Эстәлеккә күсергә

Мөҙәрисов Салауат Ғүмәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөҙәрисов Салауат Ғүмәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 июль 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (55 йәш)
Тыуған урыны Йәрмөхәмәт (Туймазы районы), Ҡандра ауыл советы, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Мөҙәрисов Салауат Ғүмәр улы ( 29 июль 1969 йыл) — Рәсәй ғалимы, үҫемлекселекте механизациялау өлкәһендә ғилми мәктәп етәксеһе. Техник фәндәре докторы (2007), профессор (2011)[1], Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығы машиналары кафедраһы мөдире (1997 йылдан) Башҡортостан республикаһы фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2018).

Салауат Ғүмәр улы Мөҙәрисов 1969 йылдың 29 июлендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Йәрмөхәмәт ауылында тыуа[1]

  • 1986 йылда БАССР-ҙың Туймазы районы Йәрмөхәмәт урта мәктәбен тамамлай.
  • 1986—1992 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау факультеты студенты.
  • 1988—89 йылдарҙа Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итә.
  • 1992—93 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы дәүләт тоҡомсолоҡ заводының контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика инженеры
  • 1993—96 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығы машиналары кафедраһы аспиранты.
  • 1996—97 йылдарҙа ассистент, информатика һәм фәнни тикшеренеүҙәр нигеҙҙәре кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы урынбаҫары.
  • 1996 йылда техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, 05.20.01 — технологиялар һәм ауыл хужалығын механизациялау саралары һөнәре буйынса «Совершенствование конструкции и управление качеством работы почвообрабатывающих дисковых орудий в целях повышения их эффективности» темаһына диссертация яҡлай.
  • 1997—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты ауыл хужалығы машиналары кафедраһы мөдире.
  • 2002—2005 йылдарҙа Силәбе дәүләт агроинженерия университетының тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары кафедраһы докторанты.
  • 2007 йылда техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, 05.20.01 — технологиялар һәм ауыл хужалығын механизациялау саралары һөнәре буйынса «Повышение качества обработки почвы путем совершенствования рабочих органов машин на основе моделирования технологического процесса» темаһына диссертация яҡлай.
  • 2006—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының һыҙма геометрия һәм графика кафедраһы мөдире.
  • 2008 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетының төҙөлөш-юл, коммуналь һәм ауыл хужалығы машиналары кафедраһы мөдире.
  • 2018 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы агро — һәм биотехнологиялар бүлегенең мөхбир ағзаһы итеп һайлана[2].

Ғалим, педагог һәм практиктың эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Салауат Ғүмәр улының уҡытыу дисциплиналары: Ауыл хужалығын механизациялау технологиялары һәм саралары, Технологик процестарҙың моделдәр, Ауыл хужалығы машиналарын проектлау теорияһы һәм нигеҙҙәр, Агроинженерияла моделләү, Агросәнәғәт комплексында технологик процестарҙы механизациялауҙың теоретик нигеҙҙәре[3] С.Ғ.Мөҙәрисов «Ауыл хужалығы машиналарының эш процестарын тикшереү, үҫемлекселектең механизацияланған технологик процестарының моделдәрен әҙерләү» фәнни мәктәбенең етәксе булып тора. Мөҙәрисов Салауат Ғүмәр улының фәнни тикшеренеүҙәре ауыл хужалығы машиналары эшенең сифатын технологик процестың моделен әҙерләү нигеҙендә камиллаштырыу юлы менән күтәреүгә йүнәлтелгән. Мөҙәрисов С. Ғ. тарафынан түбәндәге төп ғилми һөҙөмтәләргә өлгәшә:

