡ һымаҡ ауырыуҙар менән йонсоған кешеләрҙе дауалай. Хәлил хәҙрәт матбуғатта ла яҙышҡан, «Әүлиәләрҙе аҙғындар хурлауынан яҡлау» исемле 112 битлек китап нәшер иткән, шиғырҙар ҙа яҙыуы билдәле[1].

Хәлил хәҙрәт күренекле шәхестәр менән таныш була: улар араһында Зәйнулла ишан, Һибәтулла хәҙрәт, Баймаҡ районы Муллаҡай ауылы мәҙрәсәһенең баш имамы Ғабдулла хәҙрәт (әл-Шәйх Ғабдулла ибне әл-Шәйехсәйет), Таулыҡай ауылы мәҙрәсәһе имамы мулла Әхмәтша хәҙрәт, дин әһеле Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдинов. Мөхәмәтрәхимов Хәлил хәҙрәт илдәге ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына, ул — 1919 йылдар тирәһендә Зәки Вәлиди, Дума депутаты Шәһишәриф Мәтинов, шағир Шәйехзада Бабич менән аралашҡан кеше, билгеле шәхестәр уға килеп киткәндәр, улар хөрмәтенә Хәлил хәҙрәт ҙур мәжлес ойошторған.

1927 йылдың май айында, 54 йәшендә, донъя ҡуя. Баймаҡ районы Түбәнге Таулыҡай ауылында ерләнгән.

  • Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.