Эстәлеккә күсергә

Мөхәмәтхәй (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мөхәмәтхәй исем битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент юҡ

Мөхәмәтхәй — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Мөхәмәтхәй исеме башҡорт телендә маҡтауға лайыҡ тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].


Әхмәтов Мөхәмәтхәй Әхмәт улы (25 ғинуар 1942 йыл БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Алағуз ауылы. — 17.11.1995, Өфө), тел белгесе. Филология фәндәре кандиданты.доцент (1970). БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965—67 йылдарҙа Ҡыйғы районы Алағуз урта мәктәбенең уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире. 1970 йылдан алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре орхон‑йәнәсәй ҡомартҡылары телен башҡорт теле менән сағыштырып өйрәнеүгә, башҡорт һәм башҡа төрки телдәрҙең һүҙ төркөмдәре тарихын тикшереүгә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хафизов Мөхәмәтхәй Тимербай улы (1927—5.10.2012), хужалыҡ эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Мәләкәҫ ауылынан.

Мөхәмәтхәй Ғөзәйеров (?—1919) . Һөләймән ауылында (рус. Сулейманово) — Башҡортостандың Мәсетле районында .Башҡортостан автономияһының Ҡошсо кантоны башҡарма комитеты рәйесе (1918), волость судьяһы (1919).

Ғимранов Рәмил Мөхәмәтхәй улы-(Ғимрани) 1955 йылдың 31 мартында Өфө ҡалаһында тыуған. Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, Ғафури районы Почетлы гражданы, композитор.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