Мөғжизә
Мөғжизә | |
Не обладает свойством | explainability[d] |
---|---|
Мөғжизә Викимилектә |
Мөғжизә йәки кәрәмәт рус. - ғилми ҡанундар менән аңлатыла алмаған һәм илаһи көстәр тарафынан булдырылған, һәм шуға инанған кешеләр өсөн ғәжәп йәки мөғжизәле ваҡиға[1].
Мөғжизәләрҙе инҡар итеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Материализм, пантеизм, деизм кеүек донъяға фәлсәфәүи ҡараш күҙлегенән ҡарағанда мөғжизәне күҙ алдына ла килтереп булмай.
Риүәйәт сығанаҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер нисә мөғжизәнең сығанағы булып торған тарихтар боронғо легендаларҙың яңы версиялары булып күренә. Ибраһим утҡа ырғытыла һәм ут уны яндырмай. Кәрзингә һалып ҡалдырылған сабый Мусаны батша һарайына алып баралар. Уның таяғы Нил йылғаһына бәрелгәс, һыу ҡыҙыл төҫкә инә[2].
Ғайса ғиффәтле әсәһенән тыуған, үлгәндән һуң терелтелгән. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Миғраж мөғжизәһенә, ожмахты һәм тамуҡты күреүгә юлығыуы, Аллаһ менән һөйләшеүе боронғо мәҙәниәттәрҙәге мөғжизәләр осраған хикәйәләрҙә ҡабатланыуҙары хас.
Исламда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам әҙәбиәтендә пәйғәмбәрҙәргә генә хас ғәҙәттән тыш хәлде мөғжизә тип атайҙар. Пәйғәмбәргә үәхи килгәнгә тиклем, йәғни пәйғәмбәр итеп тәғәйенләнгәнгә тиклем, башлаған ғәҙәттән тыш хәлдәр кәрәмәт тип атала . Кафырҙар йәки тәҡүә булмаған кешеләр мөғжизә күрһәтһә, быны сихыр, истидрәж йәки мәкер тип атайҙар. Бик тәҡүә кешеләр кәрәмәткә эйә булыуы мөмкин, быны бер нисә хәҙис һәм Ҡөрьән аяттары иҫбатлай[3]
Мөхәммәт Пәғәмбәр Айҙы ҡул хәрәкәте менән икегә бүлеүе кеүек ваҡиғаларҙы исламда мөғжизә концепцияһының миҫалы итеп килтерергә мөмкин ([4]).
Христианлыҡта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Библияла Муса, Ҡыҙыл диңгеҙ аша юл ярып, бәни исраилде ҡотҡара. Ғайса Мәсих терелә, уның мөғжизәләре күп бул, мәҫәлән, һуҡырҙар күрә башлаған һ.б. Христиандарҙың тәғлимәтенә ярашлы, мөғжизә хатта иң ышандырырлыҡ осраҡтарҙа ла һаҡсыл ҡараш талап итә. Ғайса Мәсих мөғжизәләргә һәм хикмәттәргә ышаныу хаҡында Инжилдә (Мф. 12:38—39) киҫәткән. Күрәҙәләргә, сихырға һәм дауалаусыларға ышаныу Иҫке Ғәһедтә хөкөм ителгән (Втор. 18:10—14)[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ислам мифологияһы
- Кәрәмәт
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мөғжизә / С. С. Аверинцев // Новая философская энциклопедия : в 4 т. / пред. науч.-ред. совета В. С. Стёпин. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Мысль, 2010. — 2816 с.
- ↑ [1] Arif tekin, Sümerlerden İslam’a Kutsal Kitaplar ve Dinler
- ↑ мәҫ. Әлү Ғимран 3:37
- ↑ Ҡөрьән, «Ҡәмәр» сүрәһе
- ↑ Чудо // «Азбука веры»