  • Эшсе органдарҙың тупраҡ менән үҙ-ара тәьҫир итешеү процесының тотош мөхит динамикаһы тигеҙләмәләре системаһы һәм эшкәртеү процесында тупраҡ ҡатламы тығыҙлығының үҙгәреүе рәүешендә моделе тәүге тапҡыр эшләнә.
  • ер эшкәртеү, сәсеү, ашламалар индереү, үҫемлектәрҙе химик һаҡлау өсөн эшкәртелә торған материалдарҙың башланғыс торошона бәйле технологик процесты башҡарыуҙың талап ителгән сифатын алырға мөмкинлек биргән машиналар эшләнгән;
  • Иген сәскестәренең пневматик системалары, иген таҙартыу машиналары, ике фазалы «газ - ҡаты киҫәксәләр» мөхиттәр динамикаһы тигеҙләмәләре нигеҙендә үҫемлектәрҙе химик һаҡлау машиналары эшенең математик моделдәре эшләнгән.
  • Инженер иҫәбен алыуҙың ғәмәли компьютер программаларында тупраҡ эшкәртеү, сәсеү, иген таҙартыу машиналарының һәм орлоҡто сәсеү алдынан эшкәртеү машиналарының эшләү процесының математик моделдәрен һан яғынан ғәмәлгә ашырыу,
  • Технологик процесты башҡарыуҙың талап ителгән сифатын тәьмин итеү өсөн уларҙы проектлау стадияһында конструктив-технологик параметрҙарҙы нигеҙләргә мөмкинлек биргән күп ауыл хужалығы машиналарын автоматлаштырылған проектлау системаһының бер өлөшө булараҡ сығыш яһаған компьютер иҫәпләү методикалары.

С.Ғ. Мөҙәрисов тикшеренеүҙәре нигеҙендә түбәндәгеләр эшләнгән һәм индерелгән:

  • «Стәрлетамаҡ машиналар эшләү компанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) сығарылған СС-6 сәскесе
  • КПО-6 культиваторы — «Туймазы автобетоновоздар заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә (Туймазы ҡалаһы),
  • «Башсельмаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә төрәнле-ротор һабандары (Нефеткамск),
  • ППА-5,4, ППА-7,2, ППА-14,7 ҡатнаш тупраҡ эшкәртеү-сәсеү агрегаттары - «Техартком» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә. (Силәбе ҡалаһы),
  • ПДУ-6×4 «Ермак» һабаны-дискаторы — «Варноагромаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә Силәбе өлкәһенең Варна ҡасабаһы),
  • Дисклы тырмалар БДН-2,2, 2,4, 4,0, 8,0, БДП-6,1, 8,0, ротацион тырма БРН-5,6, ярым элмәле культиватор КПУ-3,0, 8,0, пневматик сәсеү комплекстары ПК-7,5, ПК-12,0 — «Силәбе компрессор заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә.

С.Ғ.Мөҙәрисов 2 фән докторы һәм 8 фән кандидаты әҙерләгән.

Мөһим фәнни хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

С.Ғ. Мөҙәрисов 215 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 9 монография, етештереү буйынса 5 тәҡдим, уйлап табыуҙарға һәм файҙалы модельгә 27 патент, рецензияланған ғилми баҫмаларҙа 44 эш, халыҡ-ара Web of Science һәм Scopus. өҙөмтә килтереү базаһына ингән баҫмаларҙа 12 эш авторы.

  • Система машин и оборудования для реализации инновационных технологий в растениеводстве и животноводстве Республики Башкортостан (монография). -Уфа: Башкирский ГАУ, 2014. — 327 с.
  • Система ведения агропромышленного производства в Республике Башкортостан (монография) в соавторстве. -Уфа: АН РБ, Гилем, 2012. — 528 с.
  • Влагоаккумулирующие технологии, техника для обработки почв и использование минеральных удобрений в экстремальных условиях: научн. изд. ГНУ ВИМ, ГНУ ВНИМС (монография) в соавторстве. -Рязань: ГНУ ВНИМС, 2014. −246 с.,
  • Чизельные плуги и глубокорыхлители (монография). -Уфа, 2014, — 152 с.,
  • Защита почв от эрозии и современные почвообрабатывающие машины в системе адаптивно-ландшафтного земледелия Башкортостана (монография) в соавторстве -Уфа: изд-во Башкирский ГАУ, 2002, −86 с.
  • Аналитическая оценка реологической модели почвы с целью повышения качества обработки (монография) -Уфа: изд-во Башкирский ГАУ, 2006. −140с.
  • Настройка и регулировка сельскохозяйственных машин. Практические рекомендации -Уфа: изд-во Башкирский ГАУ, 2014. −83 с.
  • Агротехнические особенности использования Strip-Till-технологии в растениеводстве (рекомендации производству) в соавторстве. Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан, Академия наук Республики Башкортостан, Башкирский государственный аграрный университет, Башкирский научно-исследовательский институт сельского хозяйства. — Уфа, 2017. — 44 с.
  • 2010: Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы;
  • 2018: Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы.